6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Салауат Рәхмәтов 37 йәшендә тәүге тапҡыр донъя чемпионы исемен яуланы!
07.07.05


       Өфө спортсыһы, ҡаяға үрәләүсе Салауат Рәхмәтов боулдери нг буйынса донъя чемпионы исемен яуланы - был беҙҙең билдәле
       һәм тәжрибәле спортсыбыҙҙың иң юғары ранг ярыштарында тәүге еңеүе. Германияның Мюнхен ҡалаһы Өфөнөң ҡаяға үрмәләү мәктәбе триумфы булып танылды - ирле - ҡатынлы Любовь һәм Александр Степановтарҙың тәрбиәләнеүселәре Вайцеховский һәм Рәхмәтов икеһе лә берәр алтын миҙал яуланы!
       Хәҙер, әлбиттә, беҙҙең ҡаяға үрмәләүселәребеҙҙең еңеүен күҙалларға була ине, тип раҫларға мөмкин. Ике спортсы ла был төр буйынса лидерҙар араһында булды: Евгений Вайцеховский - "тиҙлек" буйынса иң перспективалыларҙың береһе, Салауат
       Рәхмәтов - боулдеринг буйынса көслө. Тик уларҙың әлегә тикл ем өлкәндәр араһында донъя чемпионы исемен яуламауын билдәләп ү тәйек. Мюнхенда үткән ярыштарҙа конкурентлыҡ бик көслө булды. Донъя чемпионаты - ҡаяға үрмәләү ярыштары буйынса иң абруйлы спорт төрҙәренең береһе, ул планетаның төрлө
       мөйөштәрендә йәшәүсе спортсыларҙы йыя. Был ярыштар ике йылға бер тапҡыр ғына үткәрелә. Бәләкәй генә бер хата ла наградаһыҙ ҡалыуға, лидерлыҡты юғалтыуға сәбәп булып тора.
       Мюнхенда үткән чемпионатта Салауат стартты уңышлы башлап ебәрҙе. Әммә Рәхмәтовтың квалификация буйынса беренселеккә с ыҡҡанын белгәс, беҙҙең белгестәр аҙаҡҡы һөҙөмтә өсөн тағы ла нығыраҡ борсола башлай. Эш түбәндә: боулдерингтың финалында үткән этапта еңеүсе һуңғы булып үрмәләргә тейеш. Ә
       был трассаға ҡаршы көрәш кенә түгел, уға тиклем үткән
       үрмәләүсенең тир тамсыларынан шымарған "юл" кеүек өҫтәмә ҡатмарлыҡтарҙы ла үтеү кәрәклеген аңлата. Бынан тыш аҙаҡтан
       барыусыға үҙ нервыларын да сиктә тоторға кәрәк була, һиңә ҡаршы көрәшеүсенең һөҙөмтәләре билдәле һәм уның ҡаҙаныштарын ҡабатларға ғына түгел, арттырып та үтәү мотлаҡ. Һуңғы булып үрмәләүсенең хаталанырға хоҡуғы юҡ.
       Әммә Рәхмәтов алты ҡатмарлы трассаны алты һынауҙа тыныс
       үтеүгә өлгәшә. Икенсе урын алыусы австриялы Килан Фишхубер бының өсөн һигеҙ, бронза миҙал алыусыға ун өс һынау үтергә
       тура килә.
       Салауат Рәхмәтовтың трассаны бик оҫта үтеүе һәм үҙен тыны с тотоуы иҫ китмәле. Ә бит уға - 37 йәш. Боулдеринг кеүек ҡатмарлы төрҙә был йәштә донъя чемпионы исемен яулау - феноменға тиң. Үткән донъя чемпионатында был төр алдынғылары Өфө триумфаторынан йәшерәк ине. Рәхмәтовтың
       йәше тураһында көләмәс тә йөрөй. Халыҡ - ара ярыштарҙа уның
       янына йыш ҡына "утыҙҙан саҡ ҡына үткән", карьераларын тамамларға әҙерләнгән тәжрибәле ҡаяға үрмәләүселәр килә. "Һеҙгә нисә йәш" - тип һорау бирә улар. Салауат йылмайып, "Ул тиклем йәшәмәйҙәр" - тип яуап бирә.
       Рәхмәтовтың еңеүенән һуң уның тренеры Александр Степанов беҙгә түбәндәгеләрҙе һөйләне:
       - Мин уның сығыштарын ҡатыным менән бергә селтәр буйынса онлайн режимында ҡараным. Рәхмәтовтың донъя чемпионы
       булыуын күргәс мине солғап алған кисерештәрҙе аңлатыуы ауыр . Салауат һәр ваҡыт лидерҙар араһында булды, һәм бына, ниһәйәт, ул беренсе!
       Был ярыштарҙа рәсәйлеләр биш миҙал яуланы - бер бронза , ике көмөш һәм ике алтын. Иң юғары ике награда Өфөгә юл тот а. Юҡҡа ғына беҙҙең ҡала тау башында урынлашмаған бит.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал