6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Шәхес

Принцесса тормошонан бер көн
21.10.03


       Йола буйынса шәмбе беҙҙә эш көнө тип иҫәпләнмәй. Әммә опера театрының ҙур залында ял көндәре бөтөнләй булмай тиерл ек. Һәм был көндө Иоганн Штраустың "Зәңгәр Дунай" спектакле нә репетиция бара ине. Ул өр-яңы әҫәр булғанға күрә, етешһе ҙлектәрҙе бөтөрөү, спектаклде шымартыу өҫтөндә эшлә лә эшл ә инде.
       Эргәмдә ултырыусы легендар Зәйтүнә Насретдинова Гөлсин ә Мәүликасова тураһында "Беҙҙә бындай фактуралы балерина бул ғаны юҡ әле" тип шыбырлап өлгөрә. Ысынлап та, балеринаның сә хнәлә күбәләктәй еңел осоп йөрөүе тамашасыны битараф ҡалдыры рлыҡ түгел. Башҡорт Терпсихораһына хеҙмәт итеүсе башҡа мини атюр актрисаларҙан ул айырылып тора. Бейеүсенең оҙон аяҡтары , таҫмалай һығылмалы ҡулдары лирик балерина Галина Уланован ы хәтерләтә кеүек. Хәйер, Гөлсинәнең лирик образды тыуҙыра а лыуы уның үҙенә генә хас үҙенсәлектәр аша килә. Ниндәй генә роль тура килмәһен, уның хаҡында шуны әйтергә була: ул гүйә Одетта, ышаныусан Жизель һәм ябай Золушка булырға тыуған. Рә сәй артисткаларының барыһына ла хас лиризмы менән таң ҡалды рҙы ла инде Гөлсинә "Арабеск" конкурсының жюри ағзаларын. "Р ус балеты принцессаһы" тигән юғары исемде тап беҙҙең актриса яуланы ла инде.
       Уның сәхнә партнеры Ильдар Мәнәпов үҙенең Гөлсинә менән
       һоҡланыуын йәшермәй:
       - Италияла беҙ уның менән Чайковский көйөнә яҙылған "Б елое адажио"ны бейенек. Уның ысынлап та илауын күреү мине те трәндерҙе. Ул роленә тулыһынса бирелә һәм героиняһының тормо шоменән сәхнәлә йәшәй башлай...

Лилиә Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал