6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Һыра шешәһендә... полиэтилен
08.07.05


       Был шешәләге сер тиҙҙән сер булыуҙан туҡтар, моғайын. Ми н Өфөнөң "Океан" магазинынан алынған алкоголһеҙ "Белый медведь" һыраһы шешәһен күҙ уңында тотам.
       Хәйер, бындай "бүләктәргә" өйрәнеп тә бөттөк инде буғай. 60 - сы йылдарҙағы "Докторская" һәм "Летняя московская" колбасаһының ҡабатланмаҫ тәмен хәҙер һағынып иҫләргә генә ҡалды. Крандан ағыҙылған "минераль һыу" тураһында йырҙар яҙырға була - беҙҙең бәғзе бер эшҡыуарҙар аҡса эшләр өсөн ябай ҡулланыусыны рәхәтләнеп алдай. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына ал - ял бирмәгән ялған араҡы етештереүселәрҙе әйтеп тә тормайым. Беҙгә нимә ашаталар һәм эсерәләр, телевизор экрандары, ҡойма һәм стендтарҙа рекламаланған аҙыҡ - түлек тауарҙарын нимәнән һәм ниндәй шарттарҙа етештерәләр Был бер кемде лә борсомай ахыры. Элекке ҡаты ҡуллы һәм принципиаль санэпидемстанциялар, ҡулланыусыларҙың хоҡуғын
       яҡлаусы комиссия һәм комитеттар ҡайҙа булып бөттө һуң Кем әйтелгән мәсьәләләрҙе контролдә тота
       Ә "Амстар" асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештергән алкоголһе ҙ һыра шешәһендә һыранан тыш полиэтилен киҫәге лә табылған. Нисек итеп ул шешә эсенә барып эләккән Етештереүселәр аңлатма бирер тип ышанабыҙ.

Шамил Үтәшев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал