6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Ҡоромаҫ Ҡороюлым...
11.07.05


       Тыуған төйәгем - Ейәнсура районының бала саҡ һәм йәшле к йылдарым үткән Ҡужанаҡ ауылында булмағаныма бер нисә йыл булып китте инде. Ҡужанаҡ үҙенең Урал тауҙары уратаһында барлыҡҡа килгән уйпатта урынлашыуы менән билдәле, ауыл уртаһынан, уны икегә бүлеп, һалҡын шишмә һыуҙары һуғарған Ҡороюл йылғаһы аға. Үҙемде иҫләгәндән алып, ә был ярты быуат
       самаһы, иң көслө ҡоролоҡ ваҡытында ла беҙҙең Ҡороюл кипмәне. Әле лә, уның буйынан буйына йығылған имәндәр
       ҡумырыҡ барлыҡҡа килтерһә лә, йылға үҙенең уйнаҡ шаршыларында ташбаш һәм бәрҙе һикертеп, балыҡсыларҙы ҡыуандырыуын дауам итә.
       Уң яҡ ярҙа рустар урынлашҡан, һул яҡта - башҡорттар. Хәйе р, хәҙер минең бала сағымдағы кеүек башҡорт һәм рустарға
       бүленеш юҡ. Рус һәм башҡорт ғаиләләре бында үҙ - ара туғанлашып бөттө, һул ярҙан байтаҡ йәштәр бер урам булып ауылдың рус өлөшөнә күсте. Ауылымда бер ваҡытта ла милләт айырыу булманы, башҡорт һәм рустар һәр саҡ бер ғаилә булып
       татыу йәшәне, ҡунаҡҡа йөрөштө, ҡатнаш никахтар уҡытылды.
       Бынан тыш мин һәр ваҡыт Ҡужанағымдың республиканың иң көньяҡ нөктәһе булыуы менән ғорурландым. Өфөнән Ҡужанаҡҡа тиклем 500 саҡрым самаһы. Башҡортостан картаһына күҙ һалһаң,
       Ҡужанаҡтан көньяҡҡа табан башҡа бер ауыл да юҡ - беҙҙең ауылдан ике саҡрым самаһы аранан уҡ Ырымбур өлкәһе башлана. Ә тиҫтә ярым саҡрымда күрше өлкәнең Ҡыуандыҡ ҡалаһы урынлашҡан, был ҡала минең иң күңелле бала саҡ иҫтәлектәремә
       алып ҡайта: ата - әсәйем менән баҙарға барыу, яңы кейем, уйынсыҡтар, тәмлекәстәр һатып алыуҙар...
       Үткән быуаттың 50 - се йылдар аҙағынан алып Ҡужанаҡ "Победа" колхозының үҙәк усадьбаһы булды. Хәйер, ул әле лә шулай булып ҡала, тик "Победа" бөгөн колхоз тип түгел, ә ауы л хужалығы производство кооперативы - СПК - тип атала. Тиҫтә ярым йыл самаһы колхозды районда легендар шәхес Никанор Терентьевич Токарев етәкләне. Был ҡайтыуымда уның ярты йыл элек вафат булып ҡалыуын белдем. Токарев заманын, әле совет осоронда, "Победаның" сәскә атыу ваҡыты итп әйтергә булыр ине. Бында тупраҡ уңдырышлы, көтөүлектәр иркен, үҫемлекселек
       һәм малсылыҡ өсөн шарттар бына тигән. Әммә үҙгәртеп ҡороу, айырыуса реформаның һуңғы йылдарына тура килгән иҡтисади көрсөктө "Победала" ла ауыр кисерҙеләр. Етәкселәр алмашына башланы - ауыл халҡы уларҙан уңды тип әйтеүе ҡыйын. Хужалыҡ аҡрынлап хөртәйҙе. Сәсеү майҙанының 300 гектарға тиклем кәмеүе, мал һанының бик аҙ ҡалыуы, һауын һыйырҙарының юҡҡа с ыға яҙыуына тиклем барып етте. Ә элек "Победала" өс колхоз
       бригадаһын берләштергән алты ауылға өсәр мең гектар сәсеүлек, һәр ауылда һөт - тауар фермаһы, сусҡа фермаһы булды, тауыҡ, һарыҡ та үрсетә торғайнылар.
       Иҡтисади көрсөктән "Победаны" бары тик тәжрибәле, аҡыллы,
       профессиональ етәксе - практик ҡына ҡотҡара ала ине. Ә унда й
       кеше Ҡужанаҡтан алыҫ түгел, күрше Яңыбай ауылында, элекке колхоз усадьбаһында, бөгөнгө Матросов исемендәге СПК - ла
       табыла. 80 - се йылдар башынан Минйәр Мөхәмәтғәли улы Хужахмәтов бында механизатор, бригадир, баш инженер булып эшләй. Алты йыл дауамында Чапаев исемендәге колхозға етәкселек итә, һуңынан Яңыбайға ҡайтып, бер нисә йыл тыуған хужалығында рәйес вазифаһын үтәй. Ауыл хужалығында
       етештереү технологияһына, эш ойоштороуға уның үҙенсәлекле ҡарашы бар, рәйес өсөн беренсе урында ҡаты тәртип тора, ошо сәбәпле ауылдаштары менән уның араһында аңлашылмаусанлыҡтар ҙа булғылай. Ниһәйәт ул рәйеслек вазифаһын ҡуйып, шәхси етештереү - фермерлыҡҡа күсә. 150 гектар ер ала, һөрә, сәсә, ярайһы уҡ яҡшы уңыш ала, һата - б ер һүҙ менән әйткәндә, үҙенә артығы менән етә.
       Райондың хакимиәт башлығы Әлфәрис Байсурин нәҡ ошо кешегә "Победаға" етәкселекте үҙ ҡулына алырға тәҡдим менән мөрәжәғәт итә лә инде. Ҡороюл йылғаһы буйында бер хужалыҡты булһа ла һаҡлап ҡалырға кәрәк, тип өгөтләй ул фермерҙы, сөнк и Матросов исемендәге хужалыҡ шулай уҡ бөтөү ҡурҡынысы алдында тора. Һәм 2003 йылдың март айында Минйәр Хужахмәтов "Победаны" ҡабул итеп ала һәм бына инде ике йыл уны иҡтисади һаҙлыҡтан тартып сығарыуға бар көсөн һалып тырыша. Аҡрынлап булһа ла, һайға ултырған карап оло һыуға йүнәлеш ала.
       - Әлегә етештереүҙе киңәйтеү тураһында һөйләргә иртә, әлбиттә, әммә аҙмы - күпме тотороҡлоҡ булдырҙыҡ, хужалыҡ үҙ
       аяғында ныҡ баҫып тора, - ти Минйәр Мөхәмәтғәли улы. - Быйы л мең гектар майҙанға ҡуҙаҡлы культуралар сәстек, был майҙан ды киләсәктә мең ярымға еткеререгә планлаштырабыҙ. Бөгөнгө көнгә 550 баш һыйыр малы, 50 атыбыҙ бар, ике һауын һыйырҙар гурты булдырҙыҡ, техниканы ла аҡрынлап яңыртабыҙ. Мин хужалыҡты ҡабул итеп алғанда ул банкротлыҡ сигенә аяҡ баҫҡан
       ине, бөгөн бурыстарҙан яйлап ҡотолабыҙ. Үткән йыл һөҙөмтәлә ре буйынса район ярышында өсөнсө дәрәжә диплом яуланыҡ, район хакимиәте почет грамотаһы менән наградланы. Быйыл район һабантуйында ла бүләкләп ҡыуандырҙылар.
       Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа тәүге тапҡыр үҙебеҙҙең колхоз һабантуйын ойоштороҙоҡ, алдынғыларҙы бүләкләнек. Халыҡтың рухы күтәрелеүе һиҙелә. Тәртипте нығытабыҙ. Эште иртәнге сәғәт һигеҙҙән башлайбыҙ, был мәжбүри шарт. Мал тотоу биналарын ремонтлайбыҙ, ауылды төҙөкләндереүҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Һәр өйгә тип әйтерлек газ үткәрелгән. Алға китеш һиҙелә. Үҙем өсөн мин түбәндәге маҡсатты ҡуйҙым: алдағы ике - өс йылда "Победаны" яңы кимәлгә күтәреү. Ҡулымдан килер, тип уйлайым, һаулыҡ ҡына булһын.
       Тыуған ауылымда мин был ҡайтыуымда өс көн булдым. Ауылдаштар, хужалыҡтың йәш хеҙмәткәрҙәре, мәктәп директоры Ю лай Юныс улы Ғафаров менән осраштым, үҙем туҡталған ҡунаҡсыл Петр Ильич Евстифеев - ауыл советының ветерандар советы рәйесе менән оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Һәм "Победаның" юҡҡа сыҡмаясағы, шишмәләй таҙа һыулы Ҡороюлыма оҡшап тереләсәге һәм әле тағы йөҙәр йыл
       йәшәйәсәгенә тағы бер тапҡыр инандым.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал