6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
тарихтан бер көн

Лев Кассиль Өфөлә лә булған
11.07.05


       1968 йылда Өфөлә әлеге ваҡытта билдәле яҙыусы Бор ис Павловтың "Солнце над просекой" тип аталған тәүге китабы донъя күрә. Ғәҙәти ваҡиға тип тә уйларға мөмкин. Тик был китапты күренекле балалар яҙыусыһы Лев Кассиль ( 10 июлдә
       уның тыуыуына 100 йыл тулды) күреп ҡала. "Борис Павловтың
       әҫәрҙәренә үткер, тиҙ үҫешеүсе сюжет хас түгел, - тип яҙа Л ев
       Кассиль. - Уларҙың төп йөкмәткеһе кешенең эске, күңел
       кисерештәренә ҡайтып ҡала. "На спидометре - 80" хикәйәһе айырыуса шәп, унда йәш, әммә үҙ мөмкинселектәренән бер ни тиклем өмөт өҙгән, ҡушҡан эште битараф рәүештә үтәүсе кеше аҡрынлап ысын эшсегә үҙ эшеңде белеү һәм яратыу ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуын аңлай башлай... Б. Павловтың әҫәрҙәре автор талантының күп яҡлы булыуы һәм уның әҙәби йәһәттән өлгөрөп еткәнлеге тураһында һөйләй".
       Мин Борис Николаевичтан был рецензия нисек барлыҡҡа килеүе тураһында ҡыҙыҡһындым.
       - Һөнәрем буйынса мин философ, - тип яуапланы ул. - 1959 йылда Мәскәүҙә Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына уҡырға индем. Лев Кассилдең ижади семинарында ҡатнаштым. Фатирында, дачаһында ла булырға тура килде. Ул һәр ваҡыт уҡыусыларынан килгән хаттарға күмелгән була торғайны.
       Аралашыусан, шаяртырға яратты. Уҡыуҙан һуң да беҙ уның менән хат алыштыҡ. Ул үҙ уҡыусылары - тәрбиәләнеүселәренең яҙмышын, ижадын күҙәтеп барҙы. Шуға күрә китабыма рецензия л а яҙғандыр, моғайын. Уның һорауы буйынса мин Өфөнөң Лев Кассиль хатлашҡан 100 - сө мәктәп уҡыусылары алдында сығыш та яһаным.
       Кассилдең өфөлөләр менән хат аша аралашыуы тураһында беҙ "БАШвестЪ" гәзитендә ике йыл элек яҙып үткәйнек. Бөгөн яҙыусы биографияһының әлегәсә билдәле булмаған бер фактында туҡталмаҡсымын.
       1968 йылдың 28 сентябрендә ул уҡыусыларға яҙа: "... һеҙҙе ң "Удар! Еще удар" фильмында ни өсөн Өфө телгә алыныуы
       тураһындағы һорауығыҙға яуап бирергә онотҡанмын. Беренсенән, ул ваҡытта Өфөгә Мәскәү, Ленинград һәм фашистар ынтылған башҡа райондарҙан күп кеше эвакуациялана.
       Икенсенән, йәшермәйем, күп ҡалалар араһынан минең нәҡ Өфөнө атағым килде, сөнки унда минең ҡәҙерле малай һәм ҡыҙҙарым йәшәй".
       Лев Кассиль Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Өфөлә булыуын телгә алмай. Ул саҡта яҙыусы Свердловск ҡалаһында, Бөтә союз
       радиокомитетында эшләй. Хәрби темаларға "Линия связи", "Семь рассказов" китаптарын яҙа. Әммә ил уны "Вратарь
       республики", "Черемыш - брат героя", "Маяковский - сам"
       китаптары буйынса хәтерләй. Уны белделәр һәм яраттылар.
       1942 йылдың ҡышында уны Өфөгә саҡыралар. Был турала 1942 й ылдың 28 ғинуарында сыҡҡан "Красная Башкирия" гәзитенән уҡып белергә мөмкин: "Башҡорт дәүләт филармонияһы саҡырыуы буйынса Өфөгә әҙәби кисәләр үткәреү өсөн Сталин премияһы лауреаты, РСФСР - ҙың атҡаҙанған артисы Игорь Ильинский һәм яҙыусы Лев Кассиль килә. Кисә 31 ғинуар һәм 1 февралдә Совнарком залында үтәсәк. Көн һайын 2 сеанс".
       Лев Кассилдең партнеры ла билдәле - Игорь Ильинский ул ваҡытҡа "Волга - Волга" кинокомедияһында Бывалов ролен, "Праздник святого Иоргена" фильмында уйнап өлгөрә.
       Яҙыусы менән артист госпиталдәрҙә яралылар алдында ла сығыш яһай, күрәһең. Тик ул ваҡытта был турала яҙмайҙар. Һуғыш осоро тураһында Лев Кассилдең уҡыусыһы Борис Павлов һә м Өфөнөң башҡа уҡыусылары - яҙыусының тәрбиәләнеүселәре уның
       "Дорогие мои мальчишки" китабынан да уҡып белә, уны башҡорт теленә Зәйнәб Биишева тәржемә итә.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал