6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Йондоҙҙар порталы

Күренекле артистар менән бер кисә
12.07.05


       Һеҙ һаман да күрше ҡатыны менән ирҙәрегеҙҙе алмаштырырға
       теләйһегеҙме Ул саҡта һеҙгә Байкал янындағы бер ауылда
       йәшәүсе ике ғаилә менән танышырға кәрәк, ошо көндәрҙә Өфөнөң "Юбилей" Мәҙәниәт һарайында театр һөйөүселәр ҙә улар менән осрашыу бәхетенә иреште. Был спектаклде ҡарағандан һуң тамашасыларҙың 90 проценты үҙ тормош иптәштәренә ҡарата фекерҙәрен үҙгәртеүенә иманым камил. Һәм бының сәбәбе - Сергей Алдониндың водевиль стилендә ҡуйылған "Кейәүҙәге кәләштәр" спектакле.
       Баш ҡаланың биш театры вәкилдәре - Нина Русланова, Татьян а Кравченко, Марина Яковлева , Владимир Носик, Сергей Ленько в бер кискә Владимир Гуркиндың "Кадриль" пьесаһы буйынса
       ҡуйылған антрепризаға йыйылды. Тема тормоштан алынған: ике
       ғаилә күп йылдар буйы бер ауылда, бер урамда һәм хатта бер йортта стена аша йәшәй. Ә ниндәй ҡатын үҙенең иренән ҡәнәғәт
       һуң Һәм уға күршенең ире яҡшыраҡ кеүек тойола башлай. Башына шаталаҡ уй килә - ирҙәр менән алмашып ҡарарға. Йәштәре лә тура килә - барыһы ла хаҡлы ялда. Һәм был нимәгә
       алып килә - Бына тигән комедияға! Тамашасылар кис буйына
       көлөүҙән туҡтай алманы. Нимә генә ҡыланманы артистар! Баҫалҡылыҡта ғәйепләп булмай үҙҙәрен. Ирҙәр үҙҙәренең көсөн күрһәтһә, бында айырыуса кирбестәр ватыусы Леньков айырылып торҙо, ҡатын - ҡыҙҙар - тәбиғәт биргән матурлыҡтары
       менән ҡупайҙы. Прима Нина Русланова үҙенең аяҡтарын күрһәтһә, Татьяна Кравченко үтә күренмәле селтәр халатта ... түштәре менән маһайҙы. Уларҙы күрмәү мөмкин түгел ине, шуға күрә залда ултырыусы ирҙәр башта тын ҡалды, һуңынан тамашанан хайран ҡалып ҡул саба башланылар.
       Ундай йүгәнһеҙ ҡатын ролен уйнауы ауыр булманымы тигән һорауға Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Татьяна Кравченко былай тип яуап ҡайтарҙы:
       - Героиням минән бер нимә менән дә айырылмай, тиерлек. Шундай уҡ темперамент, мин дә улай ҡыланып ташлай алам. Дөйөм алғанда мин ролемде тойоп уйнаным, тип әйтергә була.
       - Был спектакль менән гастролдәргә күпме йөрөйһөгөҙ
       - Ике йыл тирәһе. Антрепризалар өсөн был артыҡ күп түгел.
       - Һеҙгә компанияғыҙ оҡшаймы
       - Һорап тораһығыҙ тағын. Барыһы ла теремек, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ артистар. Беҙҙең төркөмдә үҙ - ара аңлашыу һәм ижади ярҙам тойғоһо йәшәп килә. Хәйер, антрепризала бер - береһен аңламаған кешеләр эшләй ҙә алмай.
       Театр һәм кино йондоҙо Нина Русланова күптән инде Татьяна Кравченко менән бер спектаклдә уйнарға теләүе тураһында әйтт е. Гәзиттәр таратыусы Макеевна ролендә килеп сығып, ул тамашасыларҙы тәүге минуттарҙан уҡ "ҡыҙҙырып ебәрҙе". Актер профессияһында иң ҡатмарлыһы кемде генә уйнағанда ла үҙең булып ҡалыу, тип иҫәпләй Нина Русланова. Шуға күрәлер ҙә Нин а Ивановнаның барлыҡ геройҙары ла үҙенә оҡшап тура һүҙле һәм
       хәйләһеҙҙәр. Ҡайһы ваҡыт ҡатыраҡ, йышыраҡ ғәҙел, аҙыраҡ ғауғасыл, әммә һис һүҙһеҙ, намыҫлы улар. Уның актерлыҡ исемлегендә йөҙән ашыу роль иҫәпләнә. Тамашасылар уны "Тени исчезают в полдень", "Афоня", "Завтра была война", "Собачье сердце", "Зимняя вишня" фильмдары буйынса белә. Макеевна тураһында актриса былай тине:
       - Миңә ул бик оҡшай. Мин көлкөлө ролдәрҙе яратам. Тормошт а былай ҙа фажиғәләр етерлек, ниңә уны сәхнәнән дә күрһәтерг ә
       - Һеҙ фильмдарға йыш төшәһегеҙ Тамашасы һеҙҙе тиҙҙән ниндәй фильмда күрәсәк
       - Беләһегеҙме, кинола әллә ниндәй ғәҙәт ингән: исемен йыш алмаштыралар.
       Марина Яковлева был аҙнала Нина Русланованы икенсе каналда, "Самара - городок" фильмында күрербеҙ, моғайын тип асыҡлыҡ индерҙе. Үҙенең героиняһына килгәндә, Марина Яковлева, алдағы артисткаларҙан айырмалы рәүештә, Валя менән
       үҙе араһында бер ниндәй ҙә уртаҡлыҡ булмауын белдерҙе.
       - Ролдәр йыш ҡына теге йәки был ситуацияла үҙеңде нисек тоторға кәрәклеге тураһында һөйләй. Олег Фомин миңә "Нина" спектаклендә уйнарға тәҡдим иткәс, был героиняны оҙаҡ ҡына аңлай алмай йонсоном. Ире, һөйәркәһе. Минең өсөн ҡатмарлы
       хәл. Әммә ролгә инеп китә алдым. Героиням ирҙәр логикаһын аңларға ярҙам итте.
       Бөгөнгө спектаклгә килгәндә, актриса бер минутҡа булһа ла ошондай хәлдә ҡалыуы ҡыҙыҡ булыр ине, тип белдерҙе.
       Был тарих нисек тамамлана тип уйлайһығыҙ. Һеҙҙеке кеүек ү к. Кейәүҙәге кәләштәр үҙҙәренең "бер туған" ирҙәренә әйләнеп ҡайтырға ҡарар итә. "Ниндәй булһа ла үҙемдеке, - ти улар. Һә м
       уны бер кем дә алмаштыра алмаясаҡ".

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал