6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наил Ғатауллин: яҡшы врач һәр яҡлап та талантлы
13.07.05


       Ауырыуҙы дауалауҙың өс алымы бар: һүҙ, дарыу препараттары
       һәм хирургия ҡыҫылышы. Тәүгеһе дауалай алһа, яҡшы, ә инде скальпель ярҙамына ҡалыуы ҡыҙғаныс. Әммә һәр осраҡта ла бер төшөнсә үҙгәрешһеҙ: яҡшы врач үҙ бурысын ғына үтәп ҡалмай, һәр ауырыу өсөн психолог һәм тәрбиәсегә лә әйләнә, һәм шул саҡта ғына уны үҙ эшенең оҫтаһы тип әйтергә була.
       - Мин - хирург, инде 54 йыл дауамында операция өҫтәле янындамын, һәм ауыр сирленең баш осонда тормаған йәки пациентты операциянан һуң күҙәтмәгән, ауырыуҙарға, уҡыусы һәм студенттарыма кәңәш бирмәгән көнөм һирәк. Йәғни, минең эшем - көндәлек аралашыу. бының өсөн әллә ниндәй талант кәрәкмәй. Врачтың төп бурысы ошонда тора ла инде. Кешеләрҙе,
       беренсе сиратта, медицина ярҙамына мохтаждарҙы яратырға ғына кәрәк. Талант иһә һәр ауырыуҙың йөрәгенә айырым асҡыс табыуҙа күренә...
       БР Фәндәр академияһы академигы, РФ һәм БР атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Наил Ғатауллин - кардиохирург, психолог һәм тәрбиәсе генә түгел, тарихсы, яҙыусы, публицист, рәссам, архитектор һәм миңә күрергә тура килгән иң изге күңелле кешеләрҙең береһе. Тормошто яратыусы, уның яңы күренештәренә, асылған мөмкинлектәргә ҡыуана белә ул.
       - Мин һәр кешенең бик күп таланттары бар, тип иҫәпләйем. Бары тик уларҙы табырға, үҫтерергә һәм күрһәтә белергә кәрәк . Ул саҡта тормошта күп нимәгә ирешергә мөмкин. Шулай булырғ а тейеш тә. Ә һүрәт төшөрөү - ул күңел өсөн, миңә ул ял итер гә
       мөмкинселек бирә. Мин ғәҙәттә майлы буяу менән уҡыусыларым,
       яҡындарым, пациенттарымды төшөрәм. Картиналарымды дуҫтарға бүләк итәм, ҡалғандары дауаханалағы кабинет һәм фатир стеналарын биҙәй.
       Уҡыу - лекция хирургия корпусы Эйе, ул минең проект. Пациенттарым уны бушлай төҙөргә ярҙам итте, ә мин архитектор
       булараҡ сығыш яһаным. Шуға күрә клиникаға килгәндә ҙур ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм, - бына тигән амфитеатр, уҡыу
       бүлмәләре, профессорҙар, ассистенттар һәм доценттарҙың кабинеттары, студенттарҙы уҡытыу өсөн яҡшы шарттар булдырылды. Беҙҙә хатта илдең иң алдынғы клиникаларында ла һирәк осраған, студенттар ( буласаҡ врачтар) операция барышы н күҙәтә алһын өсөн эшләнгән махсус балкон да бар, бик уңайл ы!
       Ә китаптарым... Уларҙың береһе "Миңә йөрәк аша донъя күренә" тип атала. Мин кардиохирург, Өфөлә йөрәккә тәүге операцияны башҡарҙым, хәйер, әле лә кардиология менән шөғөлләнеүемде дауам итәм. Шуға күрә китапҡа ошондай исем һайланым да инде. Китапта рус, башҡорт һәм татар телдәрендә хикәйәләрем, врачлыҡ практикаһынан алынған материалдар, мәҡәлә һәм очерктар йыйылған. Мин үҙемде насар табип тип иҫәпләмәйем, шуға күрә врачтар, яҙыусы һәм журналистарҙың үҙем тураһындағы ҡайһы бер очерктары ла китапҡа инде. Тағы бер хеҙмәтем - тормош һәм ижад тураһында.
       Район дауаханаһының баш врачы вазифаһына тәғәйенләнгәндә Наил Ғайнат улына ни бары 23 йәш була, һәм ул хеҙмәт юлын Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаев ҡасабаһында башлай.
       - Врачлыҡ эшмәкәрлегенең тәүге йылдарында миңә барыһы менән шөғөлләнергә тура килә ине: районда имгәнеүҙәр, аборттар, туберкулез, бруцеллез һәм трахома, көнкүреш сифилисы менән ауырыуҙар бик күп булды. Травматология, хирургия, акушерлыҡ та минең эшемә әйләнде. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, киң профилле врачҡа әүерелдем, башҡаса ярамай ине. Миңә тиклем Көйөргәҙе районында операция эшләгәндәре булмаған, шуға күрә миңә баштан башларға - операция блогы төҙөргә, инструметтар алырға тура килде. Тағы килеп бик күп операциялар эшләнем, тәүлек әйләнәһенә
       дауахананан ҡайтып инмәй торғайным. Минең хирургиям ошолай башланып китте, - тип хәтерләй Наил Ғатауллин. - Ермолаев ҡасабаһында дүрт йылдан артыҡ эшләнем. Артабан үҫеү теләге барлыҡҡа килгәс, Мәскәүҙәге Александр Вишневский исемендәге академия институты аспирантураһына документтар тапшырырға ба ҙнат иттем. Конкурс бик ҙур ине, бары өс кешене генә ҡабул
       итәләр. Һәм минең исемем бәхетлеләр араһына эләкте - аспирант булып киттем. Ваҡытынан алда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланым, аспирантураны тамамланым, йөрәк,
       тамыр һәм күкрәк хирургияһы менән шөғөлләнә башланым.
       Ауыртыуҙы баҫыуҙың иң ҡатмарлы төрөн - интубация наркозын үҙләштерҙем, унһыҙ күкрәк ҡыуышлығын асып булмай. Һуңынан Өфөгә, тыуған медицина институтыма әйләнеп ҡайттым, ассистент һәм республикала тәүге күкрәк хирургияһы бүлеге мөдире һәм медицина фәндәре кандидаты булдым. 38 йәштә докторлыҡ диссертацияһын яҡланым, профессор һәм госпиталь
       хирургияһы кафедраһына мөдирлек итә башланым. 25 йыл
       дауамында Наил Ғайнат улы республика хирургтар йәмғиәтенең
       идара рәйесе вазифаһын башҡара. Уның һүҙҙәре буйынса, хирургтарҙы район дауаханаларынан алып баш ҡала клиникаларына тиклем төрлө кимәлдә тәрбиәләйҙәр. Уны республика кардиохирургияһын аяҡҡа баҫтырыусы тип атарға
       мөмкин булыр ине.
       Бөгөн дә республиканың алдынғы хирургының уҡыусылары етерлек, уларҙың һәр береһе менән уҡытыусы ысын күңелдән ғорурлана. Улар араһында осраҡлы кешеләр юҡ, ти ул. Ә Ғатауллиндарҙың йорто һәм ғаиләһе - айырым тема. Хәҙер инде тотош династия тураһында ла һүҙ йөрөтөргә мөмкин: Наил Ғайнат улының ейәненә утыҙҙан ашыу, күптән түгел ул докторлы ҡ диссертацияһын яҡлаған. Ейәнсәренә 27 йәш, ул дүрт бала тәрбиәләһә лә, ағаһынан ҡалышмай, уның артынан эйәреп кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Ғатауллиндың уҡыусыһы һәм кейәүе Шамил Ганцев - илдең иң билдәле онкологтарының
       береһе, РФ атҡаҙанған фән эшмәкәре. "Ҡартатай" үҙе быға бик
       шат булыуын йәшермәй - өсөнсө быуын врачтар үҫеп сыҡты - "мин, ҡыҙым, улым, ейәндәр". Ғорурланырға урын бар, әлбиттә.
       - Тормош ҡыҫҡа булһа ла ваҡытты күп ала, - тип шаярта Наи л Ғайнат улы. - Шуға күрә, профессиональ һәм рухи үҫеш, алға, "яңы үрҙәргә" ынтылыу өсөн уның һәр минуты мөһим. Ә тормошҡа булған һөйөү минең уны һәр ваҡытта яҡшыраҡ аңларға тырышыуыма бәйле. Тормошҡа ҡыҙыҡһыныу уянһын өсөн нимә эшләргә кәрәк тигән һорауға былай тип яуап бирәм: донъя йөҙөнә тыуыуығыҙ менән генә лә ни тиклем бәхетле булыуығыҙҙы
       аңлауығыҙ етә.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал