6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Содовик" командаһына күҙ тейҙе буғай
12.07.05


       ? Стәрлетамаҡ клубы Кировта урындағы "Динамо" командаһына ҡаршы 3 : 3 иҫәбе менән уйнап, мәрәйҙәренән яҙҙы. Республиканың икенсе клубы, Өфө "Нефтянигы" Түбәнге Новгородта "Локомотив - НН" командаһы менән осрашыуҙы 0 : 0 иҫәбенә тамамланы.
       Кировтың йәшел үләне өҫтөндә ысын драма күҙәтелде, тиһәң дә хата булмаҫ. "Динамо" үҙенең бик хәүефле команда булыуын раҫланы. 24 - се минутта, Захлестин менән Тюфяковтың голдарынан һуң, хужалар ышаныслы рәүештә уйнауын дауам итте.
       Стәрлетамаҡтар быға тиҙ арала Передняның тубы менән яуап бирҙе. Икенсе таймдың 49 - сы минутында кировтар тағы ике голға алға сыҡты. Был команданың иң яҡшы һөжүм итеүселәренең береһе Тюфяков үҙ һөҙөмтәһен тағы бер тапҡыр
       ҡабатланы, әйткәндәй, быйылғы беренселектә уның иҫәбендә әлегә һигеҙ туп һанала.
       "Содовик" уйынды ҡотҡарырға бурыслы ине. Башта Славанов 68 - се минутта айырманы минимумға еткерҙе. Тағы бер нисә минуттан Зацепин иҫәпте тигеҙләй - 3 : 3. "Содовиктың" еңеү яулауға ла өмөтө барлыҡҡа килде - судья хужалар ҡапҡаһына пенальти билдәләй. Әммә ғәҙәттә 11 метрлыҡтан бер проблемаһыҙ тибеүсе капитан Ивановтың тубы штангаға эләгә.
       Уйын тигеҙ иҫәп менән тамамлана һәм "Содовик" бик мөһим ике мәрәйҙе юғалта. Уны эҙәрлекләүсе "Носта" (Новотроицк) һә м "Лада" (Тольятти) командалары турҙы юғалтыуһыҙ, үҙ уйындарын 1 : 0 иҫәбенә тамамлап үтә. Был еңеү уларға бер аҙ лидерға яҡынлашырға мөмкинселек бирә. Хәҙер юғалтылған мәрәйҙәр һаны буйынса стәрлетамаҡтар "Ностаны" ете, ә
       Тольятти командаһын дүрт балға артта ҡалдырып килә.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал