6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Мотоуҙышсылар көс һынаша
08.07.05


       Ун өсөнсө Рәсәй асыҡ команда чемпионаты сиктәре ндә Октябрьский ҡалаһында ике спидвей командаһының сираттағы
       осрашыуы булып уҙҙы. Трек хужалары Владивостоктан килгән ҡунаҡтарҙы - "Восток" командаһын артыҡ көс түкмәйенсә еңеүгә
       өлгәште, иҫәп - 61 : 29.
       Ярыш көнөндә өҫтөнлөк Октябрьский вәкилдәре яғында булды.
       Тик берәр тапҡыр ғына "востоктар" Сергей Ерошин һәм Максим Карайченцев финишҡа беренсе булып килде. Ҡалғандарында "Лукойл" командаһы мотоуҙышсыларының береһе еңде. Иң күп мәрәйҙе - 12 - үҙ командаһына Октябрьский егете Тәлғәт Ғәлие в алып килде. Үл үҙенең дүрт ярышын да беренсе булып тамамланы һәм йөҙ процент һөҙөмтә күрһәтте. "Лукойлдар" Ринат Ғәфүров һәм Семен Власов 11 балл йыя алды - уларҙың һәр береһе өс стартта уңыш яулап, берәүһендә генә икенсе булып килде. Владивосток спидвейсыларының иң оҫтаһы Сергей Е рошин да 11 мәрәй йыйыуға өлгәште, тик ул өс тапҡыр икенсе һәм бер тапҡыр ғына беренсе булып килде.
       Шулай итеп, был еңеү "Лукойл"командаһына Рәсәй команда чемпионатында ныҡлы икенсе урын биләргә мөмкинселек бирҙе. Л идер булып элеккесә "Мега - Лада" ( Тольятти) ҡала.
       Киләһе осрашыу Октябрьский ҡалаһында 14 июлдә уҙасаҡ. Был
       "башҡорттар ярышы" булыр тип көтөлә: "Лукойлға" Салауат ҡалаһынан ошо уҡ исемде йөрөтөүсе команда ҡунаҡҡа йыйына. Артыҡ көсөргәнешле көрәш көтөргә тура килмәй. Ҡеүәтле "Лукойлға" ҡаршылыҡ күрһәтер өсөн "Салауат" командаһы артыҡ көслөләрҙән һаналмай.

Адександр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал