6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Һайлауҙар

Шварценеггер баҙап ҡалды. Ә беҙҙе алда нимә көтә
20.10.03


       Алыҫ Америкала һайлауҙар ҙа беҙҙәге кеүек үк проблемал арҙан азат түгел. Сәйәси технологиялар, оппоненттарға бысраҡ
       өйөү, үҙҙәрен саф һәм пак итеп күрһәтергә тырышыуҙар. Быға ҡушып вәғәҙәләр, вәғәҙәләр, вәғәҙәләр...Кемдер ерҙә ожмах бу лдырырға, ҡайһыһылыр американдарға торлаҡ һәм эш урыны менә н тәьмин итергә (таныш яңғырай, шулай бит) вәғәҙәләр бирә. Кандидаттарҙың һайлау алды программаларына килгәндә иһә -- т орғаны "капиталист" Маркстың бойомға ашҡан хыялдары инде: һ әр кемдән мөмкинлегенә ҡарап, һәр кемгә -- ихтыяжы буйынса.. .
       Маҡсаттарына өлгәшер өсөн сәйәсмәндәр ниндәй алымды ҡул ланырға ла риза. Хәйер, демократия уларға киң матбуғат сарал арын тулыһынса файҙаланырға ирек бирә. Гәзиттәр һәм сәйәси т ехнологтар президент һайлауҙары алдынан кандидаттар вәғәҙә и ткән теге " алтын тауҙар"ға хужа булып ҡала ла инде.
       Күптән түгел Калифорнияла губернатор һайлауҙары үтте. Бы л вазифаға дәғүә итеүселәрҙең береһе бөтә донъяға билдәле те рминатор Арнольд Шварценеггер Калифорнияға ла бәхет бирергә вәғәҙәләрен йәлләмәне. Уның пиарсылары ҡара тирен түгеп тыры шты тиһәң дә була. Өлгөлө ир һәм атай, сәләмәт тормош алып б ара...Һәм теләктәренә ирештеләр ҙә. Тимер Арни губернатор кр еслоһына менеп ултырҙы һәм шунда уҡ Калифорния халҡына иҫ ки терерлек хәбәр, йәғни, үҙенең һайлау алды программаһын нисек
       итеп тормошҡа ашырырға икәнлеген белмәүе тураһында еткерҙе.
       Яуап итеп халыҡ шунда уҡ уның сығышы менән Американан бу лмауын иҫенә төшөрҙө. Актер президент Рональд Рейган менән с ағыштырырға ла онотманылар. Тик һуң инде. Кәрәкле документта рҙа нөктәләр ҡуйылған.
       Бөгөн беҙең илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла республик а Президент һәм Рәсәй Думаһы депутаттарын һайлау алдынан ош ондайыраҡ картина күҙәтелә. Нимә булһа ла Көнбайышҡа күҙ таш ларға күнегеп, беҙ уларҙы сәйәси технологиялар буйынса ҡыуып
       етеп киләбеҙ, буғай. Кандидаттар вәғәҙәләрен йәлләмәй, ула рға билдәле артистарҙың концерттары, хәйриә акцияларының өҫ тәлгәнен дә онотмағыҙ. Уларҙың һуңынан Арнольд кеүек үҙҙәрен ең көсһөҙлөгөн таныуҙары ла бар бит әле. Тик ул ваҡытта нимә не булһа ла үҙгәртеүе һуң булмағайы.

Ольга Зацепина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал