6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад

Бөгөн белем бушлай бирелмәй
08.07.05


       Беҙҙең заман бар йәмәғәтселек өлкәләре өсөн дә кү сеш ваҡытына әйләнде. Бына бөгөн дә институт, университет һ әм
       академияларға уҡырға инеү имтихандарына ҡараш үҙгәрҙе - вуздарҙа бюджет урындары һаны 43 меңгә ҡыҫҡарҙы.
       Башҡортостанда быйыл бушлай юғары белем алыуға 7 781
       кеше дәғүә итә ала ( үткән йыл был һан 202 - гә күберәк ине ). Ябай ғына иҫәпләүҙәр барлыҡ мәктәп сығарылыусылары - 39 мең егет һәм ҡыҙ студент булырға теләк белдергән хәлдә, уларҙың барыһына ла "совет" урындарының етмәйәсәген күрһәтә.
       Был һанға инде икенсе - өсөнсө тапҡыр уҡырға инеү бәхетен һынап ҡараусыларҙы өҫтәгеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, түләп уҡыуға өмөт итергә ҡала, өҫтәүенә "килешелгән" урындар һаны, уртаса алғанда, бушлай уҡырға инеү урындарына тигеҙ. Артабан
       нисек булыр, билдәһеҙ. Аңлатып үтәйек, билдәле 122 - се зак он льготаларҙы аҡса менән алмаштырыуҙан тыш, башҡа өлкәләргә
       лә ҡағылып, уларҙы баҙар майҙанына сығырға мәжбүр итте.
       Өфө вуздарының ҡабул итеү комиссияларында бөгөн алма төшөр урын юҡ. Уҡыуға хаҡ аласаҡ һөнәрҙең популярлығы һәм абруйлығынан да тора.
       Иң ҡыйбатлы вуз булып Өфөлә нефть техник университеты һанала. Был аңлашыла - килемле тармаҡ, белгестәр һорау менән
       файҙалана, ил һәм республика элитаһының яртыһы - ошо йәки уға оҡшаш вуз сығарылыусылары. Иң ҡыйбатлылар иҫәбендә иҡтисади, тау һәм йылылыҡ энергетикаһы факультеттары тора. Унда шәхси контракт буйынса уҡырға ингән хәлдә, йылына 65 мең ярым һум түләргә тура киләсәк. Башҡа һөнәрҙәрҙең хағы
       бер аҙ түбән - 54 мең ярым һум. Ойошманан йүнәлтмә булһа, отошлораҡ, ул саҡта "килешеү мөнәсәбәттәре" студентҡа йылына
       25 мең һумға төшә.
       Медицина университеты традиция буйынса йыл да хаҡтарын арттыра, республикала ул үҙ сайтында түләүле хеҙмәтләндереү
       исемлеген биреүсе берҙән - бер вуз. Дөрөҫ, был исемлек инде икенсе йыл яңыртылмай. БДМУ- ның иң ҡыйбатлы факультеты
       булып стоматология ҡала - бер йыл уҡыу өсөн 44 600 һум
       сығарып һалырға кәрәк. Дауалау, фармацевтика һәм педиатрия факультеттарында белем алыу бер аҙ арзаныраҡ - йылына 37 мең
       һумға тиклем. Юғары шәфҡәт туташы булырға теләүселәр өсөн был факультетта белем алыу йылына 30 мең һум ғына тора. Был аңлашыла ла, уҡыуың да ҡыйбатҡа төшмәй, һуңынан эш хаҡы ла
       ҙур булмаясаҡ.
       Өфө дәүләт сервис институты " химик технология һәм сервис " һөнәре өсөн семестрына 18 мең һум һорай. Ә ҡалғандары - ҡунаҡхана эшҡыуарлығынан пиарға тиклем - студентҡа йылына 44
       мең һум торасаҡ.
       Бөгөн абитуриенттар баҫып алған Өфө авиация техник университеты республикабыҙ баш ҡалаһында уҡырға инеүгә түләү буйынса икенсе урында килә. Һорау менән файҙаланыусы иҡтисад, менеджмент һәм финанстар, информатика һәм робототехника факультеттарында хаҡтар ике семестрға 38 мең һумдан башлап 48 мең һум тирәһе тәшкил итә. Был уҡыу йортонда иң ҡыйбат һөнәр - "телекоммуникациялар" - студентты ң белеменән тыш йылына 50 мең һум талап ителә. Иң арзан уҡыу авиацион двигателдәр факультетында - 34 мең һум, ситтән торо п уҡыһаң - 21 мең һум.
       Хаҡтар баҫҡысы буйынса өсөнсө урында "мәғариф флагманы" -
       Башҡорт дәүләт университеты. Модалағы һөнәрҙәр буйынса белем - "инглиз телен тәрән өйрәнеү менән иҡтисади теория" һәм "халыҡ - ара мөнәсәбәттәр" - 46,5 мең һумға баһалана. Иң түбән хаҡтағы фән - филология факультетында, тик бында "түләүселәрҙе" табыу ауыр бирелә, деканат был мәсьәләне яңы һөнәрҙәр тәҡдим итеү юлы менән хәл итә.
       Башҡорт дәүләт аграр һәм педагогик университеттар ҙа бер йыл уҡыу өсөн 21 меңдән 34 мең ярымға тиклем хаҡ ала, хәйер, бында 2005 йылда бушлай уҡырға мөмкинселек биреүсе бюджет ур ындары ла күпкә ҡыҫҡармаған. Аңлашылыуынса, иҡтисади һәм сит
       тел һөнәрҙәре алда бара. Республиканың барлыҡ юғары уҡыу йо рттарында ла түләп уҡыу йылына уртаса дүрт мең һумға артыуын билдәләргә кәрәк, ҡайһы берҙәрендә белем хаҡы
       семестр һайын үҙгәреп тора.
       Әлеге ваҡытта популяр булған "юриспруденция" һөнәре, РФ
       Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтында әйтеүҙәренсә, яҡын арала аҡсалата баһалау аласаҡ. Әлегә абитуриенттарға йылына 42 600 һумға иҫәп тоторға тәҡдим ител ә. Әйткәндәй, Ҡазан университетының юридик факультетында белем алыу ике мең һумға кәмерәккә төшә. Башҡорт дәүләт университетының 100 генә бюджет урынлы, ҡалғандары түләүле
       булған Хоҡуҡ институтында ла шундай уҡ хаҡ ҡуйылған.
       Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ҡуйылған иң юғары баһаны көндөҙгө бүлек студенттарына түләргә тура киләсәк - йылына 30 мең һум. Ситт ән тороп уҡығанда был һанды ике тапҡыр ҡыҫҡартырға мөмкин.
       Ниһәйәт, гуманитарийҙар күп һанда таралған Мәскәү һәм башҡа юғары уҡыу йорттары филиалдарына мөрәжәғәт итә ала. Мә ҫәлән, Мәскәүҙең Шолохов исемендәге университетының Өфө бүле гендә иң арзан уҡытыу филология факультетында булып сыҡты - 24 мең һум. Иң ҡыйбаты "юриспруденцияла" - йылына 32 мең һум тирәһе.
       Ситтән тороп уҡыу йорттарының иң абруйлыларының береһе (
       айырыуса һүҙ икенсе юғары белем тураһында барғанда) Бөтә Рәсәй финанс - иҡтисади институтының Өфө филиалында урынлашҡан. Вуз сайтында иң "мауыҡтырғыс" һөнәрҙәр буйынса я ңы хаҡтар ҙа бирелгән - "финанстар һәм кредит", "бухучет" һә м "менеджмент" - барыһында ла ике семестр өсөн 18 мең һум түләргә кәрәк, тик был тәүге юғары белем алыусылар өсөн. Икенсе юғары белем алыу биш мең һумға ҡыйбатыраҡҡа төшәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал