6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Башҡортостандың ике йөҙгә яҡын мәҙәниәт эшмәкәре Бөйөк Болға рға сәйәхәт ҡыла
07.07.05


       "Рамаҙан" төрки милли - ағартыу үҙәге, шулай уҡ ТР Мәҙәни әт министрлығы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто, Бөтә донъя татарҙ ар конгресы инде нисәнсе тапҡыр "Бөйөк Болғарға сәйәхәт" тип иселәнгән республика - ара мәҙәни - ағартыу программаһын ойоштороусы булып сығыш яһай. "Владимир Зайцев" теплоходында 4 июлдә башланған круиз, һис шикһеҙ, унда
       ҡатнашыусыларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ, сөнки Ағиҙел, Кама һәм Волга буйлап сәйәхәткә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, йырсы һәм артистар
       сыҡты. Уларҙың маҡсаты яҡшы итеп ял итеү генә түгел, "Бөйөк Болғарға сәйәхәт" программаһында ҡатнашыу, татарҙарҙың
       боронғо ата - бабалары илендә булыу.
       Бындай ижади круиздар йыл һайын үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, быйылғыһы барыбер үҙенсәлекле, сөнки ул тарихи дата - Ҡазанғ а 1000 йыл тулыу билдәһе аҫтында үтә.
       Мең йыл элек (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса тағы ла боронораҡ) Ҡазан - Һыу йылғаһында, уның Иҙелгә ҡойған урынында, болғарҙар ҙур булмаған нығытма һала, ул Бөйөк Болғар иленең төнъяҡ сиктәрен һаҡлау өсөн эшләнә. Һуңғараҡ нығытма Ҡазан ханлығының баш ҡалаһына әүерелә. Яңы үҙаллы баш ҡала сифатында Ҡазан Көнсығыш Европаның күп кенә ҡалалар һәм илдәр менән иҡтисади бәйләнештә торған ҙур ҡала үҙәктәренең береһенә әйләнә. Ул, Болғар кеүек үк, Көнбайыш һәм Көнсығыш араһында транзит сауҙа үҙәге ролен үтәй.
       Ойоштороу комитеты рәйесе, "Рамаҙан" йәмғиәте президенты,
       филология фәндәре кандидаты, ТР атҡаҙанған артисы, халыҡ - ара конкурс лауреаты Марат Шәриф Ҡазанды үҙенең ҡабатланмаҫ архитектураһын һаҡлаған, Волга Болғары, Алтын Урҙа һәм Ҡазан ханлығы заманынан ҡалған бай мәҙәни мираҫын ю ғалтмаған, йылдам үҫешеүсе ҡала тип атаны. Бынан тыш ул ҙур сәнәғәт, мәғариф, мәҙәниҫт үҙәге лә булып тора.
       Өфө - Сергеевка - Түбәнге Кама - Болғар - Ҡазан - Өфө. Круизда ҡатнашыусыларҙы һәр ҡалала мауыҡтырғыс һәм файҙалы экскурсиялар, яңы тәьҫорат һәм асыштар көтә. Әммә теплоход ҡуҙғалыуы менән артистарға ең һыҙғанып эшләргә - ижади кисәләр һәм балалар конкурстары ойошторорға, үҙ таланты менән балҡырға һәм тамашасыларҙы теплоходтағы йәмәғәтселек тормошона йәлеп итергә тура килә. Һәр саҡтағыс а сәйәхәт тамамланыуға барыһы ла дуҫ булып айырылыша,
       ҡунаҡҡа саҡырыша, адрестары менән алмаша. Һәм үҙҙәре үк ғәжәпләнә: барлығы ун көн таныштар, бер - береһен күптән белгән кеүек! Һәм айырылғы ла килмәй.
       Ойоштороу комитеты рәйесе, "Рамаҙан" йәмғиәет президенты uәбәр итеүенсә, фашист Германияһын еңеүҙең 60 йыллығында татар диаспораһы "Бөйөк Болғарға сәйәхәткә" тере легенда,
       Гитлер үҙенең шәхси дошманы тип һанаған һәм уның башы өсөн ике миллион марка вәғәҙә иткән данлыҡлы "ҡара генерал" Даян Мурзинды саҡыра. Быйылғы йылдың февраль айында Даян Баянович Владимир Путиндың саҡырыуы буйынса Братиславаға, Сл овакияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 60 йыл тулыуын би лдәләргә барып ҡайтты. Бөгөн иһә Даян Баянович "Владимир Зай цев" теплоходында хөрмәтле ҡунаҡ.
       Круизда ҡатнашыусыларға уларҙы Ҡазан ҡунағы - йырсы Нәфҡәт Ниғмәтуллин, билдәле йырсы һәм музыкант Радик Динәхмәтов, йәш талантлы йырсы Гүзәл Әхмәтова, башҡорт филармонияһы ғорурлығы - Фәтиховтар ғаиләһе менән осрашыуҙар көткәнен белдерҙеләр.
       - Фәрит Иҙрисов менән осрашыу ҙа һеҙгә оҡшар тип ышанабыҙ . Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижерының башҡорт гимны авторы һәм үҙ йырҙарын да бик матур итеп башҡарыусы бу лыуын, бәлки, күптәр белмәйҙер ҙә әле, - тип өҫтәне Марат Шәриф. - Тағы бер билдәле яҡташыбыҙ, сығышы Дүртөйлө районынан булған, Шәйхзада Бабичтың ауылдашы Ғәлимйән Ғилманов та Юрий Шевчуктың һүҙҙәре менән "Еду я на родину!" - тип әйтә алыр ине. Ул беҙгә Ҡазанда ҡушыласаҡ. Әммә был турала билдәле шағир, прозаик, әҙәбиәтсе һәм тәнҡитсе Ғәлимйән Ғилманов үҙ шиғырҙары менән әйтер, моғайын. Өфөгә с әйәхәт уға илһам өҫтәр тип ышанабыҙ.
       БР атҡаҙанған нефтсеһе , көслө баритон тауышҡа эйә булған
       Фоат Рафиҡов һеҙгә йырлау - күңел ҡушыуы буйынса булыуын иҫбатлаясаҡ. Ҡазанда иһә, хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙең менән осрашыуға Ҡазандың ижади һәм ғилми интеллегенция, эшлекле да ирә, Татарстан һәм Башҡортостан хөкүмәте вәкилдәре киләсәк, уларҙың күбеһе - беҙҙең яҡташтар.
       Ошондай уҡ икенсе сәйәхәт "Ғабдулла Туҡай" теплоходында 2 5 августан 2 сентябргә тиклем үтәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал