6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Йәштәр тәжрибәле уйынсылар кимәлен күрһәтә"
13.07.05


       Өфө Спорт һарайының ҙур аренаһында үткән ике яҡлы
       осрашыуҙар һөҙөмтәһе буйынса "Салауат Юлаевтың" тренерҙар штабы үҙҙәрен көслө яҡтан күрһәткән 33 уйынсыны һайлап алды.
       Был хоккейсылар Финляндияла үтәсәк "Паюлахти Кубогында" ҡатнашасаҡ.
       Матчтарҙа 22 форвард, 16 һаҡсы һәм ике ҡапҡа һаҡсыһы ҡатнашты. Хоккейсылар ике составҡа бүленде. Тәүгеләре боҙ өҫтөнә аҡ һәм һары свитерҙарҙа сыҡты. Ике осрашыуҙа ла уларҙың ҡапҡаһын Сергей Николаев һаҡланы. Ҡалғандары - ҡара һәм күк төҫтәрҙәге кейем кейеп уйнаны. Уларҙың ҡапҡа һаҡсыһы
       - Андрей Мезин. Рафаил Ишмәтов генераль директор Александр Меркулов менән бергә уйынды трибунанан күҙәтте. "Ҡараларҙың"
       командаһын Герсонский, ә "аҡтарҙыҡын" - Венер Сафин етәкләне. Ике уйын да урындағы ваҡыт буйынса 11. 00 - дә башланды. Тәүге уйын шәмбе көнө, икенсеһе дүшәмбелә үтте.
       Осрашыуҙарҙың судьяһы - Рафаэль Ҡадиров.
       Шәмбе: хәүефле мәлдәр көнө
       Кәүге көндө тренерҙар боҙ өҫтөнә түбәндәге составты сығар ҙы. Аҡтар: 1. Волков - Заварухин - Сидякин, Цулыгин - Озолин. 2. Шәрипов - Орлов - Князев, Журиков, - Щитов. + ике һаҡсы Александр Логинов һәм Павел Доронин.
       Ҡаралар: 1. Субботин - Хлыстов - Левинский, Кутейкин - Артем Зубарев. 2. Краснослободцев - Жмаев - Булянский, Карпов - Якимович. 3. Цыбин - Зюзин - Зачупейко, Плотников - Павел Туринов. 4. Коркин - Курепанов - Поляков, Корнеев - Сыса.
       Матч ике яҡтан да көслө һөжүмдәр менән башланып китте. Һә р команда тәүге булып үҙен яҡшы яҡтан күрһәтергә ынтылды. Дөйөм алғанда, Мезиндың ҡапҡаһына беренсе матчта күберәк шайба ырғытылды, әммә белорус егетенең ҡапҡаны һаҡлауына һүҙ тейҙерерлек түгел. Рәсәй ҡапҡа һаҡсыһы ла яҡшы уйын күрһәтте, үҙ оборонаһына етәкселек итергә лә өлгөрҙө.
       Беренсе булып "ҡаралар" гол индереүгә өлгәште - Андрей Зубаревтың зона мөйөшөнән тороп ырғытҡан шайбаһы кемгәлер эл әгеп үҙенең йүнәлешен үҙгәртте һәм Николаевтың ҡапҡаһына инеп юғалды. "Аҡтарҙың" яуабы ла үҙен оҙаҡ көттөрмәне. Андре й Сидякин ҡапҡа артынан килеп сығып 180 градусҡа әйләнде һәм
       шайбаны ҡапҡаның яҡындағы мөйөшөнә тоҫҡап ырғытты. Мезин ул
       араны ябырға тырышһа ла, шайба үҙе үтерлек урын тапты.
       Артабан ҡыҙыҡлы эпизод булып алды - партнеры ырғытҡан шайбаны ҡабул иткән Зачупейконы "аҡтарҙың" һаҡсыһы сәкән менән эләктереп боҙға йыҡты. Рафаэль Ҡадиров быны симуляцияғ а иҫәпләне һәм буллит билдәләр урынына йәш һөжүм итеүсене ик е минутҡа мәжбүри ял итергә оҙатты. Киләһе уйында Ҡадиров За чупейкоға ҡаршы ошондай уҡ ҡағиҙә боҙоу ваҡытында дөрөҫ ҡарар ҡабул итте - эләктереүсене уйындан сығарҙы.
       Икенсе периодта составы буйынса көсһөҙөрәк "ҡаралар" күпселектә уйнап, тағы алға сыҡты. Дмитрий Зюзин шайбаны Николаевтың ҡапҡаһына бәреп индерҙе, ҡапҡа һаҡсыһы ҡымшанырға ла өлгөрмәй ҡалды. Артабан "аҡтар" бишәүләп өс кешегә ҡаршы уйнағанда, иҫәпте 2 : 2 яһаны. Максим Орлов "пятактан" тороп шайба индереүгә өлгәште.
       Өсөнсө периодта тағы бер ҡыҙыҡлы хәл булып алды. "Аҡтарҙы ң" тәүге бишәүһе әүҙем һөжүм итеүгә күсте, һәм был команданы ң ике уйынсыһы бер - береһен күрмәйенсә, бар көстәренә килеп маңлайға - маңлай бәрелеште. Улар ике Рәсәй чемпионы - Николай Цулыгин һәм Игорь Волков булып сыҡты. Һуңғыһының уйында бик уңайлы мәлдәрҙе файҙалана алмауы менән айырылып т ороуын да билдәләп үтергә кәрәк.
       Беренсе осрашыуҙа һуңғы шайбаны Дмитрий Субботин тапшырыуынан Денис Хлыстов индерҙе.
       Дүшәмбе - ауыр көн
       Икенсе уйын тәүгеһе кеүек күңелле булманы. Хәүефле мәлдәр ҙә йыш осраманы, тимәк, гол ямғыры ла яуырға уйламаны. Ҡапҡа
       һаҡсылары үҙҙәрен кире ҡағылған шайбалар буйынса тағы ла стахановсы итеп күрһәтә алды. Составта үҙгәрештәр күп булман ы. Цыбин ауырып китеү сәбәпле, уның урынына Калачев сыҡты, ә Зюзин флангыға күсерелде.
       Тәүге шайба ҡапҡаға икенсе периодта инде. Субботин ырғытҡан шайбаны Левинский ҡапҡа мөйөшөнә "һыйланы". Уйындың ошо уҡ өлөшөндә Заврухин иҫәпте тигеҙләне. 1 : 1 - дуҫлыҡ еңде.
       Фин исемлеге
       Матчтар тамамланғандан һуң тренерҙар Финляндияға барыусы 33 уйынсыны билдәләне. "Паюлахти Кубогында" ҡапҡа һаҡсылары Сергей Николаев һәм Андрей Мезин, һаҡсылар - Николай Цулыгин, Владислав Озолин, Андрей Кутейкин, Вячеслав
       Селуянов, Владимир Логинов, Сергей Якимович, Сергей Карпов,
       Артем Зубарев, Никита Щитов, Алексей Плотников, Сергей Журиков, һөжүм итеүселәр - Николай Заварухин, Игорь Волков,
       Андрей Сидякин, Денис Хлыстов, Азат Шәрипов, Артем Булянский, Владимир Жмаев, Сергей Сальников, Дмитрий Зюзин, Дмитрий Цыбин, Сергей Зачупейко, Андрей Коркин, Дмитрий Калачев, Дмитрий Субботин, Иван Хлынцев, Максим Орлов, Кирилл Князев, Дмитрий Левинский, Максим Беляев, Вадим
       Краснослободцев ҡатнаша. Тренерҙарға бер генә һорау - ниңә был исемлектән Василий Сыса төшөп ҡалды, ул ике матчта ла үҙен яҡшы ғына күрһәтә алды бит Рафаил Ишмәтов быға:
       - Әлегә был егет яҡшы уйын күрһәтә алмай, - тип яуап бирҙ е.
       Дөйөм алғанда, Рафаил Ғәзиз улы үткән уйындарҙы былай тип
       баһаланы:
       - Насар түгел. Йәштәр тәжрибәле оҫталар кимәлендәге уйын
       күрһәтте.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал