6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Орган залында - тағы ла аншлаг
12.07.05


       Органда уйнаусы Владислав Мортазин бына инде бер нисә йыл
       дауамында үҙебеҙҙә Европа йолаһын һаҡлап килә, үҙенең концерттары менән ул музыка яратыусыларға йәй миҙгеленең ял
       ваҡыты ғына түгел, төрлө фестивалдәр һәм ҡыҙыҡлы музыкаль программалар осоро ла булыуын хәтерләтә. Йылдың был миҙгелендә ҙур ҡалаларҙа музыкаль тормош икенсе сифатта күренә, һәм, органсының фекере буйынса, Өфө лә был йоланан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
       Шулай итеп, ошо көндәрҙә "Орган залында йәйге кистәр" циклына классик музыка яратыусыларҙы Башҡорт дәүләт филармонияһына йыйған тағы бер аншлаглы концерт өҫтәлде.
       " Нисек итеп йәйен халыҡты концерт залында йыйырға мөмкин  Был бик ҡатмарлы йәки бөтөнләй мөмкин түгел..." Мортазин бындай фекерҙәрҙе нигеҙһеҙ тип атай. Нисек кенә парадокс булып яғырамаһын, уның концерттары һәр саҡ тип әйтерлек бик күп тамашасылар йыя, ә был кисәләрҙәге мөхит йәйге йылылыҡ менән һуғарыла. Музыкант быны мәҙәниәткә һыуһау менән аңлата, "Бөгөн ҡалала" афишаларына ғына ла күҙ һалыу етә, һә м бөтәһе лә аңлашылыр, ти ул.
       Владислав Мортазин концертының беренсе өлөшөндә Барокко о соро оҫталарының әҫәрҙәре яңғыраны: Иоганн Себастьян Бах һәм уның өлкән замандаштары Иоганн Пахельбель һәм Николаус Б рунс. Икенсе бүлектә тыңлаусылар романтизм дәүеренә күсте - Ференц Листың вариациялары концерттың бик сағыу тамамланышына алып килде.
       Бахтың әҫәрҙәре "Алла тауышы" кеүек, ә Листың көйө - сағы у һәм иҫтә ҡалырлыҡ "аң ағышы" булып яңғырай. Уның тормошо ла шулай еңел аҡыллы, мажараларға бай, күренекле пианист даны м енән һуғарылып аға. Талантлы композитор фортепианоны ғына түгел, органға ла ярһыулыҡ һәм экспрессия өҫтәп, яңыса яңғыратыуға өлгәште. - Үҙемдең сығыштарымда мин билдәле бел халәткә инергә тырышам, шул саҡта тамашасы музыка аша иң ҡәҙерле кеше - үҙе менән осраша, - ти Владислав Мортазин.
       - Программаны һайлау - уңыштың мотлаҡ шарты. Был үҙенсәлекл е мәл: һәр концертта билдәле бер динамика йәшәй, шуға күрә программаны аңлап төҙөргә кәрәк, шул саҡта ғына тамашасы концерт залына тағы ла килергә теләк белдерәсәк. Публика тиҙ генә "ҡыҙып" китмәй, үҙенсәлекле этәргес көс булыуы кәрәк, у л тамашасыны "кәрәкле тулҡынға" "көйләйәсәк".
       Был юлы "импульс" сифатында органда уйнау оҫтаһы Иоганн
       Себастьян Бахтың билдәле әҫәре "Токката һәм фуга ре - минорын" һайлаған - был әҫәр музыканттың концерт программаһында йыш осрай һәм бер кемде лә битараф ҡалдырғаны юҡ.
       Мортазин сығыштың мөхитен һәм "уңышлылығын" күпселек осраҡта тамашасылар залы билдәләй, тип аңлата: концертта музыка тыңларға әҙер булмағандар, йәки, киреһенсә, музыканы тоя белгән тыңлаусы - профессионалдар ултырыуы мөмкин.
       Һуңғыһында бирелеп уйнауы еңел - публика быны аңлаясаҡ һәм баһалаясаҡ. Һөйләшеү аҙағында музыкант бөгөнгө концерттың нәҡ шундайҙарҙан булыуын билдләне һәм бының өсөн өфөлөләргә рәхмәт белдерҙе.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал