6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

"Автогражданка" иҫәбенә байыу килеп сыҡманы
06.07.05


       Страховкалауға бәйле аҡса эшләргә маташыу осраҡтары
       һуңғы арала таралыу таба башланы. Был йәһәттән беренсе урында, һис һүҙһеҙ, законһыҙ рәүештә "автогражданка" иҫәбенә
       кеҫә ҡалынайтыу тора. Әммә афера оҫталарының күпселеге асыҡлана һәм тейешле язаһын ала.
       Республиканың төп хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһында беҙгә
       сираттағы ошондай хәл тураһында һөйләнеләр. Тәү ҡарашҡа
       Кадомцевтар урамындағы авария ғәҙәти кеүек тойола: "Ниссан"
       һәм "Ауди" маңлайға - маңлай бәрелешкән, тәүге иномарка хужаһы үҙенең ғәйебен кире ҡаҡмай.
       Шылтыратыу бйынса бәрелеш булған урынға килгән кесе сержант Илнур Нафиҡов хәлде асыҡлай. Үҙе һөйләүенсә, уға
       авария сәйер кеүек тойола. Тормозға баҫыу юлы ла, ватылған фара ярсыҡтары ла юҡ. Шуға күрә, бәрелеш схемаһын төҙөгәндән
       һуң, баш ҡаланың автоинспекция хеҙмәткәре уның яһалма
       булыуы мөмкинлеген белдерә.
       Бәрелеш схемаһының копияһын страховкалау компанияһында ҡарап сыҡҡандан һуң, был шик тағы ла көсәйә. Тикшереү ваҡытында мәғлүмәттәр базаһында бәрелештә ҡатнашҡан "Ауди" м ашинаһының быға тиклем дә шундай уҡ зыян күреүе хаҡында яҙмалар һаҡланыуы асыҡлана.
       Юл "фажиғәһендә" ҡатнашыусылар офиста, яһалма бәрелеш өсөн түләү алғанда ҡулға алына. Ике яһалма авария өсөн уларҙ ың
       120 мең һумдан ашыу аҡса алыу мөмкинслеге була. Совет районы эске эштәр бүлегендә аферистарҙың башҡа яһалма бәрелештәргә ҡыҫылышы булыуы мөмкинселеген дә кире ҡаҡмайҙар.
       Страховкалау компанияһында хәбәр итеүҙәренсә, инспектор Илнур Нафиҡовтың иғтибарлылығы уларға страховкалау комбинаторҙарын асыҡларға ярҙам итә. Компания етәкселеге ҡарары буйынса, ул үҙенең һөнәри эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнәсәк.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал