6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Мәктәпте тамамлауға - Европа чемпионы титулы
11.07.05


       Мәскәүҙә шоссе юлда велоуҙыштар буйынса чемпион ат башланды. Уңышлы башланды тип тә өҫтәргә кәрәк. Сөнки Рәс әй командаһына тәүге "алтын" миҙалды яҡташыбыҙ алып килде. 1 7 йәшлек Дмитрий Соколов үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр Европа чемпионы титулына эйә булды. Ул - Өфөнөң "Ағиҙел" велоспорт
       үҙәге тәрбиәләнеүсеһе. Бер аҙна элек Рәсәй чемпионатында
       еңеп, ул үҙ йәшендәгеләр төркөмөндә илдең йыйылма командаһына инде.
       Европа чемпионатының тәүге көнөндә Крылатское велотрассаһында ике ярыш үтте. Беренсеһендә йәштәр ярайһы уҡ ҡатмарлы рельеф буйынса 22 километрға уҙышты. Рәсми стартҡа тиклем үк белгестәр был трассаның ҡатмарлы булыуына ишара яһағайны. Унда еңеүгә өлгәшкән спортсы донъяның барлыҡ шоссе трассаларын да яуларға һәләтле.
       Хәҙер ярышҡа әйләнеп ҡайтайыҡ. Баштан алып Дима дистанция буйлап ярайһы уҡ тигеҙ хәрәкәт итте. Ә финишҡа 2,5 километр ара ҡалғас ул алға сығыуға өлгәште һәм аҙаҡҡа тикле м тиҙлеген кәметмәне. Уртаса сәғәтенә 45 километр тиҙлек күрһәтеп, Өфө егете финиш һыҙығын 28 минут 49,12 секунд тигәндә киҫеп үтте. Икенсе һөҙөмтә украин Евгений Николенкол а, өсөнсө булып финишҡа Италиянан Мануэль Боаро килде.
       Ярыштарҙан һуң журналистар менән һөйләшкәндә Дмитрий үҙ е ңеүенә бик шат булыуын белдерҙе. Быйыл 77 - се Өфө мәктәбен тамамлаусы егеттең хис - тойғолпрын өфөлөләр генә түгел, бар рәсәйлеләр ҙә уртаҡлашалыр, моғайын.

Елена Евтеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал