6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Өфөлө Вайцеховский - ҡаяға үрмәләүселәрҙең иң йылдамы
06.07.05


       Өфө атлеты Евгений Вайцеховский ҡаяға үрмәләү буйынса дон ъя чемпионы исемен яуланы. Ул тиҙлеккә ярыштарҙа еңеп сыҡты.
       Мюнхенда үткән ярыштарҙа Өфө спортсыһы ике тапҡыр донъя чемпионы, украин егете Максим Стенковты артта ҡалдырҙы. Өсөнсө урында Екатеринбургтан килгән Сергей Синицын. Башҡоротстандың тағы бер вәкиле, Мәләүез егете Александр Пешехонов та лайыҡлы сығыш яһаны.
       Евгенийға ни бары 19 йәш, ә ул инде донъяла иң көслө ҡаяғ а үрмәләүселәрҙең береһе булып иҫәпләнә. Вайцеховскийҙың Мюнхендағы триумфы - уның йәштәр араһындағы донъя беренселегендәге еңеүҙәренең дауамы ул. Евгенийҙың еңеүе хаҡында ишеткәндән һуң күп кенә белгестәр ғәжәпләнмәүен
       белдергән. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 2003 йылда Вайцеховский Болгарияла йәштәр араһында үткән донъя беренселегендә иң йылдамы булып танылғайны, 2004 йылда ул Эдинбургта үткән йәштәр чемпионатында алтын миҙалға лайыҡ булды. Өлкәндәр араһында иң юғары кимәлдәге ярыштарҙа еңеү Е вгенийға олимпия уйындарына инмәгән спорт төрҙәре буйынса бө тә донъя уйындарына йүнәлтмә алырға мөмкинселек бирҙе.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал