6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Доктор Скачилов Олег Поповты ла дауалаған
07.07.05


       1923 йылдың 6 июлендә медицина фәндәре кандидаты, Рәсәй Ф едерацияһы һәм Башҡортостандың атҡаҙанған врачы Владимир Ана тольевич Скачилов донъяға килә. Ул - крайҙы өйрәнеүсе, В. П.
       Бирюков исемендәге Урал премияһы лауреаты, "Люди подвига и долга" һәм "О прожитом и пережитом" китаптары авторы. Ошо ки таптан беҙ уның "ҡояшлы клоун" Олег Попов менән осрашыуы тураһындағы хикәйәләүен килтерәбеҙ.
       "Олег Константинович Попов менә осрашыу айырыуса ҡыҙыҡлы булды. Ул үҙенең төркөмө менән Өфөгә килде. Һәм бына тағын
       миңә шылтыратып, тиҙ ярҙам килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Олег Попов цирк ҡунаҡханаһында ауырып ята, минең килеүемде һ орайҙар. Был юлы мин бер үҙем киттем. Үҙемде врач булараҡ ышаныслы тота инем инде. Килдем, уны бер ҙур булмаған номерға урынлаштырғандар. Бер үҙе ултыра, һөмһөрө ҡойолған. Мин уны иғтибар менән тыңланым: пневмония. Был ауырыуҙың башланыуын күрһәтеүсе барлыҡ симптомдар ҙа бар. Мин уға дауаханаға ятырға кәрәклеге тураһында белдерҙем. Ул:
       - Нисек инде, цирк туҡтап ҡаласаҡ бит! Кешеләр эшһеҙ ҡала , сөнки был сығыштарҙың үҙәге Олег Поповта. Минһеҙ улар бер
       нимә лә күрһәтә алмаясаҡ, - ти.
       - Һеҙ мине лә дөрөҫ аңлағыҙ, һеҙҙең ҡырҡ градус менән аренала ятыуығыҙға ҡарап халыҡ көлмәйәсәк.
       Бына шундай ярайһы ғына етди һөйләшеү килеп сыҡты. Мин уны үҙемә дауаханаға алып килдем. Был хәл Пасха алдынан булды. Бер тәүлектән Олег Поповтың ишек төбөнә санитарка
       ултыртып ҡуйырға мәжбүр булдым, сөнки Олег Поповтың бында я тыуын ишетеп, барлыҡ ауырыуҙар ҙа уның палатаһын асып ҡарарға тырыша. Уның ауырыуын әйтеү ҙә файҙаһыҙ. Бер көнө иртә менән килһәм, ул тауыҡ йомортҡаларына һүрәт төшөрөп ултыра. Баҡһаң, ул бик матур төшөрә икән, һәм беҙҙең санитар ка һәм шәфҡәт туташтарына пасха бүләктәре эшләргә булған. Ареналағы сығыштарына ҡарағанда ла мөләйемерәк, тапҡыр әңгәмәсе ине ул. Беҙҙә бер ай тирәһе ятты. Көн дә осраша торғайныҡ. Шәфҡәт туташтары менән дуҫлашты. Дауахана хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, ул шул тиклем изге күңелле кеше, дауаланып сыҡҡан ваҡытында хатта ҡыйын да булып торҙо.
       Сығыр алдынан ул беҙҙең өлкән шәфҡәт туташы, һуғыш ветераны, бик аҡыллы ҡатын Марья Яковлевна янына ингән.
       - Марья Яковлевна, мин күптән түгел Франциянан коньяк алы п
       ҡайттым, "Наполеон". Мәскәүҙә табып булмай ундайҙы. Иртәгә шуны Владимир Анатольевичҡа бүләк итергә теләйем.
       - Әгәр уның менән мөнәсәбәтегеҙе боҙорға теләйһегеҙ икән, рәхим итегеҙ.
       - Ниңә, ҡабул итмәйәсәкме
       - Асыуланасаҡ, беҙ ришүәт ҡабул итмәйбеҙ.
       - Ә нимә ҡабул итәсәк һуң ул
       Шәфҡәт туташы тотҡан да, былай тигән: ул авторҙың автографы ҡуйылған китапты ҡабул итә ала, тик һатып алынған булмаһын. Рәссамдың ҙур булмаған этюдын алыуы мөмкин. Беҙҙең дауаханала ундай картиналар етерлек.
       Икенсе көнө иртәнсәк оперативка бара, һәм ҡапыл ишек асыл а, һары пинжәк һәм буйлы салбар кейгән Олег Константинович күренә, үҙе ҡояштай йылмая, ҡулына ҙур календарь тотҡан. Унд а үҙенең һүрәте төшөрөлгән, алдында аҡ эт. Һәм ошо эт фонын да фломастер менән "Минең һаулығымдың дуҫы Владимир Анатольевич Скачиловҡа халыҡ артисы Олег Поповтан" тип яҙылған.
       Һуңынан беҙ Өфө циркында ла ике тапҡыр осраштыҡ".
       ... Владимир Анатольевич Скачилов 1996 йылдың 7 февраленд ә вафат була.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал