6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Һөт йылғаларында эсәк таяҡсаһы йәшәйме
12.07.05


       Һөт йылғалары, кеҫәл ярҙары... Был әкиәттәге һүҙҙәр күп йылдар үткәс ысынбарлыҡҡа әйләнде. Бөгөн магазин кәштәләренд ә нимә генә юҡ! Һөт, кефир, ряженка, йогурттар, биоҡатыҡ... Күптән түгел был исемлеккә тағы бер продукт - спред өҫтәлде. Уны иҡтисади төшөнсә менән бутауамығыҙ һорала. Әйткәндәй, күптәр
       уны исеме арҡаһында (мәҫәлән, "Крестьянское) май менән бутай. Тик уны май тип атап булмай. Спред ул - үҫемлек майы менән байытылған һөт продукты. "Уфамолагропром" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә үткән һөт продукцияһы сифатын тикшереү өсөн ойошторолған сарала республикаға индерелеүсе һ өт тауарҙары араһында был төркөмдә иң сифатлы продукт тип Нижегород май комбинатының "Кремлевское" спреды табылды. Дег устация комиссияһының егермегә яҡын ағзаһы ( БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы, Ауыл хужалығы министрлығы, Сертификатлаштырыу һәм экспертиза үҙәге, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге һ. б. вәкилдәре) был сараға етештереүсе беҙҙең һаулығыбыҙ тураһында ниндәй кимәлдә хәстәрлек күреүен һәм сит төбәктәрҙән индерелгән продукттарҙың сифатын асыҡлар өсөн йыйылды. Бындай осрашыуға сәбәп булып сифатһыҙ һөт продукцияһы асыҡланыу
       осраҡтарының йышайыуы торҙо.
       Әйтелгән сара алдынан белгестәр Өфөнөң супермаркет, аҙыҡ - түлек баҙарҙары һәм эконом - магазиндары буйлап рейд үткә рҙе. Белгестәр егерменән ашыу төр продукцияны ентекле тикшер ҙе. Дегустация күрһәтеүенсә, республикаға инедрелгән аҙыҡ - түлек тауарҙары һәр саҡ норматив - техник документтарға тап килә тип әйтеп булмай.
       БР Ауыл хужалығы министрлығының ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү бүлегенең баш белгесе Нәйлә Жданова бе лдереүенсә, БР Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәренең 10 тауарға үткәргән экспертиза һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек түгел.
       - Миҫал өсөн, сыроктар этикеткала яҙылған мәғлүмәткә тап килмәй. Көтөлгән 23 процент майлылыҡ урынына продукттың асылда майлылығы 16 проценттан да артмай. "Доброе утро" биоҡатығында 2,5 процент урынына - ни бары 0,5 процент.
       Микробиологик анализ персиклы сырокта ( "Айсберг - Люкс" предприятиеһы, Яхрома, Мәскәү өлкәһе) ... эсәк таяҡсаһы булыуын күрһәтте. Йәғни продукт СанПин талаптарына яуап бирмәй һәм, әлбиттә, ҡулланыуға яраҡһыҙ.
       Дегустаторҙар һөт продукцияһының тәменә, продукттың этикеткаһындағы мәғлүмәткә тап килеүенә ҙур иғтибар бирҙе. Был йәһәттән "Эдельвейс - М" Һөт продукттары комбинаты" ябыҡ
       акционерҙар йәмғиәте (Ҡазан) ҡаты шелтә алды: йөҙөм һәм өрөк емеше һалынған булырға тейешле эремсектә нисек кенә ентекле эҙләүгә ҡарамаҫтан улар табылманы. Ҡара көртмәле һәм  персик тәме сығырға тейешле биойогурт та ("Эдельвейс - М" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ) төҫө һәм тәме буйынса ҡуйылған талаптарҙан алыҫ. "Эрман" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (Рамен районы, Мәскәү өлкәһе) етештергән ҡаймаҡтың тәме оҡшаманы: унда үҫемлек майҙары ҡушылыуы асыҡланды. Емеш - еләкле эремсек ("Карат" иретелгән сырҙар заводы, Мәскәү) тә тәме буйынса тейешле талаптарға яуап бирмәй.
       "Татарское" татлы һыйыр майы ( "Эдельвейс - М" яуаплылығ ы сикләнгән йәмғиәт, Ҡазан) составында натураль ҡаймаҡ булыу ы тураһында һөйләгән этикеткаһына тап килмәй. Май ысынбарлыҡта йомшаҡ һәм үҫемлек майы менән байытылған һөт пр одуктын хәтерләтә.
       Рейд барышында тикшерелгән башҡа төбәктәрҙән индерелгән п родукция өлгөләренең яртыһынан күберәге физик - химик, микробиологик һәм органолептик күрһәткестәре буйынса норматив - техник документтарҙағы талаптарға яуап бирмәүе асыҡланды. Шуға күрә белгестәр һатып алыусыларға урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына иғтибар бирергә кәңәш итә. Сөнки үҙебеҙҙә етештерелеүсе һөт продукттары юлда аҙыраҡ ваҡыт була, тимәк һатып алыусыға ла тиҙерәк килеп етә.
       - Бынан тыш беҙҙең етештереүселәребеҙ закон менән дуҫ, - тине тикшереүҙе тамамлап комиссия рәйесе урынбаҫары, БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары Валерий Вәлиәхмәтов. Һәм комиссияның башҡа
       ағзалары менән бергә бындай контроль артабан да дауам итәсә к тип вәғәҙә бирҙе. Эксперттарҙы ҡәнәғәтләндермәгән продукци я, билдәле, һатыуҙан алынасаҡ.
       Конкурентлыҡҡа килгәндә, эксперттарҙың әйтеүенсә, беҙҙең етештереүселәргә ул бик кәрәк. Ҡулланыусы өсөн көрәш урындағы предприятиелар тарафынан юғары сифатлы тауар
       етештерелеүенә алып килә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал