6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Иглиндарға реформа сәсергә лә, йәшәргә лә ярҙам итә
12.07.05


       Иглин районы баш ҡалаға яҡын һаналһа ла, быға тиклем унд а булырға тура килгәне юҡ ине. Дөрөҫ, республиканың был матур мөйөшө тураһында күп ыңғай фекерҙәр ишеткәнем бар: Искра ҡасабаһында үҙешмәкәр рәссам Анатолий Романовтың
       картиналар галереяһы һәм сиркәүе, күңелле белорус байрамдары, билдәле Иглин һуғаны үҙе генә лә ни тора. Һәм ош о көндәрҙә генә ауыл хужалығы предприятиеларында реформа үткәреүҙең иглиндарса варианты менән танышырға тура килде. Бында Башҡортостан райондарынан килгән хакимиәт башлыҡтарының сираттағы семинары ошо темаға арналды.
       Әйтелгән сарала БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Радий Хәбиров, БР Хөкүмәте Премьер - министры урынбаҫары Шамил Вәхитов, ауыл хужалығы министры Григорий Горобецтың ҡатнашыуы ла уның әһәмиәтлегенә дәлил.
       Күптән түгел үҙенең 70 йыллығын билдәләгән һәм элек
       алдынғылар иҫәбенә инмәгән районда һуңғы биш йылда һиҙелерлек үҙгәрештәр булып үтте, семинар үткәреүгә ошо ла сәбәп булыуы сер түгел. Үҙгәртеп ҡороуҙарҙың асылына күскәнсе, район тураһында бер аҙыраҡ белешмә биреп үтеү кәрәктер.
       Район составына 128 ауыл һәм ҡасаба инә, уларҙа 46 мең ке ше йәшәй. 21 мең эшкә һәләтле кешенең ун меңе, йәки 45 проценты Өфө предприятиеларында эшләй. Йәйге айҙарҙа район х алҡы өс тапҡыр арта, сөнки районда 33 меңдән ашыу баҡса участкалары урынлашҡан.
       Килемһеҙ эшләүсе предприятиеларҙы үҙгәртеп ҡороу районда 2000 йылда башлана. Ул ҡаланың хакимиәт башлығы итеп Ришат И схаҡовтың тәғәйенләнеү ваҡытына тап килә. Ул ваҡытҡа, район етәксеһенең һүҙҙәре буйынса, предприятиеларҙың 80 проценты кредитор бурысҡа батҡан була. Гамлеттың "Булырғамы әллә булмаҫҡамы" һорауы артынан "Нимә эшләргә" тигән һорау тыуыуы ғәжәп түгел. Әммә "Кем ғәйепле" һорауына туҡталып
       тормайынса, Иглинда килеп сыҡҡан хәлдән сығыу юлын эҙләүгә тотоналар.
       Һөҙөмтәлә төп социаль - иҡтисади күрһәткестәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме 2001
       йылда 584 миллион һумдан 866 миллион һумға (2004) тиклем, сәнәғәт продукцияһы күләме, ярашлы рәүештә, 74 миллион һумдан 169 миллионға етә. Даналап һатыу әйләнеше ике тапҡыр арта, халыҡты түләүле хеҙмәтләндереү ҙә көйләнә. Эш хаҡының һиҙелерлек артыуын билдәләргә кәрәк: әгәр 2001 йылда ул уртаса алғанда 1 764 һум булһа, 2004 йылда - 3662 һум тәшкил итә. Кесе эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәр һанының өс йыл эсендә 17 проценттан 30 процентҡа тиклем артыуын, кесе эшҡыуарлыҡтың урындағы бюджетҡа индергән өлөшө 11 - ҙән 14, 7 процентҡа артыуын да кире ҡағып булмай.
       Үҙгәртеп ойоштороуҙы башлағанда эске ресурстарға ғына иҫә п тоторға мөмкин ине, тине семинарҙа район башлығы. Беренсе сиратта мал һаны һәм техниканы, коллектив хужалыҡтарҙың мөлкәтен һаҡлап ҡалыу мәсьәләһе алға баҫты. Һуңғылары үҙ теләктәре менән 11 меңгә яҡын малды (шул иҫәптән биш меңдән ашыу һыйыр малы), 1,5 мең техника берәмеген муниципаль мөлкәткә тапшырҙы. Шул ваҡытта район хакимиәте үҙ инвестициялары иҫәбенә крәҫтиән проблемаларының еңел булмаған йөгөн һөйрәргә һәләтле эшҡыуар - хужаларға иҫәп тот а һәм яңылышмай. Киләһе аҙым - мөлкәтте ауыл хужалығы тауарҙары етештереү өлкәһендә эшләүсе кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарының ышаныс идаралығына тапшырыу. Бөгөн районда 14
       ҙур крәҫтиән ( фермер) хужалыҡтары һәм 11 яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ышаныс идаралығы шарттарында эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Йәмәғәтселек секторындағы малдың 7 3 проценты һәм сәсеү майҙанының 66 процент тирәһе уларҙың өл өшөнә тура килә.
       Ә иң мөһиме - ҡасабала эш урындары булдырыла, ауыл хужалығы предприятиелары рентабелле эшләүгә яҡыная. Шул уҡ ваҡытта өҫтөнлөк социаль һорауҙарҙы хәл итеүгә бирелеүен дауам итә. Иглин районы хужалыҡтарының сезонлы ауыл хужалығы эштәрен бюджет средствоһынан тыш үткәреп сығыуы се минарҙа ҙур ҡаҙаныш булараҡ телгә алынды. Иглиндар үткән
       йылда әҙерләгән мал аҙығы башҡа район хужалыҡтары менән уртаҡлашырға ла етә. Районда квалификациялы эш кадрҙары етешмәүе һиҙелгәнлектән, Иглинға күрше райондарҙан да эшкә килеүселәр бар. Үҙгәртеп ойоштороуҙы башлағанда Рәсәйҙең
       нефть табылған ҡалаларына барған кеүек Иглинға ла вахта
       буйынса эшләүселәр ағылыр тип уйланылармы икән Хәҙер бына үҙ кадрҙарын уҡытып сығарыу мәсьәләһе лә хәл ителеү өҫтөндә.
       Семинарҙа ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, Рәшит Исхаҡов ерҙә эшләргә теләге булған һәр кем өсөн
       Башҡортостанда барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырыла тип һыҙыҡ аҫтына алды. Хәҙер продукцияны тейешле күләмдә етештереү генә түгел, уны эшкәртеү ҙә мөһим, был бурыс республикабыҙ
       Президентының БР халҡына һәм Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Х атында ла яңғырай.
       Район ҡунаҡтары был көндө үҙҙәре өсөн бик күп файҙалы ним ә күрҙе. Әйтәйек, он һәм макарон изделиелары, һоло ярмаһы, бөртөклө ҡатнаш аҙыҡ етештереү үҙләштерелгән "Продкомбинат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Предприятиеның продукцияһы ре спубликанан ситтә лә яҡшы билдәле: 2001 йылда Санкт - Петербургта үткән күргәҙмәлә "Продкомбинат" етештергән
       ҡарабойҙай ярмаһының сифаты "Рәсәй фермеры" Бөтә донъя йәрминкәһе дипломына лайыҡ булды. Тағы бер килемле эшләүсе п редприятие - күп профилле "Агротех" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Элекке "сельхозтехниканың" бурыстарын үҙ өҫтөнә алыуҙан тыш, уның хеҙмәткәрҙәре кислород баллондары тултыра,
       он, ҡатнаш аҙыҡ етештерә. Ҙур көтөү һыйыр малы тота, ауыл хужалығы ерҙәрен эшкәртә. Күптән түгел тоҡом малы үрсетеү,
       районды юғары сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеү буйынса эш башланған. Һәм, әлбиттә, полиэтилен пакеттарға һөт ҡойоу юлғ  һалынған. Бында эшләүсе 70 кеше яҡшы эш хаҡы ала тип тә өҫтәргә кәрәктер.
       "Перәник беҙгә сәсергә һәм йәшәргә ярҙам итә" тигән лозунгыға нисек ҡарайһығыҙ Ринат Әһлиуллин етәкселек иткән "Добрый пряник" кондитер цехына ингән урында нәҡ ошо һүҙҙәр ҡаршы ала. Предприятие юғары сифатлы 15 төр перәник һәм
       печенье етештерә, уны урындағы халыҡ ҡына түгел, өфөлөләр ҙ ә ҙур теләк менән һатып ала. Продуктты һатыу ҙа юлға һалынға н. 150 кеше эш менән тәьмин ителгән. Бынан тыш Ринат Әһлиуллин Батталов крәҫтиән - фермер хужалығын етәкләй, унда дүрт мең гектар ер һәм дүрт йөҙгә яҡын һыйыр малы беркетелгән. Тимәк,
       "Добрый пряник" эшмәкәрлеге ысынлап та хужалыҡҡа сәсергә һәм йәшәргә ярҙам итә килеп сыға. Тыуған ерҙе таҙалыҡта тоторға, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, алама ғәҙәттәргә ҡаршы көрәшергә саҡырыусы социаль рекламаның күп булыуы күҙгә салына. Был да урындағы хакимиәт стиленең бер төрө икән.
       - Ауыл хужалығы өлкәһендә реформаларҙың төп һөҙөмтәһе - Иглин ерендә яңы формация хужалары барлыҡҡа килеүҙә, улар барыһы өсөн дә яуап бирә һәм власть органдарынан бер ниндәй ҙә матди ярҙам һорамай, - ти Ришат Исхаҡов. - Бынан тыш улар власҡа ауылдың социаль проблемаларын хәл итергә булыша һәм о шо власть йәшәүе ауыл халҡы өсөн кәрәк икәнлеген аңлай.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, Иглин районы хакимиәтенең
       тәжрибәһе маҡтауҙарға лайыҡ. Ул бөгөн, урындағы үҙидара реформаһына яҡынайғанда, айырыуса көнүҙәк булып яңғырай. Бында ла иглиндар айырылып тора - уларҙа муниципаль реформан ың үҙ моделе эшләй. Барыһы ла халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән, һәр реформаның да иң мөһим өлөшө - о шо.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал