6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Финляндияға барыусылар ике яҡлы уйында асыҡланасаҡ
08.07.05


       Өфө клубы етәкселеге ике яҡлы ике уйын үткәрергә ҡарар итте , уның һөҙөмтәләре буйынса Финляндияға, "Паюлахти Кубогына"
       33 йүнәлтмәнең яҙмышы хәл ителәсәк тә инде. Әлеге ваҡытта и ке коллективҡа бүленгән төп команда составында 41 кеше шөғөлләнә, уларҙың өсәүһе - ҡапҡа һаҡсылары, тимәк һигеҙ кешегә Өфөлә ҡалырға һәм фарм - клуб составында күнекмәләр үтергә тура киләсәк.
       "Салауат Юлаев" командаһының ҡайһы бер сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ошо эске уйын һөҙөмтәләре буйынса, ҡайһы бер көсһөҙ хоккейсылар Өфө командаһынан китәсәк: үҙ
       тәрбиәләнеүселәре арендаға тапшырыла, ә тикшереү үтеүгә килеүселәр кире ҡағыласаҡ. Тик "Салауат Юлаев" тренерының позицияһы йомшағыраҡ булып сыҡты. Рафаил Ишмәтов беҙгә түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
       - Әлегә команданан бер кемде лә сығармайбыҙ. Бөгөн берәүҙәр яҡшыраҡ уйнай, иртәгә - икенселәр. Әлегә Финляндияғ а барыһын да алмайбыҙ. Бер нисә кеше Өфөлә ҡала - икенсе команда менән шөғөлләнһендәр әлегә, һуңынан кемдер бәлки яҡшыраҡ уйын күрһәтер. Хоккейсы юғары оҫталыҡ кимәлен һәр ваҡыт һаҡлап тора алмай, һәр кемдең дә уңышлы һәм уңышһыҙ мәлдәре була.
       - Тап килмәгәндәрҙе һуңынан барыбер команда составынан сығарасаҡһығыҙ, сөнки әлеге ваҡытта уйынсылар кәрәккәндән артығыраҡ бит.
       - Һуңынан - эйе, әммә барыһын да түгел. Үҙебеҙҙең егеттәр фарм - клубта ҡаласаҡ, ә тикшереү аҙағында командаға кәрәкмә й тип табылғандар менән хушлашырға тура киләсәк.
       - Һеҙ команданы көсәйтеү тураһында уйлайһығыҙмы Сезон алды турнирҙары барышында уҡ "Салауат Юлаев" "Аҡ Барс" кеүек суперклубтар баш тартҡан уйынсылар менән килешеү төҙөйәсәк, тигән хәбәрҙәр йөрөй.
       - Юҡ, беҙ команданан сығарылған уйынсыларҙы сүпләмәйәсәкбеҙ. Сезон башына тиклем төп составты күп тигәндә ике уйынсыға көсәйтергә ниәтләйбеҙ.
       - Киләһе миҙгелгә бурыстар хаҡында һөйләргә әлегә иртәрәк ме
       - Бурыстар элеккесә - "һигеҙ" иҫәбенә эләгеү.
       - Һәм был турала яҙырға яраймы
       - Әлбиттә.
       Киләһе сезонға бурыстарҙы белдереп, Ишмәтов ҡыйыу аҙым яһаны. Әлегә яңы хоккейсыларҙың нисек уйнары, үҙҙәрен юғары кимәлдә күрһәтә алыуҙары билдәһеҙ. Тренерҙың һүҙҙәре иһә уның иртәгәгә ышаныс менән ҡарауы, клубтың финанс
       мөмкинлектәре тураһында һөйләй. Сезон аҙағына тиклем команданы ике уйынсы менән генә көсәйтеү ҙә Ишмәтовтың әлеге тәрбиәләнеүселәренә ышаныуына дәлил. Рафаил Ишмәтов - <ҙ алдына ҙур бурыс ҡуйыусы белгес. Аҡылдан яҙған тренер ғына көсһөҙ һәм перспективаһыҙ состав менән тәүге "һигеҙ" араһында урын биләү өсөн көрәшәсәктәрен белдереүе ихтимал.
       Рафаил Ғәзиз улы әйтеүенсә, ике яҡлы матчтарҙан һуң уйынд ан сығарыуҙарҙы көтөргә кәрәкмәй. Бәлки был һүҙҙәр көнсығыш хәйләкәрлеге генәлер, төп тренерҙың уйынсылар оҫталыҡ күрһәтеү урынына боҙ өҫтөндә һуғыш ойоштороуын теләмәүе лә б әлки был һүҙҙәрҙе әйтеү өсөн сәбәп булып торалыр. Әммә ике яҡлы уйын һөҙөмтәләренән һуң команданан бер кем дә китмәгән хәлдә лә ике осрашыу ҙа "ҡыҙыу" буласағы шик тыуҙырмай. Команда етди Рәсәй командаларына ҡаршы уйнар өсөн сит илгә ю л тотҡанда, хоккейсыларҙың береһе лә "фермала" йәштәр менән ҡалырға теләмәгәнлеге көн кеүек асыҡ.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал