6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәиәт

"Ҡош һайрауын төрлө төҫтәрҙә күрәм"
06.07.05


       Нимә ул оптик театр Быға тиклем күрергә тура килмәгән тамашаны күҙ алдына килтереүе ауыр, әлбиттә. Өфө ҡалаһы планетарийында ошо көндәрҙә үткән был тамашаға билет алыусылар үҙҙәрен нимә менән ғәжәпләндерәсәктәрен төшөнмәй и не әле. Хәйер - ғәжәпләндерә алырҙармы икән һуң Ярым профессиональ аппаратура, ваҡыты менән юғалып ҡалыусы тауыш, экран да идеаль булыуҙан алыҫ... Бынан тыш тамаша ла күптән өйрәнелгән сценарий буйынса башланманы. Ул әҙер, аңлашылған сюжетлы шоу түгел, ә тамашасы менән ижади
       әңгәмә ине булһа кәрәк. Әммә тиҙҙән йөҙҙәрҙәге аптырау тойғоһо ысын ҡыҙыҡһыныу менән алмашынды, проект авторы Рафаил Булатов әҙерләгән төҫ һәм яҡтылыҡ музыкаһы һәм художестволы образдарҙан алынған тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатыуы ҡыйын. Рафаилдың һүҙҙәре буйынса, был проект коммерцияға ҡарамай, шуға күрә әлегә Мәскәү яҡтылыҡ - музыка
       (светомузыкальный) театры беҙҙең ҡалала ҡунаҡта булғанда, һ әр кем был тамашаға бушлай килә һәм иҫ киткес музыка - классиктар һәм замандаштарыбыҙ ижадын - ишетеү генә түгел, күреү мөмкинселегенә лә эйә була ала.
       Оптик театр багажы слайдтар һәм яҡтылыҡ сәнғәте ҡушылмаһынан тора. Ут һүнә, экран төрлө төҫтәр менән балҡый.
       Музыка уйнай, күҙ алдында алтын - ҡыҙыл төҫтәр менән уйнаус ы йондоҙҙар хасил була. Ҡыңғырауҙар сыңлай һәм был тауыштар экранда нәҙек кенә көмөш ептәр ҡалдырғандай тойола, улары аҡрынлап океан төбөндә йәшкел - күк төҫтә әйләнгән ылымыҡҡа , ҡурҡаҡ балыҡтар өйөрөнә, перламутр төҫөндәге ҡабырсаҡҡа
       әйләнә.
       - Үҙ ваҡытында Скрябин һәм Чюрленис ошо турала хыялланған , - ти Рафаил. - Әммә бөгөн, оптик театрҙар барлыҡҡа килгәс тә (Мәскәүҙә улар икәү), уларҙы тамаша ҡылыусылар, нимә икәнен белеүселәр һирәк. Мин билдәле режиссер Андрей Тарковскийҙың әйткәнен хәтеремдә ҡәҙерләп һаҡлайым: ул театр тамашаһын
       яҡтылыҡ һәм тауыш ағымы тип атаған, ошо ағым буйлап тамашасы үҙ күңеле киңлегенә йөҙөп килә ала. Ошо һүҙҙәр нур
       театрына аныҡ һүрәтләмә бирә.
       Рафаил Булатов аңлатыуынса, был башҡарыу оҫталығының яңы төрө туҡтауһыҙ формаһын һәм төҫөн үҙгәртеүсе нур ағымынан тора.
       - Тамаша ысынлап та иҫ китмәле, күңелдә тәрән тәьҫораттар ҡалдыра. 1982 йылда мин сәнғәттең был төрө менән тәү башлап танышҡандан һуң, үҙ эшемде табыуымды аңланым. Осҡон ут ҡабыҙа: ярты йыл эсендә тәүге ҡоролмамды һәм тәүге программа ны төҙөнөм.
       Яҡтылыҡ көйөн Рафаил Булатов илһам килгәндә яҙа.
       - Оптик театрҙа нур яҡтылығы менән күптән эшләп, сәнғәтте ң ғәҙәти булмаған төрө менән шөғөлләнгәс, тормошто ҡабул итеүҙең нисек үҙгәреүен күҙәтеүе ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, - тип һөйләй Рафаил. - Көйҙө йәки ҡоштар һайрауын мин шунда уҡ төрлө төҫтәрҙә күрәм.
       Рафаил Булатовтың иң ҙур хыялы - ҡояш нурында эшләгән оптик театр төҙөү, унда махсус көйләнгән көҙгөләр театр стенаһында эшләнгән махсус тишектәр аша үткән ҡояш нурҙарын экранда күрһәтер ине. Әммә был идея беҙҙең климатта мөмкин б улмаҫ, моғайын - һауа торошоноң боҙолоуы арҡаһында тамаша өҙ өлһөн әле!
       Кеше, тәбиғәт һәм космос, мөхәббәт, өмөт һәм күңел матурлығы тураһында һөйләүсе ғәжәйеп нур - музыка композицияларында образдар, буяуҙар һәм көй магик көс барлыҡҡа килтерә. Шул ваҡытта тамашасының эске донъяһы көтөлмәгән тәрәнлектә асыла, тирә - яҡ мөхитте ҡабул итеүҙә психологик үҙгәрештәр барлыҡҡа килә.
       - Художестволы формаға һалынған нур һәм көй ағымы кешене тәүге сығанаҡҡа, тәбиғәткә алып ҡайта, - ти Рафаил, - быға ш унда уҡ ышаныуы ҡыйындыр, бәлки, әммә был ысынлап та шулай.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал