6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Башҡорт ерен данлаған Ухсай
08.07.05


       Сыуаш халыҡ шағиры Яков Ухсай Башҡортостанда, Бәләбәй
       районының Ыҫлаҡбаш ауылында тыуған. Үҙе һуңынан яҙыуынса: " Дим йылғаһы аръяғында бер изге күңелле башҡорт атайыма дөйә йөнө биргән. Әсәйем унан йомшаҡ кейеҙ һуҡҡан һәм ҡараңғы төндәрҙең береһендә мине ошо кейеҙ өҫтөндә тапҡан да инде... "
       Шағирҙың бала сағы Октябрь революцияһының донъяны шаулатҡан сағына тура килә. Яков яҡындағы Бишбүләк крәҫтиән йәштәре мәктәбенә уҡырға инә, унда сыуаштар ғына түгел, рустар, украиндар, башҡорттар, татарҙар ҙа белем ала.
       Өфө Яков Ухсай өсөн юл башы була. Тормошоноң был осоро хаҡында ул үҙенең автобиографияһында ла телгә алып үтә.
       "1928 йылда, - тип яҙа Яков Ухсай, - мин Өфө халыҡ мәғари фы институтының әерлек бүлегенә уҡырға индем, бер йылдан вуз ға әҙерләүсе курстарға күстем.
       Өфөлә минең өсөн ҙур китап донъяһы асылды. Мин институт китапханаһында, төш күргәндәй булып, бейек кәштәләр алдында
       баҫып торам, һәр кисте боронғо Аксаков китапханаһының уҡыу залында үткәрәм. Ә дөйөм ятаҡта, башҡалар йоҡларға ятҡас, шиғыр яҙырға ултырам.
       Өфөлә мин ике йыл уҡыным, күп кенә башҡорт яҙыусылары менән дуҫ булдым, уларҙың әҫәрҙәрен яҡшы белә инем, Батыр Вәлидтең Баймаҡтың алтынға бай тауҙары тураһындағы шиғырҙарын уҡып һоҡландым, студент кисәләрендә Рәшит Ниғмәтиҙең тамаҡ төбөнән сыҡҡан тауышын тыңларға яраттым. Сәғит Агиш менән Баязит Бикбай яҡын дуҫтарым булды. Ағиҙел яры буйында, Өфөнөң зәңгәр күге аҫтында улар миңә Бабич шиғырҙарын уҡыны, Саалуат Юлаевтың йырҙарын йырланы.
       Йыш ҡына Мәжит Ғафуриҙың ағас йортонда ла булырға тура килде. Үтә баҫалҡы, аяғы сатан, ҡара түбәтәй кейгән был кеше не мин бер ҙә бөйөк яҙыусы итеп күҙ алдына килтерә алмайым, халыҡса ябай ғына итеп "Мәжит ағай" тип йөрөттөм. Уның әҫәрҙәрен, шул иҫәптән үҙем бала саҡтан башҡорттарға ҡунаҡҡа
       барып ҡымыҙ эскән таныш Дим йылғаһы тураһында хикәйәләүен т ыңланым...
       1930 йылдың август айында атайым Глуховская станцияһында ун дүрт бот ҡарабойҙай һатты, мин ошо аҡсаға Мәскәүгә юл тоттом, кеҫәлә Башҡорт АССР - ы Халыҡ мәғарифы комитетының М әскәү университетының әҙәбиәт факультетына йүнәлтмәһе ята".
       Мәскәү университетын тамамлағандан һуң шағирҙы яҙмыш юлдары тағы ла Башҡортостанға, Өфөгә алып килә. Бала сағында
       әсәһе уға әкиәттәр һөйләй, уларҙы сыуаш, татар, башҡорт телдәрендә йырҙар менән биҙәй. Ухсай һуңынан йыр менән оҙатып барылған әкиәтәрҙең беҙгә килеп етмәгән башҡорт эпосы
       өҙөктәре булыуына инана. Уның теге йәки был һүрәттә сыуаш халыҡ поэзияһына күскән өлөштәре лә тикшереү өсөн хазинаға тиң булыр ине, әммә ул әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе яҙып алмай.
       "Ауылда йәшәп мин халыҡ шиғриәтенең "алтын тамырын" таптым, - тип яҙа Ухсай автобиографияһында, - һәм уны ентекл е тикшереү менән шөғөлләнергә ҡарар иттем. Ошо теләк менән Башҡорт тел һәм әҙәбиәт ғилми - тикшеренеү институтына уҡырға индем ( ул Милли мәҙәниәт институтын күҙ уңында тота, хәҙер Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты - Ю. У.), ундағы арх ивта, минең бәхетемә, сыуаштарҙың тарихы һәм мәҙәниәте буйы нса материалдар бар ине. Башҡорт композиторы Ғәбәши менән бе ҙ бәләкәй генә граммофонды ебәреп сыуаш йырҙарын тыңларға яраттыҡ. Улар меңдән артыҡ ине - бик ҙур рухи байлыҡ.
       Мин Өфөлә яҡташым Константин Ивановтың әҫәрҙәр йыйынтығын әҙерләп сығарҙым, унда шағирҙың бығаса билдәһеҙ ә ҫәрҙәре лә инде, "Кельбук бабай" һәм "Артылыш" өҫтөндә эшләүемдә дауам иттем, тере һөйләшкә һәм ябайлыҡҡа яҡынайырға тырыштым. Мин үҙем бер хикәйә лә яҙмаһам да, Аксаков, Толстой, Чехов, Лермонтов прозаларынан күп нимә алдым тип әйтә алам. Сыуаш халҡының бер мәҡәле бар: сәүкә үҙ
       балаһын ҡара һәм ҡушбоғаҙ булһа ла ярата, ә матур тауышлы һандуғас балаһын яратмай. Был мәҡәлдең мәғәнәһе түбәндә: әгәр сәүкә һандуғастай һайрарға тырышһа, унан сәүкә лә, һандуғас та сыҡмаясаҡ. Ижадсы шағир ҡош ҡағиҙәләре буйынса й әшәмәй, ул башҡа шағирҙарҙы ла ярата, әммә ул үҙе булып ҡалырға тейеш, һәр әҫәре, ҡайһы ваҡыт камиллыктан алыҫ булға н хәлдә лә, уның күңелендә тыуырға, йөрәге аша үтергә тейеш" .
       Яков Гаврилович 1986 йылдың 7 июлендә донъя ҡуя. Уны 10 июлдә, үҙе һорауы буйынса, Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылынан өс километр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан тау битенә ерләйҙәр.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал