6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Нефтяник Башкортостана" һәм "Нефтехимиктың" яңы уйынсылары
06.07.05


       Ошо көндәрҙә Рәсәй волейбол суперлигаһының башҡо рт клубтары һатып алынған һәм һатып алынасаҡ уйынсылар хаҡын да серҙәрен асты. "Нефтяник Башкортостана" Алексей Рыжов менән контракт төҙөнө, ә "Нефтехимик" ҡара тәнле Куба йондоҙҙары Томас Алдасабаль һәм Павел Пимента Алленды "ауларға" ҡарар итте.
       Өфө "нефтселәре" "тулы хәрби комплект" тураһында рапорт бирһәләр ҙә була - командала уйынсылар һаны етерлек һәм стар т составындағы урындар өсөн конкуренция көслө буласаҡ. Бары
       тик команда капитаны Николай Иванов буласағы ғына шик тыуҙырмай. Ҡалғандар, хата ебәрә ҡалһа, запас уйынсылар биләмәһенә оҙатылыуы ла мөмкин. "Нефтселәр" "Энергетиктың" ф арм - клубынан кәм тигәндә ике перспективалы уйынсы - Александр Мочалов һәм Владимир Шендриковты йәлеп итеү яғын ҡ арар, моғайын. Был республиканың иң көслө волейбол клубы составында урын өсөн конкуренцияны тағы ла көсәйтәсәк.
       Алексей Рыжовты алыуҙың кире яҡтарына ҡарағанда ыңғай яҡтары күберәк. Уның ыңғай яҡтары - тәжрибәле булыуы, мөһим һәм хәл иткес туптарҙы ота белеүе. Бынан тыш Алексей блокта ла көслө.
       Һуңғы сезонды Алексей Ярославль "Нефтянигы" составында үткәрҙе. Был спортсының Рәсәй чемпионатындағы төп ҡаҙаныштары МДТУ менән бәйле. Мәскәү "студенттары"
       составында ул илебеҙҙең чемпионы (2001) һәм көмөш призеры (
       2002) исемдәрен яулаған.
       Тимәк, хәҙер Өфө клубында ике төп үҙәк блок ҡуйыусы урынына бер юлы бер нисә волейболсы дәғүә итәсәк - улар
       Ҡаҙағстан йыйылма командаһы уйынсыһы Антон Рубцов, Рәсәй йыйылма командаһына кандидат Леонид Кузнецов, тәжрибәле Алексей Рыжов һәм талантлы Владимир Шендриков.
       "Нефтяник Башкортостана" командаһының берҙән - бер
       етешһеҙлеге - өфөлөләр уйынды тамамлаусылар ( доигровщиктар) менән тулыһынса комплектланмаған әле . Был
       проблема яҡын арала, йәш Куба йондоҙо Османи Гуанторена башҡорт командаһы менән килешеүен оҙайтҡандан һәм Рәсәй
       йыйылма командаһы уйынсыһы Тарас Хтей өфөлөләр менән килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң хәл ителәсәк.
       Волейбол суперлигаһының икенсе башҡорт клубы - Салават ҡалаһының "Нефтехимик" командаһы Өфө командаһына ҡарағанда хөртөрәк комплектланған. Клубта ҡалырға ҡарар итеүселәр исемлеге - Ярослав Василенко, Руслан Чигрин,
       Алексей Пашутин, Максим Кулагов һәм Дмитрйи Панкратов.
       Рәсәйҙең иң көслө дивизионында юғары кимәлдә, тимәк донъяның иң көслө лигаларының береһендә уйнай алырҙармы улар Был һорауға сезон һөҙөмәтләре генә яуап бирә ала.
       "Нефтезимиктың" яңы уйынсылары артыҡ тәьҫораттар
       ҡалдырмай. Командала Питер "Спартагынан" Андрей Павлов һәм Андрей Анкудович, шулай уҡ "Нефтяник Башкортостана" клубынан Алексей Сериков уйнаясаҡ.
       "Нефтехимиктың" берҙән - бер өмөтө - Куба милли йыйылма командаһының һөжүм итеүселәре. Салауатта бик көслө үҙәк блок
       ҡуйыусы Павел Пимента Аллен һәм диагональ һөжүм итеүсе Томас Алдасабаль уйнауы ихтимал.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал