6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Эскән һыуың таҙамы
08.07.05


       Коллега - ҡәләмдәштәребеҙ үҙ уҡыусыларын ҡурҡытырға яра та ла инде. Күптән түгел абруйлы баҫмаларҙың береһендә исеменән генә лә сәсең үрә торорлоҡ бер мәҡәлә баҫылып сыҡты. Унда һүҙ һыуҙың сифаты тураһында бара. Сағыштырмаса к үптән түгел генә фенол эпопеяһы аша үткән өфөлөләр иһә был теманы айырыуса йөрәгенә яҡын ала. Беренсе биттә баҫылған мәҡәләнең исеменә бер ҡарауҙан уҡ күнәк һәм канистралар тотоп һыу тултырылған янына теҙелгән сират күҙ алдына баҫа.
       Хәтерегеҙҙәлер, моғайын.
       Хәйер, асыҡланыуынса, мәҡәләлә һүҙ крандан аҡҡаны түгел, ә бөгөн магазин кәштәләрендә теҙелгән шешәләргә тултырып һатылған һыу тураһында бара.
       Был яҙманың өфөлөләрҙе борсоуға һалыуына күптән түгел Тверь өлкәһендә эсемлек етештереү ваҡытында тейешле
       нормаларҙың үтәлмәүе арҡаһында булып үткән ҡыҙғаныс
       ваҡиғалар ҙа сәбәп булып тора.
       Әйтелгән мәҡәлә буш урында барлыҡҡа килмәгән, әлбиттә: ул республиканың Контроль - иҫәпләү палатаһы рәйестәре үткәргән
       тикшереү һөҙөмтәләренән сығып яҙылған. Һөҙөмтәләр ысынлап та иҫ китерлек. Беҙҙә һатылған һыуҙың 65 процентына дәғүә белдерелә. Ысынлап та шундай хәүефле хәлгә урын ҡуйылғанмы Һорауҙар күп булыуы эксперттар менән осрашып хәлде асыҡлауҙы талап итте. Һәм бына ошо көндәрҙә "Башинформ" агентлығында ойошторолған матбуғат конференцияһына сифат
       проблемаларына туранан - тура ҡатнашлығы булған белгестәр
       саҡырылды.
       Республикала "Башҡортостан Республикаһының эсәр һәм минераль һыуҙар" тип исемләнгән Президент программаһы эшләп килеүе барығыҙға ла мәғлүмдер. Был төплө һәм республикаға кәрәкле документ. Уны хәл итеү сиктәрендә байта ҡ эштәр башҡарыла. Әле күптән түгел генә республикала күпсел ек ситтән килтерелгән һыу һатыла ине. Һәм был юҫыҡта эшләүсе
       үҙ производствоны булдырырға тигән бурыс ҡуйылды. Һөҙөмтә булараҡ, шешәләргә һыу тултырып һатыу юлға һалынды, был йүнәлештә эшләүсе предприятиелар барлыҡҡа килде, Кәрәкле кимәл тәьмин ителде, баҙарҙа юғалтылған позициялар кире ҡайтарылды. Артабан сифатҡа етди иғтибар биреүгә сират етте:
       контролдә тотоусы органдар ҡатыраҡ талаптар ҡуя башланы.
       Контроль - иҫәпләү палатаһы үткәргән тикшереү иғтибар бир еп еткерелмәгән, проблемалы урындарҙы асыҡланы. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусылар һис шикһеҙ бындай тикшереү кә рәк ине, тигән фекер менән килеште.
       ... Бер ҡараһаң, һыуҙан да ябайыраҡ нимә юҡ кеүек. Ә төптәнерәк уйлағанда, уның химик йәһәттән иң ҡатмарлы продукттарҙың береһе булыуы асыҡлана. Хәйер, быға аптырарға кәрәкмәй, тәбиғәт - тере организм, ә һыу уны туҡландырыусы
       ролен үтәй. Тере субстанция. Уның составы һәр ваҡыт үҙгәреп тора, йыл дауамында ундағы матдәләр миҡдары бер үк түгел. Шуға күрә һыу өсөн дәүләт стандарты булдырыу дөрөҫлөккә тап килмәй. Бындай стандарт бар, тик етештереүселәр йышыраҡ уға түгел, ә специфика рөхсәт иткән техник шарттарға таяна. Билдәле булыуынса, һыу өсөн иң уңайһыҙ ваҡыт - яҙ. Һәм тикшереү нәҡ ошо ваҡытта үткәрелгән.
       Шулай итеп, нимә һуң ул бәләле 65 процент Шешәләргә тултырылған һыуҙың яртыһы мәғлүмәт талаптарына яуап бирмәй. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, бер нимә уҡыйбыҙ, икенсе нимә эсәбеҙ. Йәғни билдәле элементтар миҡдары әйтелгәндән күберәк
       йәки аҙыраҡ. Ҡулланыусылар хоҡуғын боҙоу күҙгә ташлана. Һатып алыусы алған тауары тураһында аныҡ мәғлүмәт алырға хаҡлы. Әммә был һыу санитария - гигиена талаптарына тулыһынс а яуап бирә - бында етештереүселәргә дәғүә юҡ.
       Тикшерелгән һыуҙың икенсе өлөшө, асыҡланыуынса, бирелгән категорияға тап килмәй. Йәғни, мәҫәлән, етештереүсе уны юғар ы категория продукты булараҡ һата, ә үҙенең химик составы буйынса был һыу беренсе категорияға ҡарай. Тимәк уны үҙ сәләмәтлегең өсөн хәүефләнмәйенсә ҡулланырға була, әммә бында ла етештереүсе ҡулланыусы хоҡуғын боҙа. Был беҙҙең етештереүселәргә килгәндә. Әммә дәүләт контролерҙары ситтән индерелгән продукцияға ҡарата ла ризаһыҙлыҡ белдерә. Һәр саҡта ла рус телендә мәғлүмәт табыуы мөмкин түгел, этикеткаларҙа ҡайһы ваҡыт продукттың сығарылыу һәм файҙаланырға мөмкин булыу ваҡыты күрһәтелмәй. Хлорид, кальций, магний, гидрокарбонаттар миҡдары нормативтан артыҡ.
       Бында эш тауарҙың "шиклелегендә" түгел, ә Рәсәй нормаларының сит ил менән сағыштырғанда ҡатыраҡ булыуында. Ә ммә, һис шикһеҙ, СанПин нормалары күҙәтелә.
       Ғөмүмән, техник көйләү һорауҙарын тәртипкә һалыусы яңы федераль закон элек дәүләт өҫтөндә булған күп кенә бурыстарҙ ы, мәҫәлән, сифат өсөн яуаплылыҡты етештереүсе гә йөкмәтә. Был уның туранан - тура бурысы. Ҡайһы бер осраҡта - әгәр, мәҫәлән, һаҡлау шарттары күҙәтелмәй икән, һатыусының да яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Предприятиеның эше - даими етештереү - технологик һәм ҡабул итеү контролен булдырыу. Һы у махсус рәүештә аттестацияланған лабораторияларҙа тикшереү үтергә тейеш. Ә дәүләт, үҙ сиратында, һайлап тикшереү эшен башҡара.
       Был осраҡта дәүләттең роле кешенең һаулығы йәки ғүмеренә янаған хәүефле продуктты һатыу кәштәләренә алып барып
       еткермәүҙә тора. Матбуғат конференцияһы геройҙары республиканың сауҙа селтәренә килтерелеүсе һыу тулыһынса хәүефһеҙ тип яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алды.
       Әммә был һыу баҙарында проблема юҡ тигәнде аңлатмай, әлбиттә. Һыу хәүефһеҙ, был йәһәттән шикләнергә тура килмәй. Әммә проблемалар бар, һәм бының менән тейешле структуралар н ыҡлап шөғөлләнә башлаясаҡ. Республика Контроль - иҫәпләү
       палатаһының предприятиелар буйынса үткәргән рейды был эшкә яҡшы этәргес көс ролен үтәне.

Эльвиар Латипова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал