6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Депутаттарҙың яҙҙы ябыуы тураһында
11.07.05


       Яҙғы сессияның һуңғы пленар ултырышында республи ка парламентарийҙары Рәсәй Дәүләт Думаһына 131 - се закондың
       үҙ көсөнә инеүен 2008 йылдың 1 ғинуарына ҡалдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итергә ҡарар ҡылды. Сессия буйына Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаттары нәҡ урындағы үҙидара үҫеше тураһындағы закондар менән эшләүенә ҡ арамаҫтан, төп хоҡуҡи проблемалар хәл ителмәй ҡалыуы аңлашыла. Әммә бында республика парламентарийҙарына дәғүә бе лдереү дөрөҫлөккә тап килмәй.
       Депутаттарҙың Башҡортостанда яңыртылған бюджет процесын н орматив рельстарға ҡуйып, бюджет - ара мөнәсәбәттәрҙең яңы с истемаһына тормошҡа юллама бирергә тырышыуы күҙгә ташлана. Ике закон проектына ла төҙәтмәләр һаны йөҙгә яҡынлашыуына ҡарамаҫтан, улаҙың барыһы ла парламентарийҙар т арафынан шунда уҡ икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙар ваҡытында ҡабул ителде. Депутаттарҙың тәүге ҡарауына республиканың "Социаль - иҡтисади үҫеште дәүләт күҙаллауы тураһында" законына БР Хөкүмәте Премьер - министры - иҡтисади үҫеш һәм сәнәғәт министры урынбаҫары Николай Пучниндың
       төҙәтмәләр индереүе хис - тойғоға бай булды. Закондар һәр ваҡыт косметик ремонт талап итә, бына был законға ла ун йылд ан һуң федераль һәм республика хоҡуҡи акттарынды үҙгәрештәрг ә ярашлы "реновация" кәрәк.
       Парламенттың 26 - сы ултырышында беренсе уҡыуҙа хупланған
       закон проекттарының социаль йүнәлештә булыуы асыҡ күренә.
       Депутаттар яңы эшләй башлаусы Торлаҡ кодексы күп нимәне төбәктәр ҡарамағына ҡалдырыуы менән килеште - "Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү т ураһында" закон проекты, башлыса, кемде аҙ тәьмин ителеүсе граждандар рәтенә индерергә һәм уларҙың ниндәй тәртиптә
       бушлай торлаҡ алыуға иҫәп тота алыу мөмкинлек критерийҙарын
       индерә. БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Хәмит Мәүлейәровтың һүҙҙәре буйынса, үткән йылда социаль торлаҡ күләме 35 мең квадрат метрҙа иҫәпләнгән. Киләсәктә социаль торлаҡ алыуға иҫәп тотоусыларҙы урындағы үҙидара органдары билдәләйәсәк.
       Республика хөкүмәте һәм профсоюздары инициативаһы буйынса, "БР социаль партнерлыҡ органдары тураһында" закон проекты ла икенсе уҡыуға ебәрелә. Төбәк кимәлендә эшләп
       килгән социаль - хеҙмәт мөнәсәбәттәрҙе көйләү буйынса өс яҡлы комиссия менән бергә, эш менән тәьмин итеүселәр, башҡарма власть һәм профсоюз органдарын берләштереүсе йыйылыштарҙың тармаҡ, территориаль һәм ойошма кимәлендә эшләү хоҡуғы буласаҡ.
       Ниһәйәт, депутаттар 122 - се федераль законға ярашлы күп кенә льготаларҙан мәхрүм булған ауыл бюджетсыларын социаль яҡлау буйынса закон сараларын ҡараясаҡ. "Ауыл ерендә йәшәүсе  һәм эшләүсе белгестәрҙе социаль яҡлау саралары тураһында" закон проектында Хөкүмәт педагог, медик, ветеринар һәм күрһәтелгән башҡа граждандар категорияларына торлаҡ - коммуналь хеҙмәтләндереүгә һәм торлаҡҡа сығымдарҙы түләүҙе 1 00 процент компенсациялауҙы тәҡдим итә. Был законды тулыһынса ҡабул итеү көҙөн генә булыуына ҡарамаҫтан, ул 200 5 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инәсәк.
       Билдәле "Козак законы" (131 - ФЗ) өсөн "Ч" ваҡытын күсере ү тәҡдиме түгел, ә перспективала республиканың "Мәғариф тураһында" законына төҙәтмәләр индереү ултырышта иң ҙур йәнләндереү тыуҙырыусы тема булды. Әгәр мәғариф учреждениеларының эшмәкәрлеген суд ҡарары буйынса ғына
       туҡтатып тороу мөмкинлегенә ҡағылышлы тәүге үҙгәрештәр автоматик режимда үтһә, мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллинаның икенсе инициативаһы күп һорауҙар барлыҡҡа
       килтерҙе. Хөкүмәт төҙәтмәләренә ярашлы, республиканың мәктәп һәм вуздарында башҡорт теле республиканың дәүләт теле булараҡ өйрәнеләсәк. Парламентарийҙар шунда уҡ уҡыусыларға йөкләмә артыҡ ауыр булмаҫмы, һәм быға ярашлы рәүештә ниндәй предметтарҙы уҡытыу өлөшө кәмеүе менән ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, әлбиттә. Мәғариф министры был яңылыҡтың маҡсаты - башҡа милләт вәкилдәренең
       Башҡортостанда йәшәүсе төп халыҡтың һөйләш телен булһа ла өйрәнеүе, тип белдерҙе. Зөһрә Рәхмәтуллина шулай уҡ
       министрлыҡ тарафынан тиҙҙән дәүләт базис уҡыу пландарына ла
       үҙгәрештәр тәҡдим ителәсәген әйтте.
       Дәүләт Йыйылышы депутаттары Рәсәй парламенты депутаттарына Рәсәй Федерацияһында беренселәрҙән булып мөрәжәғәт итмәй. Ошондай уҡ инициатива менән бер нисә төбәк мөрәжәғәт итте лә инде. "Рәсәй Федерацияһында урындағы
       үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" билдәле Ф едераль закондың үҙ көсөнә инеү ваҡытын ике йылға күсерергә тәҡдим ителә. Был тәҡдим менән сығыш яһаған
       урындағы үҙидара һорауҙары, милләт, йәмәғәтселек һәм дини берләшмәләр, мәғлүмәт сәйәсәте эштәре буйынса Комитет рәйесе Зөфәр Еникәев билдәләүенсә, урындағы үҙидараның финанс нигеҙе тотош Рәсәйҙә формалашмаған, күпселек муниципаль берәмектәрҙә тулы ҡиммәтле килем сығанаҡтары юҡ, һәм был башҡалар иҫәбендә урындағы үҙидара органдарының үҙ хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыу теләктәрендә негатив сағылыш т абыуы ихтимал.
       Ошоға тиклем федераль хөкүмәт милектең муниципаль
       мөлкәткә тапшырылыу тәртибен көйләмәне, квалификациялы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табыу һәм уларҙы уҡытыу өсөн кем түләүе лә аңлашылмай. Икенсе яҡтан, хатта ергә дәүл әт мөлкәтен сикләү процесы ла бары тик 2008 йылға ғына тамамланырға тейеш. Бер һүҙ менән әйткәндә, республика парламентарийҙары "131 - закондың күсмә положениеларын ашығыс шарттарҙа башҡарыуҙы кәрәк тип тапмай". Төбәк
       инициативаларына үҙәктең ниндәй ҡарашта булыуын көтөргә
       ҡала.
       Яҙғы сессияның һуңғы, 26 - сы пленар ултырышының көн тәртибендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡ оролтай депутаттары 52 һорау ҡараны. Бынан тыш улар 26
       июндә һайлауҙарҙа еңеүсе өс коллегаһын - Морат Ғөзәйеров, Камил Мәмәтҡаҙин һәм Солтан Хәйруллинды үҙ сафтарына ҡабул и тте. Ҡала һәм райондарҙың айырым суд участкаларында мировой судья вазифаһына раҫлау практикаһы дауам ителде - республика Президентының тәҡдиме буйынса туғыҙ
       кандидатураның барыһы ла парламентҡа индерелде.
       Яҙғы сессияға һығымта яһап, республика парламенты спикеры
       Константин Толкачев был ваҡыт эсендә БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары 66 закон ҡабул итте, уларҙың иллеһенә Башҡортостан Президенты тарафынан ҡул ҡуйылды тип белдерҙе. Константин Толкачев үткән ваҡыт эсендә һигеҙ пленар
       ултырыш үтеүе, уларҙа парламентарийҙар 100 закон проекты ҡарауын да ултырышта ҡатнашыусыларҙың хәтеренә төшөрөп үтте. Көҙгө сессия сиктәре бөгөн үк билдәле, ул, Константин Толкачев әйтеүенсә, 55 закон проектын ҡарауҙы үҙ эсенә ала.
       Хәйер, закондарҙы көҙ һанарбыҙ.
       Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт һәм Федерация Советы ағзалары, федераль министрлыҡ һ әм ведомство территориаль органдары, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, ҡала һәм район хакимиәттәре
       башлыҡтары, йәмәғәтселек ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал