6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Тормошҡа рәхмәте сикһеҙ
13.07.05


       Республиканың Архангель районындағы Максим Горьк ий ауылында эшләүсе "Мәрхәмәт" Ветерандар йорто мөдиренең ис еме лә есеменә тап килеп тора - Надежда. Бында ул Өфөнән 10 йыл самаһы элек килгән - тормош иптәшенең сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, врачтар уға ауыл һауаһы һуларға кәңәш итә. Һәм бына ошонда Надежда Туманова үҙ күңеленә хуш килгән һөнәрен таба ла инде - өлкәндәргә күңел йылыһы өләшә ул... Надежда Алексеевна ҡарттарҙың яҡшы туҡланыуы, дауаланыуы, әсе яҙмыш ҡушыуы буйынса һуңғы йылдарын яңғыҙ үткәрергә мәжбүр булған ҡарттарҙың тейешенсә уңайлы көн күреүе тураһында ғына хәстәрләп ҡалмай. Приют 45 урынға иҫәпләнгән,
       тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ мохтаждарҙы ла һыйҙырып бөтөрә алмай. Туманова нисек тә үҙенекен итә: иҫке бина эргәһендә 105 урынлыҡ яңыһы ҡалҡып сыға. Бында аяҡһыҙҙар ҙа,
       һуҡырҙар ҙа, аҡылына зыян килгәндәре лә бар - кемдәндер туғандары баш тартҡан, ҡайһыһын дауаханалар алмай. Ә бында барыһын да ҡабул итәләр. Ҡайһы берҙәренә байрам көндәрендә б улһа ла яҡындары килгеләй, ә бәғзеләренең үҙ балалары инде
       өлкән йәшкә еткән. Был стеналарға олатай - инәйҙәр төрлө сәбәп буйынса килеп эләгә. Приютта йәшәгән иллеләп өлкән кешеләрҙең кемеһе тураһында яҙырға икән тигән уйға ҡалғас, Надежда Туманова минең яурыныма ҡағылды һәм шым ғына итеп: "Хәҙер мин һеҙҙе бер ғәжәйеп ҡатын менән таныштырам...
       Бына тигән хеҙмәткәр, яҡшы әсә һәм ҡатын булды ул. Хәйер,
       барыһы тураһында ла үҙе һөйләр", - тине.
       Ысынлап та, 69 йәшлек Валентина Викентьевна Шадловская мин ысын күңелдән, асылып китеп һөйләштем. Ысынбарлыҡтың үҙен аямауына ҡарамаҫтан, шул тииклем тормошҡа рәхмәтле булыуы хайран ҡалдырҙы мине. Ҡарттар йортона эләгеүе өсөн бер кемгә лә үс тотмай ул.
       Әсәләрен ерләгәндә Валяға өс, һеңлеһенә һигеҙ ай ғына бул ып ҡала. Уларҙы үгәй әсә ҡулына ҡалдырып, аталары фронтҡа ки тә. Тиҙҙән һеңлеһе лә донъя ҡуя. Донъя йөҙөндә Валентина бер
       үҙе ҡала, берҙән бер ҡотолоу юлы уның өсөн эш була. Ҡайҙа ғ ына
       ҡуйһалар ҙа намыҫлы хеҙмәт итә ул. Өс тапҡыр депутат итеп
       һайлана. Ун йыл дауамында фермаға етәкселек итеп, үҙен ҡаты , әммә ғәҙел һәм хәстәрлекле етәксе итеп күрһәтә - үҙ хеҙмәткәрҙәренә фатир алырға, утын килтерергә һ. б. ярҙамлаш а. 1947 йылда бер колхозда тир түккән ауылдашы Иван Гаврилович Мошкин менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Иван 215 -
       артдивизия составында 1944 йылдың мартына тиклем, башы йәрәхәтләнгәнсе, һуғышта була, шул ярсыҡ киҫәге менән һуңынан да йәшәй, колхозда эшләй. Хәрби наградаларына - "1941 - 1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн ", "Ленинград оборонаһында ҡатнашҡан өсөн", Ватан һуғышы ордены, Жуков миҙалы - ветерандың ҡарашы үҙенсәлекле була: " Lhme улар менән бергә ерлә, - ти ул ҡатынына. - Кеше ҡайғыһы н күп күрҙем... Теге донъяла ла тағып йөрөйәсәкмен!" Тормош
       иптәше тураһында һөйләгәндә Валентина Викентьевнаның күҙҙәрендә йәш тамсылары күренде: яҡшы кеше, изге күңелле,
       эсмәй ине, тип хәтерләй ул. Үлер алдынан, инде бөтөнләй хәлдән тайғас, ире илап ебәрә һәм: "Валя, Валя! Һин мине ҡараның да бит, һине кем ҡарар икән һуң..." - ти. "Хоҙай ҡушҡанын күрербеҙ", - тип яуаплай ҡатыны.
       "Яҡшы, изге күңелле балалар үҫтерҙек беҙ, - тип йылмая Валентина Викентьевна. - Бер улым БАМда эшләне, шунда тороп та ҡалды. Бында миңә рәхәт! Бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен.
       Улымдың ҡатыны - килен килеп алабыҙ, тип яҙа, әлбиттә... Ми н уға үс тотмайым. Атаһы менән беҙ булдыҡ уларҙа, холҡо ауыр
       килендең. Башҡаһы бик һәйбәт! Улым шул саҡ: "Айырылам... Өс
       бала... Ул бит эскегә биреләсәк... Ул саҡта миңә аҫылынырға ҡала!"- тине. "Юҡ, кәрәкмәй миңә, яҡшы йәшәһендәр", - тип мисәт һуҡҡандай ҡаты итеп әйтеп ҡуйҙы инәй. Иң бәләкәй улына
       - 51 йәш. Икәүһе - Себерҙә, береһе үҙенең эргәһенә Ҡаҙағст анға бик ныҡышып саҡырған. Тик Валя инәй бер ҡайҙа ла китерг ә теләмәй. Ғүмерен ул бында үткәргән. Ауыл уны, ул - ауылды бе лә. Һөйөклө иренең ҡәбере лә ошонда. "Бына тиҙҙән яңы бинаны төҙөп бөтһәләр, бөтөнләй яҡшы буласаҡ", - тип ышаныслы тауыш
       менән дауам итә Валентина Викентьевна. - Ә Надежда Алексеевна булғанда, беҙ бер нимәнән дә ҡурҡмайбыҙ".

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал