6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Бер баш, ике ҡолаҡ...
07.07.05


       Үҙен белгәндән алып Сергей ҙур һәм берҙәм ғаилә хаҡында хыялланды. Йорто, ҡатыны, балалары булыуын теләне. Быға уның
       иртә етем ҡалып, һеңлеләре менән бергә апаһында тәрбиәләнеү е лә йоғонто яһамай ҡалмағандыр инде. Ә апай ни тиклем изге күңелле булмаһын, әсәй менән атайҙы алмаштыра алмай...
       Тик хыял ниңәлер тормошҡа ашмай әле. Ни кимәлдәлер тышҡы ҡиәфәт тә ҡамасаулайҙыр инде, Сергейҙы артыҡ матур тип әйтеп
       булмай, әммә бөтөнләй ҡыҙҙар ҡарамаҫлыҡ та түгел. Күңеленә ятҡан ҡыҙ менән танышырға ниәтләһә, тәбиғәте менән баҫалҡы
       булыуы ла үҙенекен итә. Хәйер, әллә ниндәй елғыуарҙар улар,
       ауыл ҡыҙҙары ла ҡаланыҡынан айырылмай хәҙер. Тик бер мәл Сергейҙың күңел күгендә лә ҡояш балҡыны, ул ваҡытта егет
       армия хеҙмәтен үтеп, аяғында ныҡ баҫып тора ине инде. Йорто , хужалығы бар, эшләй, аҡса ала. Бер һүҙ менән әйткәндә, нәҡ
       өйләнер ваҡыт...
       Элина клубта бейеүҙәр ваҡытында пәйҙә булды. Сергейға ул күктән төшкән алиһә булып күренде. Исеме ғәжәйеп, алтын
       сәстәре күҙҙе ҡамаштыра, ә төҫ - ҡифәте ҡатын - ҡыҙ иғтибарына мохтаж Сергейҙың ғына түгел, һәр ир - егеттең ауы ҙ һыуын ҡороторлоҡ. Бейегәндә лә ҡыҙ осоп ҡына йөрөй кеүек күренде Сергейға. Элинаның ҡаланан ял итергә, егеттәрҙең башын әйләндерергә ҡайтҡан ҡыҙ булмауын да белде егет. Ике
       туған апаһы Наташаға ҡунаҡҡа килгән икән. Наташа уларҙы
       таныштырҙы ла инде. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, Элина күрекһеҙ
       генә был егеттең үҙенән күҙен алмауын һиҙеп, үҙе үк уларҙы таныштырыуын һораған икән.
       Өс айҙан һуң туй үткәрҙеләр. Сергейҙы үҙ тормошонда күпте күргән апаһының да, буласаҡ киленсәктең ышаныслы булмауын һиҙенгән һеңлеләренең өгөтләүҙәре лә туҡтата алманы. Хатта т уй көнөндә Элинаның ауырлы булыуы, баланың атаһы сит кеше булыуы асыҡланғас та Сергей теләгенән кире ҡайтманы. Бер минут та уйлап тормайынса, ул:
       - Булһын! Һинең балаң - минең балам. Беҙҙең балаларыбыҙ к үп буласаҡ... - тине.
       Һәм кәләшенең өйләнгән ирҙән ауырға ҡалыуы, ә ул ҡәбәхәтт ең бала буласағын белгәс тә ғаиләһенән китергә ашыҡмауы тураһындағы әкиәткә лә еңел генә ышанды.
       Туйҙан һуң бер нисә ай үткәс, Сергейҙа тәүге тапҡыр борсо лоу тойғоһо башын күтәрҙе. Әгәр башта Элина шат күңелле, ирк ә холоҡло булһа, Вика тыуғандан һуң, көйһөҙ, мыжыҡҡа әйләнде, ҡысҡырып ебәрергә лә күп һорамай ине. Күҙҙәрендәге осҡондар , еңел итеп атлап йөрөүҙәре, мөләйемлеге юҡҡа сыҡты. Ҡатын ү ҙ эсенә йомолдо, йорт эсендәге эште лә илке - һалҡы башҡарҙ », ә яңы тыуған ҡыҙынан ике аҙналыҡ сағында уҡ һыуынды. Бын ан
       тыш йәш ҡатындан йыш ҡына араҡы еҫе лә сыҡҡыланы, был әле имсәк имгән Виканың сәләмәтлегендә лә сағылмай ҡалманы. Элина ҡыҙына иғтибарҙы бөтөнләй кәметте, ҡайһы ваҡыт бер нисә көнгә юғалып та тора башланы.
       Сираттаға юғалыуынан һуң, Сергей түҙмәне, Элинаға ҡул күтәрҙе. Һәм... ҡатын бер айға юғалды. Боролдо ла, бер һүҙ ҙ ә әйтмәйенсә сыҡты ла китте.
       ...Элина ҡайтты. Нисектер шымып ҡалғандай ине ул. Ҡыҙын тәрбиәләүгә лә етди ҡарай башланды, йортҡа ҡот ҡунды. Шулай бер - ике йыл матур итеп йәшәп алдылар. Сергей ҡатыны менән
       ҡыҙына ҡарап ҡыуанып бөтә алманы. Һуңынан, йәш ярым айырма менән үҙҙәренең ике балаһы - Димка менән Анжелика донъяға килде. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәхет оҙаҡҡа барманы. Элина тағы ла йорттан бер нисә көнгә юғала башланы.
       ... Барлыҡ серҙәр ҙә иртәме, һуңмы асыла. Һәм күп кенә ауылдаштары өсөн Сергей менән Элинаның "сере" сер булыуҙан т уҡтаһа, хәҙер ул башҡаларҙың күҙенә лә салынды: атаһының һәр ваҡыт эштә булыуы һәм ҡатынының эскелеккә бирелеүе сәбәпле, Элина һәм Сергей Пуховтар үҙҙәренең өс балаһын ҡарай алмай. Милицияның бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлегенән рәсми ҡағыҙ килде: йә ата - әсә тиҙ арала ғаиләләг е
       хәлде үҙ көстәре менән төҙәтә, йә иһә законлы рәүештә ата - әсә хоҡуғынан мәхрүм буласаҡтар. Элинаға бының нисек тәьҫир итеүе тураһында әйтеүе ҡыйын, әммә Сергей өсөн был башҡа һуҡҡан кеүек булды. Нисек! Ғүмерлек хыялын юғалтырғамы Балаһыҙ, ғаиләһеҙ тороп ҡалырға
       Был ҡарарға Сергей ҡапыл һәм яңғыҙы килә, сөнки Элина әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителеү ихтималлығына битараф ҡала. Бер нисә көн эсендә Сергей арзан ғына хаҡҡа йортон, һыйырын,
       башҡа мал - тыуарын һата, эшенән бушатыуҙарын һорап ғариза
       яҙа һәм улар ғаиләләре менән күрше районға, Элинаның әсәһенә күсенеп китә. Ҡәйнәһе уларҙы ҡыуанып ҡаршы ала тип әйтеп булмай, көнө буйы ул ҡәнәғәтһеҙлеген күрһәтеп, ейәндәренә ҡысҡырыныуҙан башҡаны белмәй. Йәнәһе, һеҙҙән башҡа баш ауырыуы бөткәйне. Сергейға бер көнө ул асыҡтан - асыҡ былай ти:
       - Ох, кейәүкәй, был (ҡыҙы) бөтөнләй эскелеккә һабыша, мин һинең көсөктәреңде ҡарамаясаҡмын. Балалар йортона тапшырам, күр ҙә тор.
       Ҡыҙыуын эсенә йомоп, Сергей тештәрен генә шығырҙата, тик ҡәйнәһенә ҡаршы өндәшергә баҙнат итмәй, һаман да бында, уларҙы бер кем дә белмәгән урында, бәлки, ерегеп китерҙәренә
       өмөтләнде. Бәлки Элина ла тәүбәһенә ҡайтыр, үҙенең ниндәй упҡынға тәгәрәүен, үҙе артынан ире менән балаларын да тартыуын аңлар һәм улар тормоштарын өр - яңынан башлар. Өмөтләнде...
       Тик бушҡа ғына. Көндәрҙән бер көндө, эштән ҡайтыуына Элин а өйҙә юҡ ине. Ас балалар ҡараңғы, буш өйҙә ултыра, ҡәйнә ке ше һүҙҙәренең буш булмауын иҫбатлап, күршеләргә хәбәр һатырғ а ингән. Бер нисә көн барыһы ла көсөргәнешле тынлыҡта йәшәне, аҙғын әсә, ҡатын һәм ҡыҙҙы көттө. Балалар йәшен йәшнәүен көткәндәй тынып ҡалды, Сергей ҡәйнәһе менән һөйләшмәне тиерлек, һөмһөрө ҡойолоп эшенә китте, шундай уҡ ҡиәфәттә
       ҡайтты. Өсөнсө аҙна киткәс, түҙмәне, мотоциклына ултырҙы ла
       ҡатынын эҙләргә китте.
       Район буйлап аҙнанан ашыу сапты ул, Элинаның элекке йөрөүҙәренән билдәле булған барлыҡ боҙоҡ урындарҙы урап сыҡты, тиҫтәләгән таныш һәм таныш булмаған кешеләрҙән
       ҡатынының ҡайҙа булыу мөмкинлеген һорашты. Милицияға ғариза яҙҙы. Үҙенең иһә оләсәләре менән ҡалған балаларын уйлап йәне өҙгөләнде. Бушҡа ғына. Ҡатыны һыуға төшкәндәй юҡ булды. Милиция ла уны эҙләүгә әллә ни көс һалманы. Йәнәһе, беренсе тапҡыр түгел бит, йөрөп туйғас ҡайтыр.
       Сергей ҡатыны тураһында кемгә генә һорау бирмәһен, барыһы
       ла уға йәлләп йәки мыҫҡыллап ҡараны, бынан Сергейға тағы ла
       ауырыраҡ ине, ҡатынына булған асыуы ташҡандан ташты. Ә ҡәйнәһенең һирәк осраҡта ғына айныҡ була торған күршеһе әйткән һүҙҙәр һуңғы тамсы булып тамды:
       - Серега, Серега... Туйға тиклем үк әйттем бит мин һиңә Элинаны ҡатынлыҡҡа алма тип. Беҙҙең ауылдан элегерәк кәләш түгел һарыҡ алырға ла ҡурҡалар ине. Ә һин Эх, һин, бер баш,
       ике ҡолаҡ...
       Өйҙә уны, билдәле, Элина көтмәй ине. Әммә быны ул, бәлки, үткәреп тә ебәрер ине, аралары һыуыныуына күнеп тә бөткәйне инде. Бындай әсә балаларға ла кәрәкмәй. Тик ҡатыны ғына түге л, балалар ҙа юҡҡа сыҡҡайны. Уның һорауына ҡәйнәһе теләр - теләмәҫ кенә һыңғырланы:
       - Балалар йортона тапшырҙым мин уларҙы! Мин һине киҫәттем
       бит. Һеҙгә улар кәрәкмәй, һин әллә ҡайҙа йөрөйһөң, ҡатыныңд ы эҙләйһең, миңә лә уларҙың кәрәге юҡ. Сепрәк һин, ир түгел. Ҡатының шешәләштәре менән һиңә мөгөҙ ҡуя, ә һин... Ике балаңдың һинән икәнлегенә ышанаһыңмы
       Быға Сергей түҙә алманы. Һәм шул саҡ нимә булғанын ул нас ар хәтерләй. Асыу уның күҙҙәрен томаланы, үҙен дә, ҡатынын д а, яҙмышты ла ҡарғаны ул, ҡәйнәһенең асыуҙан йәмерәйгән йөҙөн д ә насар күрә ине был ваҡытта. Ҡул аҫтында әллә ҡайҙан ултырғыс хасил булды. Уны күтәреп ҡәйнәһенә бер һуҡты, ике, өс, инде нимә эшләгәнен дә аңламай ине ул, бары тик йылдар буйына йыйылған кәмһенеү, өмөтһөҙлөк, асыу тойғоларын ул үҙенең тормошон емергән ҡатындың әсәһенә төшөрҙө...
       Енәйәт эше буйынса тикшереү оҙаҡҡа һуҙылманы. Сергей Пуховтың енәйәт ҡылыуы асыҡ ине, хәйер, ул үҙе лә быны кире ҡаҡманы, бының менән тикшереү һәм суддың эшен еңеләйтте. Хөкөмдө уның быға тиклем бер ҡасан да хөкөм ителмәүе генә бер аҙ йомшартты. Тик яза барыбер ҡаты ине: ун йылға иркенән
       мәхрүм ителеү. Элина судҡа килмәне, бының урынына Сергейҙан
       тиҙ арала айырылып, икенсе кешегә кейәүгә сыҡты. Балалар тураһында хәтеренә лә төшөрмәне ул, уларҙың өсөһө лә элеккесә балалар йортонда тәрбиәләнә һәм уларҙы Сергей оҙаҡ ҡына күрмәйәсәк әле. Ә осрашҡас, ул балаларына нимә тип өндәшер Һәм улар атаһына нимә тип әйтер..
       Исем һәм фамилиялар үҙгәртелде.

Алексей Кленов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал