6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
хоҡуҡ

Наркотик менән һатыу итеүсе төркөм асыҡланды
11.07.05


       РФ наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү буйынса БР буйынса идаралыҡтың тикшереү хеҙмәте начальнигы Александр Елинсондың һүҙҙәре буйынса, әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәр эш
       материалдары менән таныша. Улар барыһы ла Өфөлә йәшәй. "3 6 йәшлек Артур төркөмдө ойоштороу һәм етәкселек итеүҙә ғәйепләнә, - тип аңлата Александр Михайлович. - Дөйөм алғанд а, уларҙан 397 грамм героин тартып алынған, бынан тыш улар
       енәйәт юлы менән табылған 625 мең һумдан ашыу аҡсаны легалләштерә". Артур шулай уҡ ҙур сумманы үҙләштереүҙә ғәйепләнә - ул 500 мең һумға сит ил машинаһы һатып ала.
       Енәйәтсел төркөм үҙен һаҡ тота. Наркотиктар әйләнешенә контроллек итеү хеҙмәткәрҙәре "аҡ үлем" таратыусыларҙы бер нисә ай дауамында күҙәтә, һәм, ниһәйәт, үткән йылдың октябрь айында наркотиктар һатыу факты буйынса тәүге енәйәт эше асыла. Төркөмдөң өс ағзаһы ул саҡта "Победа" кинотеатры эргәһендә 0,22 грамм героин һата. Бынан һуң бер - ике көн үт кәс, төркөмдөң дүртенсе ағзаһы 0,25 грамм наркотик һатҡан са ҡта
       ҡулға алына. Артабан 16 грамдан ашыу героинды "осорорға"
       маташҡанда, тәүге төркөмдөң 34 йәшлек етәксеһе һәм уның "хеҙмәттәштәре" ауға эләгә. Ошо көндө үк икенсе төркөмдөң 24
       йәшлек етәксеһе һәм уның ҡул аҫтындағылар өсөн иректә һуңғы
       көн етә, етәксе ҡатын - ҡыҙҙың сумкаһында 2,165 грамлыҡ "та уар" табыла.
       Иң һуңынан Артур ҡулға алына, уның үҙен тикшергән ваҡытта 15 грамм, фатирынан 70 грамм героин табыла: ҡара полиэтиленға төрөлгән үлемесле ағыу пакеттары өҫкө кейем шкафында кейем кеҫәләрендә һаҡлана. Һатыуға әҙерләнгән "тауар" хужаның гаражында ла табыла.
       Енәйәтсел төркөмдөң барлыҡҡа килеү тарихы ябай, барыһына ла нәфсенең сама белмәүе ғәйепле. Башта Артур үҙе әүҙем рәүештә наркотиктар ҡуллана. Тик һуңынан сит илдә дауалана, ағыу ҡулланыуын ташлай һәм ... наркотиктар менән һатыу итерг ә тотона. Ярҙамсыһы ла барлыҡҡа килә - үҙенең элекке водител е. Артабан, 2002 йылдан башлап, Артур параллель рәүештә, үҙҙәре
       лә энәлә ултырған кешеләрҙән торған ике төркөм төҙөй. Ҡулға алыныу ваҡытына Артур Өфө яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең береһендә директор урынбаҫары булып иҫәпләнә, мәктәп йәшендәге балаһы бар.
       Енәйәтсел төркөм ойоштороу , наркотиктарҙы законһыҙ рәүештә һатып алыу, һаҡлау һәм һатыу буйынса бер нисә статьянан тыш, Артур һәм уның ярҙамсыларының береһе
       ике өфөлөнө героин ҡулланыуға йәлеп итеүҙә ғәйепләнә.

Евгения Тулина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал