6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаев" уйынсылар йыйыуын дауам итә
06.07.05


       "БАШвестЪ" гәзитенә Өфөнөң хоккей командаһындағы һуңғы
       үҙгәрештәр хаҡында мәғлүм булды. Клуб етәкселеге яңы уйынсылар тураһында хәбәр итә, командала өр - яңы "табыш" - "Авангард" клубы (Омск) уйынсыһы, 2003 - 2004 йылдар миҙгелендә Рәсәй чемпионы исемен яулаусы Дмитрий Субботин.
       "Салауат Юлаевҡа" үҙен күрһәтеү маҡсатында яңы уйынсылар
       күп йыйылды. Барыһы артынан күҙәтеп өлгөрөүе лә мөмкин
       түгел. Команданың генераль менеджеры кандидаттар тураһында мәғлүмәтте йәшермәһә лә, ҡайһы бер фамилиялар дөйөм ағымда ю ғалып ҡала. Мәҫәлән, инде бер нисә көн дауамында "Салауат Юл аев" составында ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ хоккейсы, Ҡаҙағстандан килгән Максим Беляев уйнай. Һәм ошондай уйынсылар байтаҡ. Барыһын да һанап бөтөүе ҡыйын, әлбиттә, шулай ҙа башлап ҡарайыҡ.
       Үҙәктә төп уйынсылар Заварухин менән Хлыстов уйнай. Уларҙың төп составтағы урыны шик тыуҙырмай. Заварухиндың капитан буласағы ла аңлашыла, уға беренсе звенола урын әҙерләнеп ҡуйылған.
       "Икенсе төп өс һөжүм итеүсе" үҙәгенә "йондоҙло" уйынсылар
       алынманы. Был позицияла уйнарға Максим Орлов, Максим Беляев, Дмитрий Калачев, Дмитрий Зюзин, Владимир Жмаев,
       Денис Курепанов, Сергей Зачупейко (Хлыстов тураһында ла оноторға ярамай) дәғүә итә ала. Ике Максим да үҙҙәрен юғары лигала яҡшы күрһәтә алды. Зюзин һәм Жмаев - Рәсәй йәштәр йыйылма командаһына кандидаттар - әлегә штабта Сергей Герсонский булған ваҡытта улар составта күренәсәк. Курепано в һәм Зачупейко йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан (1988 йылғы),
       ныҡышмалылыҡтары менән алдыра.
       "Салауат Юлаевта" көслө һөжүм итеүселәр күп түгел, шуға к үрә командаға 27 йәшлек Дмитрий Субботиндың килеүе яҡшы. Үткән миҙгелдә Дмитрий иҫ китерлек һөҙөмтәләр күрһәтмәне. 2004 - 2005 йылғы чемпионатта "Авангард" өсөн сығыш яһап, ун
       мәрәй генә йыя алды (5+5). Әммә "Салауат Юлаевта" Субботин икенсе, хатта беренсе звенола сыҡҡан хәлдә лә уға уйнау өсөн ваҡыты күберәк бүленәсәк, йәғни был хоккейсы үҙенең нимәгә һәләтле булыуын күрһәтә һәм үҙ карьераһында иң яҡшы миҙгелдәренең береһен үткәрә аласаҡ.
       Шулай уҡ "Салауат Юлаевҡа" йәш хоккейсылар, ағалы - энеле Турнаевтар өҫтәлде. Өлкәне - Павел (1986 йылғы) төп командағ а ҡарала, кесеһе - Александр (1989 йылғы) үҙ йәшендәгеләр командаһы өсөн уйнаясаҡ.
       "Паюлахти Кубогына" "Салауат Юлаетың" 33 уйынсыһы ғына
       бара. Өфө клубы өсөн тап килмәгәндәр фин йыйындарына тиклем үк команданан китәсәк.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал