6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Көнсығыш - ғалимдар күҙлегенән
07.07.05


       Ошо көндәрҙә Өфөлә "Евроазиат цивилизацияларының тарихи с ығанаҡтары" тип аталған мәктәп - семинары үтә. Осрашыуҙы ойоштороусы - Рәсәй фәндәр академияһының Көнсығышты өйрәнеүселәр йәмғиәте, уның президенты итеп дүртенсе съезд ҡарары буйынса Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов һайланды. Әйтергә кәрәк, Көнсығышты ө йрәнеүселәр йәмғиәтенең тарихы быуаттан ашыу, үҙ ваҡытында у ға билдәле Рәсәй реформаторы Сергей Витте башланғыс һалған. 20 быуат дауамында йәмғиәт эшмәкәрлегендә туҡтап тороуҙар ҙа булған, академик Евгений Примаковтың инициативаһы буйынса ул яңынан тергеҙелә. Шул ваҡыттан алып халыҡ - ара йәмәғәт ойошмаларында Рәсәйҙең Көнсығышты өйрәнеү вәкиллектәре дауам итә, вуздар, ғилми һәм мәҙәни - ағартыу учреждениелары ғалимдары ҡабаттан берләште.
       Рәсәйҙең Көнсығышты өйрәнеүселәре үҙҙәренең бишенсе съезына 2006 йылдың сентябрь айында йыйыласаҡ. Ишмөхәмәт Ғи лметдин улы әйтеүенсә, тикшереү өсөн "Милли ғилми
       мәктәптәрҙең көнсығышты өйрәнеү традициялары" темаһы һайланды. Ғалимдар шулай уҡ киләһе йыл Төркиәлә үтәсәк Бөтә донъя Көнсығышты өйрәнеүселәр конгресына ла делегация
       оҙатырға ниәтләй. 19 быуатта, ниһәйәт, Көнсығышты өйрәнеү "Көнбайыштың Көнсығыш тураһындағы фәне" булыуҙан туҡтаны, кү п быуаттар буйына йыйылған белемде ҡабаттан ҡарап анализлау ваҡыты етте. Көнсығышты өйрәнеү фәненең бөгөнгөһө тарих һәм иҡтисад, мәҙәниәт һәм сәйәсәт, тел ғилеме һәм этнологияны үҙ эсенә ала.
       Билдәле эксперт, Рәсәй Фәндәр академияһы Көнсығышты өйрәнеү институтының Көнсығыш тарихы бүлеге мөдире Дмитрий В асильев йәмғиәт тикшеренеүселәренең ҡыҙыҡһыныуы "боронғо зам анды тикшереү" менән генә сикләнмәй, тарихи контексты заманса тенденциялар менән сағыштырыу анализы үткәрә, тип
       билдәләне. Бының өсөн йыйылыу урыны итеп Башҡортостандың һа йланыуы осраҡлы хәл түгел - төбәктең үҫеше ғилми йәһәттән дә алға китеште күҙаллай, шул иҫәптән ярты быуат эсендә билдәле хеҙмәттәр яҙылыуы ла үҙ ролен уйнай, мәҫәлән, Николай Дмитриевтың "Башҡорт теле грамматикаһы", Сергей Руденконың "Башҡорттар. Тарихи - этнографик очерк" монографияһы, Раил Күзәевтың "Башҡорт шәжәрәләре" ғилми
       хеҙмәте һәм башҡалар. 21 быуатта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө Фәндәр үҙәгенең Этнологик тикшереүҙәр үҙәгендә
       "Башҡортостан халыҡтары" ғилми хеҙмәте донъя күрһә, һуңғы йылдарҙа Башҡортостан тарихы буйынса ғилми хеҙмәттәр, "Башҡорт халыҡ ижады" ике томлығы һәм башҡа хеҙмәттәр сығарылды. Көнсығышты өйрәнеү буйынса ғилми үҙәк төҙөү тураһындағы яңылыҡты республика хөкүмәте лә хуплап ҡаршы алды.
       Татарстанда күптән түгел булып уҙған татар телен латиница Ра
       күсереү тураһындағы инициативаларға ҡарашығыҙ тигән һорауға
       ғалимдарҙың яуабы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Беренсенән, Дмитрий Васильевтың һүҙҙәре буйынса, төрки телдәрен латиницаға күсерергә маташыуҙар 20 - се йылдарҙа ла булып уҙҙы һәм бер ниндәй ыңғай һөҙөмтәгә лә алып килмәне. Был
       өлкәлә тиҙ арала ҡабул ителгән ҡарарҙар күпселек осраҡта зы ян ғына килтерә. Ғөмүмән, һәр яңы графика индергән ваҡытта телдең фонетик үҙенсәлектәре юғала. Ә Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов башҡорт яҙмаһының, мәҫәлән, үҙенең үҫеш осоронда дүрт төр графика - руна яҙмаһынан, ғәрәп яҙмаһы һәм
       латиница аша кириллицаға килеүен хәтергә төшөрҙө. Әммә, нисек кенә булмаһын, Федерацияның айырым субъектында башҡаларҙан айырылған яҙмаға күсеү логикаға тап килмәй, тине
       ул. Ваҡыт һәр нимәне үҙ урынына ҡуйырға тейеш.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал