6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Эшҡыуарҙар көс йыя
06.07.05


       Эшҡыуарҙар, ниһәйәт, власҡа аяҡ баҫты. Үҙҙәре белдереүенс ә, ниәттәре яҡшы - тормошобоҙҙо сифатлыраҡ, социаль йәһәттән уңайлыраҡ итеү. Кисә "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассоциацияһы Советы рәйесе Андрей Назаров бөгөн урындағы
       үҙидараның закондар сығарыу органдарында эшҡыуарҙар һаны бер ҡасан да булмағанса ҙур тип билдәләне.
       "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеге Советына ғына ла 11 эшҡыуар һайланған ( тотош депутат корпусы 35 кешенән тора),
       уртаса алғанда, республиканың һәр яңы ҡала советында эшҡыуарҙар барлыҡ депутаттарҙың дүрттән бер өлөшөн тәшкил
       итә. Был лоббистик берләшмә - эшҡыуарҙар килешеп эшләгән хәлдә, әлбиттә, - әһәмиәтле көскә әйләнергә вәғәҙә итә. Андр ей Назаров бөгөнгө эшҡыуарҙар үҙ көстәре буйынса йәмғиәттең әүҙем һәм тормошто алдан күрә белгән өлөшөнә әйләнә ала, тип
       һанай. Халыҡ байыраҡ һәм яҡшыраҡ йәшәгән һайын эшҡыуарҙарҙың эше уңышлыраҡ бара, ти ул. Бөгөнгө эшлекле кешеләргә бер нимә генә етмәй, ул да булһа, американдар әйтмешләй, "respect", йәғни, танылыу. Шуға күрә, тип иҫәпләй эшлекле ойошмалар башлығы, йәмәғәтселек алдында эшҡыуарҙың имиджын күтәреү өсөн байтаҡ көс һалыр кәрәк. Әлбиттә, Ассоциацияла ла, эшҡыуарлыҡты яҡлау буйынса республика программаһы сиктәрендә лә бизнесмендарҙың социаль йәһәттән яуаплы образын булдырыу буйынса эш алып барыла, тик әлегә тейешле кимәлдә түгел.
       Әгәр программа - минимум - коммерция эшмәкәрлегенең легаль булыуын тәьмин итеү - күптән һәм уңышлы башҡарылған икән, эшҡыуарлыҡтың легитимлығы йәмғиәттең төрлө кимәлендә д аими раҫлауға мохтаж. Республиканың эшҡыуарлыҡ ойошмалары Ассосиацияһының яңы девизы ла ( "Имидж - иң шәп к апитал") ошо маҡсатҡа эшләйәсәк. Сәбәбе ябай: шәхси эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселек тормошонда шул тиклем ҙур урын биләй, уны һиҙмәү мөмкин түгел. Уның йоғонтоһо бынан биш - алты йыл элек булған хәл менән сағыштырғанда көслөрәк тә. Башҡортостанда 120 меңдән ашыу эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә, тип әйтеү етә. Андрей Назаров билдәләүенсә, үҙене ң изге эштәре (яңы эш урындары булдырыу, социаль проекттарҙы яҡлау һ. б.) менән эшҡыуарҙар әле үк танылыуға лайыҡ. Ошо нигеҙҙә бизнес һәм йәмғиәт, эшҡыуарлыҡ һәм власть араһында ныҡлы ышаныслы мөнәсәбәт булдырырға мөмкин.
       "Өфө ҡалаһы" муниципаль берәмеге Советына яңы һайланған депутат Ольга Одинокова шул уҡ ваҡытта республикабыҙ баш ҡалаһының эшҡыуарҙар Союзы рәйесе һәм "Респект" компанияһының генераль директоры. Һайлауҙарҙа ла Ольга Леонидовна эшҡыуар булараҡ сығыш яһаны - ул үҙенең
       тәжрибәһендә бөгөн йәмәғәтселектең эшҡыуарҙарға икенсе күҙлектән ҡарағанын аңлай. Халыҡ бизнесмендарҙа йәмғиәттең әүҙем һәм профессиональ вәкилдәрен күрә, улар депутат вазифаһында беренсе сиратта халыҡ мәнфәғәтен яҡлаясаҡ. Беҙҙән реаль эштәр көтәләр, тине Ольга Леонидовна, халыҡ һайлау алдының яңғырауыҡлы вәғәҙәләренән арыны. Социологтар мәғлүмәте буйынса, депутаттарға ышаныс бик ныҡ кәмене. Эшҡыуарҙар иһә, киреһенсә, эш урындары булдырып, социаль проекттарҙы финанслап, ҡаланы тауар һәм хеҙмәтләндереү төрҙәре менән байытып, Өфөнөң тышҡы йөҙөн йәмләп, йәмғиәт алдында ихтирам яуланы. Шуға күрә һайлаусыларҙың ни өсөн "бысраҡ" һайлау алды кампанияһына ҡарамай, үҙаллы эшҡыуарҙар өсөн тауыш биреүе аңлашыла.
       Шулай итеп, эшҡыуарҙар бер имтиханды тапшырҙы тип әйтергә
       була. Хәҙер уларға депутат мандаты уларға бушҡа бирелмәгәне н көн һайын иҫбатларға кәрәк буласаҡ. Власть бирелгән эшҡыуарҙар кредитлау, һалым һалыу проблемаларын хәл итер, административ ҡаршылыҡтарҙы еңер тип ышанғы килә. Йыл аҙағына, Андрей Назаров әйтеүенсә, эшҡыуар исеме "үткән йылдарҙа уға һалынған" негатив һүрәтләүҙәрҙән ҡотоласаҡ.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал