6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Ике һаҡсыға бер мылтыҡ тейеш
08.07.05


       Хәҙер һаҡсылар махсус документта теркәлгән ҡорал менән генә файҙалана аласаҡ. Шәхси һаҡ һәм эҙләү эшмәкәрлегендә ҡорал һәм махсус средстволар әйләнешен контролдә тотоуҙы көсәйтеү маҡсатында быйыл Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарар сығарҙы. Уға ярашлы һаҡсыларҙы ҡоралландырыуға, шулай уҡ улар файҙаланған махсус средстволарға яңы талаптар ҡуйыла. Был турала Башҡортостан Эске эштәр министрлығының лицензия - рөхсәт эше бүлеге хәбәр итә.
       Шулай итеп, яңы ҡағиҙәләр буйынса, шәхси һаҡ һәм эҙләү эшмәкәрлегендә үҙебеҙҙең илдә етештерелгән 1 - 3 класлы һаҡ
       шлемы, 1 - 5 класлы һаҡ жилеты, ҡул бығауҙары һәм резина т аяҡ файҙаланылырға тейеш. Һаҡсыларҙы ҡоралландырыу исемлеге лә һиҙелерлек киңәйҙе. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең илдә етештерелгән пистолет һәм револьверҙар, шыма көбәкле һәм оҙон көбәкле мылтыҡ һәм карабиндарҙан тыш, исемлеккә көбәкһеҙ атыу ҡоралдары, газ пистолеттары индерелә. Норма йәһәтенән
       ҡыҫҡартыуҙар ҙа бар, мәҫәлән, дүрт һаҡсыға хәҙер бер пистол ет йәки револьвер, ике һаҡсыға бер мылтыҡ йәки карабин тейеш .
       Шәхси һаҡ эшмәкәрлегендә файҙаланылған оҙон һәм ҡыҫҡа
       көбәкле, тыштан хәрби автоматтарға оҡшаған ҡорал 2006
       йылдың беренсе мартынан башлап махсус төҫкә буяласаҡ. Уның төҫөн һәм буяу урынын федераль Эске эштәр министрлығы менән килешеү буйынса әҙерләүсе предприятие билдәләйәсәк.
       Шәхси һаҡ предприятиелары тарафынан өҫтә әйтелгән ҡарарға
       тиклем һатып алынған һәм һаҡсыларҙы ҡоралландырыу исемлегенә инмәгән ҡорал менән һаҡсылар 2006 йылдың 1 мартына тиклем генә файҙалана ала.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал