6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Футбол мөғжизәләре
06.07.05


       Башҡортостандың икенсе лига футбол клубтары Р әсәй беренселеге сиктәрендә сираттағы осрашыуҙарын үткәрҙе. Ике
       уйында ла мөғжизәгә урын булды - "Содовик" футболда бик һирәк осраған 7 : 0 иҫәбе менән еңде, ә "Нефтяник" мөғжизә менән генә алға сыҡмай ҡалды.
       Зацепиндың покеры
       Был миҙгелдә "Содовик", күҙ теймәһен, беренселек уйындарында шатландыра ғына. Төп конкурент - Тольятти "Ладаһын" еңгәндән һуң, Стәрлетамаҡ командаһы
       Димитровградтан килгән шулай уҡ көслө команда менән
       осрашҡанда ла бирешмәне. "Лада - СОК" менән осрашыу Игнатенко коллективының икенсе дивизионда оҙағыраҡ ултырып т ашлауы, уның урыны көслөрәк лигала булыуын тағы бер тапҡыр р аҫланы. Көслө команда ҡапҡаһына ете туп индереү - футболда ысынлап та мөғжизәгә тиң.
       Был осрашыуҙа хужаларҙың һөжүм итеүсеһе Эдуард Зацепин покер (дүрт туп индереү) менән айырылып торҙо. 35 - се минут ҡа ул тағы бер дубль яһаны һәм еңеүҙең хужалар яғында булыуы аңлашылды. Тағы биш минуттан һуң Сидяев айырманы тағы ла арттыра төштө - 3 : 0. Икенсе таймда Зацепин хет - трик эшлә й. "Содовиктың" баш тренеры Александр Игнатенко был уйынсыны алмаштырманы, ғәҙәттә ул төрлө һөжүм итеүселәрҙе уйынға индереүҙе хуп күрә. Эдуард осрашыу аҙағында был ышанысты
       тағы бер тапҡыр аҡланы. Уға тиклем Славнов һәм Зернов ҡаршы
       яҡтың ҡапҡаһына берәр туп индерҙе. Һөҙөтә - 7 : 0.
       Стәрлетамаҡ көйәрмәндәренең ҡыуанысына, был көндө
       "Содовикты" эҙәрлекләүселәрҙең береһе "Носта" Түбәнге Новгородтан килгән уртаса уйнаусы "Локомотив - НН" командаһын еңә алманы, иҫәп - 1 : 1. Хәҙер инде был клуб Стәрлетамаҡ командаһынан туғыҙ мәрәйгә артта ҡалды.
       Еңелеү сәбәптәре
       Ошо уҡ көндө "Соданы" эҙәрлекләүсе тағы бер команда - "Лада" ла (Тольятти) еңелергә тейеш ине. Уның баш тренеры ла уйындан һуң уның тәрбиәләнеүселәре бик насар уйнауын һәм мөғжизә ярҙамында ғына еңеүгә өлгәшеүен таныны.
       Был матчта еңелеүгә сәбәптәр бер нисәү, һәм улар барыһы л а Тольятти клубы файҙаһына булды.
       Беренсеһе - өфөлөләр гол индерергә уңайлы мәлдәрҙе ҡулдан
       ысҡындырҙы.
       Икенсеһе - "Лада" ҡапҡасыһы бик яҡшы уйын күрһәтеп, командаһын өс голдан ҡотҡарҙы.
       Өсөнсөһө - судья Тольятти спортсыларының бысраҡ һәм тупаҫ
       уйнауын күрмәмешкә һалышты, ваҡытты һуҙған өсөн уларға бер тапҡыр ҙа яза бирмәне, ғөмүмән, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәмәне.
       Өфө футболсылары тренерһыҙ ҙа лайыҡлы уйнаны. Үҙ ҡапҡаһына берҙән - бер тупты "нефтселәр" беренсе тайм
       башында үткәрҙе. Икенсе тайм дауамында улар ныҡышмал рәүештә һөжүм итергә тырышты, әммә өҫтә әйтелгән сәбәптәр уларға иҫәпте тигеҙләргә ҡамасауланы.
       Юрий Суренский ниңә китте
       Асыҡланыуынса, Өфө клубы тренеры бер ниндәй ҙә ял алмаған . Ул эштән бушатыуҙарын һорап ғариза яҙған. Был тәжрибәле тренер үҙенең эштән китеү сәбәптәрен былай тип аңлата:
       - Мин Өфөлә баш тренер вазифаһында ун йыл эшләйем. Команда эштәренә футболды аңламаған кешеләр ҡыҫылыуын
       теләмәйем. Бер гәзит минең турала теләһә нимә яҙа, улар ошо
       наҙан публикациялар нигеҙендә һығымта яһай һәм минең етди хаталар ебәреүем тураһында белдерә. Клуб президенты Мәхмүт Б икбулатовҡа бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ - ул Өфөлә футбол өсөн бик күп көс һала. Тик минең шәхси фекерем буйынса, "Нефтяник та" идара рәйесе Риф Сәйетгәрәев һәм команда начальнигы Зәки Бикбаев кеүектәр етәкселек иткәндә, беҙҙә яҡшы футбол булмаясаҡ. Минең эштән китеүемдең сәбәбе улар менән
       конфликтҡа инеү арҡаһында килеп сыҡты. Беҙҙә финанстар йәһәтенән проблема барлыҡҡа килде. Команда "Нефтехимик"
       менән осрашыуҙан һуң хатта киске аш та ашаманы, ғөмүмән,
       футболсыларҙы яҡшы ашатмайҙар ( ә бит профессионал клуб уйынсыларына яҡшы туҡланыу мотлаҡ). Ә миңә дәғүә белдерәләр:
       "Кәрәк кешене ҡуймайһың!" Һеҙ үҙегеҙ шаһит - беҙҙең команда
       проблемалар булыуға ҡарамаҫтан, яҡшы уйын күрһәтә. Футболсылар ҙа минең менән бергә демарш ойошторорға уйлағайны, тик мин уларға рөхсәт итмәнем. Артабан нимә булыр  Башҡа командаларға ла кәрәгем булыр, тип уйлайым, минең етәкселегем аҫтында "Нефтяниктың" лайыҡлы уйын күрһәтеүе
       барыһына ла мәғлүм.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал