6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

"Кәрәкле" һандар менән ҡеүәтләнгән иҡтисад
21.10.03


       Декабрь яҡынлашҡан һайын оппозиция гәзиттәрендә баҫылғ ан отчет һәм аналитик мәҡәләләрҙә республиканың социаль -и ҡтисади күрһәткестәре насарланғандан насарая бара. Етмәһә, анализ, ҡағиҙә булараҡ, һуңғы 13 йылға бирелә, әммә ни өсөнд өр кире күренештәр бөгөн килеп беленгән. Бының сәбәптәре
       аңлашыла, әлбиттә. Күрәһең, быны ваҡыт, ә дөрөҫөрәге, заказ сылар талап итәлер.
       Күптән түгел оппозицион баҫмаларҙың береһендә профессо р, иҡтисади фәндәр докторының аналитик мәҡәләһе донья күрҙе.
       Ул унда республиканың үҙаллылыҡ йылдарындағы төп күрһәткес тәрҙең үҫешенә анализ бирә. Баһаның кире булыуы, тәбиғи, аңл ашыла. Әммә шуныһы сәйер тойола: экономист кеше ни өсөндөр ү ҙ фекерҙәрен башлыса һандар менән түгел, ә ижтимағи - сәйәс и аспект аша нығытырға тырыша. Һүҙҙәр йыйылмаһы ла үҙгәрешһе ҙ: "тоталитар режим", " граждандарҙың азатлығын һәм хоҡуҡтар ын сикләү", "алдаҡ" һ.б. Инде ялҡытып бөткән һөйләмдәрҙән һу ңиҫнәһе генә килә. Анализ рәүешендә килтерелгән таблица ла ш ундай уҡ тойғо уята. Иҡтисади именлектең иң юғары нөктәһе и теп 1990 йыл алынған. Артабан иһә күрһәткестәр ҡырҡа кәмей:
       мәҫәлән, сәнәғәт производствоһы 55-кә, ә ауыл хужалығы күрһ әткестәре 98 процентҡа тиклем төшкән булып сыға. Ул йылдарҙ а тотош Рәсәйҙең дөйөм социаль - иҡтисади хәлен иҫәпкә алма ғанда, хәл , ысынлап та, ауыр күренә. Әммә ғалим был факттар ҙы "онота" һәм уларға бөтөнләй иғтибар итмәгән. Күрәһең, ул
       бөтә ил буйынса СССР-ҙың иҡтисады юҡҡа сығыуын иҫләмәй күрә һең. Туҡһанынсы йылдар башында союз бюджетынан финанслау бул мау сәбәпле байтаҡ заводтар көрсөккә килеп терәлде. Быларҙың
       барыһында аяҡҡа баҫтырыр өсөн ваҡыт, аҡса, икенсе төрлө хуж алыҡ итеү талап ителеүен дә иҫләмәйҙер экономист -ғалим.
       Ә бына ауыл хужалығында , шул уҡ авторҙың килтергән һ андарынан сығып фекер йөрөткәндә, хәл тотороҡло булған. Әммә
       автор бында ла бәйләнерлек урын тапҡан: бөтәһе лә насар, б өтәһелә көйһөҙ...
       Иҡтисад профессорының республиканың социаль -иҡтисади
       хәленә тәъҫир иткән факторҙарға иғтибар итмәүе нисек атарғ а һуң
       Ә уға ни өсөн Башҡортостандың 1998-се дефолт йылына н артабан нисек үҫешкәнен анализламаҫҡа Сөнки автор төҙөгә н таблицанан республиканың был ауыр йылдан һуң иҡтисадты тер геҙеп, байтаҡ ҡаҙаныштарға өлгәшеүе асыҡ күренә. Ә был иһә
       мәҡәләне баҫтырған баҫманың маҡсатына тура килмәй. Республи ка был йылдан һуң производство күрһәткестәрен һиҙелерлек яҡ шыртып, иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында ла дөйөм хәлде яҡшырта . Күрәһең, тап ошо сәбәп заказсыларҙың ҡушыуы буйынса профе ссорҙың хәтеренә насар йоғонто яһағандыр. Әйткәндәй, быйыл яҙылған мәҡәләлә 2000 йылдың күрһәткестәре лә "төшөп ҡалған" . Сөнки был осорҙа фаш итерлек етешһеҙлектәр юҡ.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал