6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Константин Толкачев: "Ҡырағай төпкөлгә юл тотам"
11.07.05


       Республиканың парламент депутаттары үҙ пландарын тулыһын са үтәне. Етенсе июндә улар аҙаҡҡы тапҡыр яҙғы сессия ултырышына йыйылды, ул, әйтергә кәрәк, республикала сәйәси тормоштоң һиҙелерлек йәнләнеү фонында барҙы. Бынан тыш социаль градусты арттырған льготаларҙы аҡса менән
       алмаштырыу тураһындағы ябай булмаған закон да үҙ өлөшөн индермәй ҡалманы, алда урындағы үҙидара реформаһының хәл
       иткес өлөшө көтә. Хәйер, әлегә нөктә ҡуйылмаған, әммә закондарҙы шымартыу - Башҡортостан парламентарийҙарының берҙән - бер эше түгел. Быйылғы сессия барышында улар бер нисә тапҡыр үҙ рәттәрен "яңынан бесеп текте", йоғонто өсөн көрәш шаһиты булды, йәмәғәтселектең федераль хоҡуҡ яланында үҙгәрештәргә ҡарата ризаһыҙлығын баҫты. Әммә депутаттар күмәк хеҙмәт менән яҙғы сессияға яҡшы нөктә ҡуйҙы ( дөйөм алғанда 101 закон проекты ҡаралды), һәм көҙгө сессияға
       башланғыс та һалып өлгөрҙө. Әйткәндәй, ул да көсөргәнешле булырға оҡшай.
       Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай р әйесе Константин Толкачев парламент эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләре һәм алда торған парламент каникулына пландары менән уртаҡлашты.
       - Константин Борисович, республика Дәүләт Йыйылышы
       депутат корпусының яҙғы сессия ваҡытындағы эшмәкәрлеген нисек баһалайһығыҙ
       - Был сессия үтә мөһим тарихи ваҡиға - совет халҡының Бөй өк Ватан һуғышында Еңеүенә 60 йыл тулыу, Башҡортостан тарихында әһәмиәтле дата - дәүләт власының даими эшләүсе юғары закондар сығарыу органы - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай барлыҡҡа килеүенә ун йыл тулыуы, быйылғы йылды Наркомания, эскелек һәм тәмәке тартыуҙы иҫкәртеү йылы итеп иғлан итеү фонында үтте. Шуға күрә депутат корпусының был
       этапта закондар сығарыу эшмәкәрлегенә билдәле йүнәлеш һәм һ өҙөмтәлелек хас, был республика закондарының күпселегендә сағылыш таба.
       Шунда уҡ БР Президентының халыҡҡа һәм Дәүләт
       Йыйылышына Хаты - "Башҡортостандың стратегияһы - халыҡ именлеге өсөн эшләү" ( Республикалағы хәл - торош һәм 2005 йылда уның төп үҫеш йүнәлештәре тураһында) нигеҙ булып
       тороуы хаҡында әйтеп китәм. Уның тарафынан дәүләттең, граждандар йәмғиәте институттарының артабан үҫеше буйынса б илдәле стратегик бурыстар ҡуйылды, иҡтисад һәм социаль өлкәлә инновацияның алға китеше буйынса төп һорауҙар билдәләнде. БР Президентының Хатын тормошҡа ашырыуҙы законға ярашлы тәьмин итеү буйынса раҫланған саралар
       планында был йүнәлештәр сағылыш табыуы аңлашыла. Ул республика закондарының дәүләт мөлкәтенә идара итеү, урындағы үҙидара ойоштороу, тирә - яҡ мөхитте һаҡлау, бюджет ¬ хеҙмәт һәм торлаҡ мөнәсәбәттәре, кесе эшҡыуарлыҡты яҡлау,
       халыҡты социаль яҡлау, административ реформа, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт өлкәләрендә республика закондарының артабан үҫешен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексын күҙаллай. Башта өҫтөнлөк иҡтисади блок закондарына биреләсәк .
       - "Рәсәй Федерацияһында урындағы үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында" Федераль закондың яҙмышы
       ябай түгел. 2006 йылдың 1 ғинуарынан ул үҙ көсөнә инергә тейеш, тик Башҡортостан Республикаһы был законды тормошҡа ашырырға әҙерме һуң
       - Башҡортостанда инде күп йылдар дауамында урындағы үҙидара системаһын планға ярашлы һәм эҙмә - эҙлекле
       формалаштырыу процесы бара. Уны булдырыуҙа федераль
       законда ҡаралған урындағы үҙидара ойоштороуҙың дөйөм принциптары, ыңғай тәжрибә файҙаланылды, төбәк спецификаһы, республикала йәшәүсе халыҡтың ғөрөф - ғәҙәттәре иҫәпкә
       алынды. Урындағы үҙидараның тәғәйенләнеше дәүләт һәм граждандар йәмғиәте араһында тығыҙ мөнәсәбәт тәьмин итеүсе з веноларҙың береһе булыу.
       Беҙҙең республикала 131 - се закондың күсмә положениелары н тормошҡа ашырыуҙың тәүге этабы тамамланды - муниципаль
       берәмек сиктәре һәм уларҙың статусы билдәләнде. Шулай уҡ тейешле закондар ҙа ҡабул ителде.
       Киләһе этап - һайлауҙар үткәреү. РФ барлыҡ субъекттарында ла улар 2005 йылдың 1 ноябренә тиклем үткәрелергә тейеш. Беҙҙең республикала улар 26 июндә үтте.
       Бөгөнгө көнгә бурыс - федераль, төбәк һәм урындағы кимәлд ә хәл ителергә тейешле һорауҙарҙы билдәләү, льготаларҙы аҡса ға алмаштырыуға оҡшаш хәл килеп сыҡмаһын өсөн киләһе йылдан башлап законды тормошҡа ашырыуҙы күҙаллау мөмкин булырға тейеш. Мөмкин булған кире эҙемтәләр өҫтөндә эшләр юҡҡа ғына эшсе төркөм һайланмаған бит, уның составына БР Президенты Мо ртаза Рәхимов та инде.
       Урындағы үҙидара органдарының хоҡуҡтарын тәьмин итер өсөн
       РФ, федерация субъекттары һәм муниципаль берәмектәр араһында мөлкәтте бүлеү буйынса ҙур күләмдә эш башҡарырға
       кәрәклеге күҙгә ташлана. Бынан башҡа ла эштәр етерлек, уларҙы 1 ғинуарға үтәп өлгөрөү мөмкин түгел. Ә иң мөһиме - урындағы үҙидараға ышаныслы финанс нигеҙ биреү. Мин, кәрәк б ула ҡалһа, урындағы үҙидара тураһында закондарҙың тормош ысынбарлығына тура килмәгән положениеларына төҙәтмә индерергә әҙербеҙ, тип билдәләргә теләр инем.
       - Беҙҙең парламентарийҙарҙың федерацияның башҡа субъекттарының закондар сығарыу буйынса власть органдары һәм илдең төп парламенты менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәләре
       ниндәйерәк
       - Беҙҙең депутаттар республиканан ситтә лә парламент эшмәкәрлеген уңышлы алып бара. Рәсәй Дәүләт Думаһы ҡарарына байтаҡ федераль закон проекттары индерелде.
       Ҡағылған һорауҙар даирәһе ярайһы уҡ киң: альтернатив
       граждандар хеҙмәте, граждандарҙы социаль яҡлау, айырым эшмәкәрлек төрҙәрен лицензиялау, банкылар, урындағы үҙидара ueҙмәте. Әйткәндәй, беҙҙең тәҡдимдәрҙең күпселеген Дәүләт
       Думаһы үҙ сессияһында ҡараясаҡ.
       Дәүләт Йыйылышы депутаттары Дәүләт Думаһы һәм Федерация Советының парламент ултырыштарында ҡатнаша. Беҙ РФ башҡа субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу о ргандары менән парламент бәйләнештәре булдырыуҙы дауам иттек. Мәскәү ҡала Думаһы, Ханты - Манси атономиялы округ
       Думаһы, Татарстан, башҡа субъекттарҙың закондар сығарыу
       органдары менән хеҙмәттәшлек тураһында протокол һәм
       килешеүҙәр булдырылды.
       Минең ҡарамаҡҡа, был йүнәлештә хеҙмәттәшлек ярайһы уҡ файҙалы, сөнки беҙ коллегаларыбыҙ эшенең тәжрибәһен үҙебеҙҙең закондар сығарыу эшмәкәрлегендә файҙаланырға тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостандың үҙ закондар
       базаһын үҫтереүҙәге тәжрибәһе башҡа төбәктәр өсөн дә ҙур
       ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.
       - Парламент каникулдары ваҡытында нисегерәк ял итергә ниәтләйһегеҙ
       - Минең инде йолаға әүерелгән ғәҙәтем тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр, моғайын - дуҫтар менән бергә тау йылғалары буйлап һалда төшәбеҙ. Кеше аяғы баҫмаған ерҙәрҙә
       булһа, тағы ла шәберәк. Мин республиканың барлыҡ мөйөшөндә лә булдым инде. Интеллект булмаған берәй ҡырағай төпкөлгә инеп ял итергә ине.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал