6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Рафаэль Бураҡановтың итектәре ял итергә туҡтаны
06.07.05


       Матурлыҡ ижад итеүселәрҙе Хоҙай тәғәлә төрлө таланттар м енән бүләкләй. Рафаэль Бураҡанов - һынлы сәнғәт оҫтаһы, граф ик, инсталляция рәссамы, шағир. Уның шиғырҙары менән танышырға ө лгөрмәнем әле мин, әммә авторҙың "Ижад" галереяһында
       урынлашҡан күргәҙмәһен ҡарап йөрөгәндә, уның әҙәби талантын
       күҙаллауы ҡыйын түгел. Бында ҡуйылған һүрәттәрҙе бәләкәй генә дүртюллыҡтар тулыландыра. Уларҙа Рафаэль Нури улының
       уй - хистәре сағылыш таба. Дөрөҫөн әйткәндә, тамашасы һәм
       оҫта араһында бындай асыҡ һөйләшеүҙәрҙе йыш күрергә тура килмәй, "ҡулъяҙмаларын" автор ғәҙәттә оҫтаханала ҡалдырыуҙы хуп күрә. Автор әйтеүенсә иһә, тамашасы рәссамдан һәр ваҡыт асыҡ диалог көтә.
       Рафаэль Бураканов - һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Уның ижады төрлө планлы, күргәҙмәләге ғәҙәти манерала башҡарылған пейзаждары ла, сағыу авангард эштәре лә ошо турала һөйләй.
       Ҡайһы бер картиналар тәбиғәттең гүзәллеге менән әсир итә. Эксперимент эштәре ҡайһы бер ваҡыт аңлашылып та етмәй, әммә тап ошо сифат ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра ла инде. Мәҫәлән, рәссамдың "Автопортретында" ҡара тәҙрә төшөрөлгән, уның аша авторҙың һыны күренеп тә етмәй. Башлыса экспозицияла ҡара
       төҫтәргә өҫтөнлөк бирелгән, шуға күрә сағыу тап - "Ерҙә туҡталған ҡояш нурҙары" шунда уҡ иғтибарҙы йәлеп итә.
       Ҙур булмаған ҡағыҙҙарға төшөрөлгән бәләкәй пейзаждарҙы тамашасылар ҡыҙыҡһынып ҡарай. Уларҙы открытка менән сағыштырырға мөмкин булыр ине, әммә һуңғыһының хаҡына һатып алып булмай, әлбиттә, сөнки был - сәнғәт әҫәре.
       Етмештән ашыу эш араһында миңә иң оҡшағаны "Мосафирҙар" булды. Был картина ... итектәрҙең сәйәхәте хаҡында. "Картина геройҙары булыр өсөн" улар оҙон юл үткән. Рәссам уларҙы шул тиклем "тере" итеп күрһәтә алған, итектәр ял итергә генә туҡталған төҫлө, артабан улар юлдарын дауам итәсәк.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал