6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Белореттар Эрна Ланге менән хушлашты
06.07.05


       Белоретта Эрна Матиус Лангены һуңғы юлға оҙаттылар. Ул ҡаланың иң оҙаҡ йәшәүселәренең береһе генә түгел, ғәжәйеп ҡатмарлы яҙмышлы кеше булараҡ та билдәле.
       Эрна 1913 йылдың февраль айында Австрияла күп балалы ғаиләлә донъяға килә. Шуға күрә, ҡыҙыҡайға ете йәш тулғанда, туғандарҙың кемеһелер уның ата - әсәһенә Эрнаны берәйһенә тәрбиәгә бирергә кәңәш итә. Был осраҡ һуңынан ҡыҙҙың яҙмышында ҙур роль уйнаясаҡ. Уны үҙенә һыйындырған ғаилә ул ваҡыт өсөн үтә радикаль ҡараштарҙа тора. Эрна хужа һәм уның аҙ һанлы, әммә даими ҡунаҡтары араһындағы ҡыҙыу бәхәстәргә күп тапҡыр шаһит була. Нәҡ шул ваҡытта ул
       социализм, "Капитал", Ленин һәм алыҫтағы Рәсәй хаҡында тәү башлап ишетә. Үҙҙәренә килеүселәр араһынан Эрна үҙенән бер нисә йәшкә олораҡ егеткә күҙ һала. Ете йылдан һуң ул ҡыҙға тәҡдим яһай.
       Был хәл 1934 йылда була. Европала фашизм баш күтәрә башлаған ваҡыт. Австрия һәм Германияла яңы идеология менән риза булмаусыларҙы эҙәрлекләйҙәр.
       Бер көн кис Эрнаның ишеген шаҡыйҙар. Партиялашы төнөн уның ирен, коммунисты, ҡулға аласаҡтарын хәбәр итә. Уйлап
       торорға ваҡыт ҡалмай. Йәш ғаилә тиҙ арала йыйына, Эрна бер йәшлек ҡыҙҙарын ҡулына ала һәм улар юлға сыға.
       Польша һәм Советтар Союзын айырып тороусы һуңғы йылға ярына аяҡ баҫҡанда, яр буйында һыуҙы боҙ ҡаплай башлаған була инде. Ир кеше йылғаны аша сығыр өсөн берәй нимә эҙләп маташа. Әммә сик һаҡсылары яғынан мөмкин булған хәүефте тойған ҡатын, ҡурҡмайынса, боҙло һыуға инә. Бер аҙ икеләнеп торғандан һуң ир кеше ҡатыны һәм ҡыҙы артынан эйәрә.
       Йәштәр сиктән алыҫҡа - Уралға, Магнитогорск төҙөлөшөнә ки лә. Ғүмер буйына Эрна ошо ҡалала үткән тәүге айҙарын ғүмерен ең иң гүзәл мәле тип иҫенә төшөрә. Хәйер, был айҙарҙа ла күң ел өшөткөс хәлдәр булмай ҡалмай. Магниткаға килеп бер аҙ ваҡыт үткәс, үпкәһе ялҡынһыныуҙан ҡыҙсыҡтары донъя ҡуя. Был ауыр
       ҡайғыны нисек тә баҫыр өсөн Эрна рус телен өйрәнә һәм компартияға инергә әҙерләнә башлай. Әммә тормош иптәше уның "комминимумға эйә булыу" - йәғни, Лениндың бер нисә эшен һәм "Ҡорос нисек сыныҡты" китабын уҡып сығыу теләгенә ҡ аршы төшә. Шул саҡта Эрна бер ниндәй үкенеүһеҙ иренән
       айырылырға ҡарар итә.
       1936 йылдың башында яңы иптәштәре уны Генрих Ланге, мөғжизә ярҙамында ғына фашистар Германияһынан СССР - ға күсеү мөмкинселегенә эйә булған немец коммунисы менән таныштыра. Улар араһында, беренсе сиратта, ысын коммунист булыу теләгенә нигеҙләнгән ныҡлы дуҫлыҡ ептәре һуҙыла. Бер нисә айҙан һуң Эрна Ланге фамилияһын йөрөтә башлай. Ә 1936 йылдың аҙағында уның улы тыуа. Йәш ғаилә Уралдың һул яҡ ярында барактан бер бүлмә ала, һәм шул саҡта алыҫ илдә
       Австрия ҡыҙына, ниһайәт, бәхет йылмайғандай тойола.
       Генрихты 1937 йылдың авгусында ҡулға алалар. Шул саҡтан башлап Эрна үҙе лә уның яҙмышын ҡабатлаясағын аңлай. Һәм был хәл шул уҡ йылдың 5 декабрендә була. Мордва Потьмаһында ул хат яҙыу мөмкинселегенән дә мәхрүм ителеп ун йыл йәшәй. Хәйер, хат яҙырлыҡ кешеһе лә булмай уның. Иренең яҙмышы
       хаҡында ҡыҫҡаса ғына: "Йөрәк сиренән вафат булды" тигән
       хәбәр ала. Улын ул бөтә ғүмере буйына эҙләйәсәк, әммә бәләкәй Ланге эҙһеҙ юғала. Төрмәлә уға ярайһы уҡ "абруйлы" вазифа эләгә: бөтә союз старостаһы Михаил Калининдың ҡатыны менән бергә ул ҡулға алыныусыларҙың кейемен беттән таҙарта һәм уны йыуа. Урман йығыу эшендә лә, карьерҙа ла тир түгә.
       1947 йылдың яҙында ул төрмә ҡапҡаһынан тере күләгәгә әйләнеп сыға. Барырға урын булмай, һәм ул тәүге осраған поез ға ултырып тағы ла Уралға юл тота. Магниткаға барып етергә х әле ҡалмай. Белоретта тәүге осраған йорттоң ишеген шаҡый.
       Ҡунаҡсыл хужалар уны ... мал һарайына индерә, ул унда һыйыр
       һәм яңы тыуған быҙау менән урын уртаҡлаша.
       Кемеһелер уға металлургия заводының ашханаһына эшкә инергә тәҡдим итә. Эрна бешеренә белә, шуға күрә уға аш - һыуға оҫталыҡҡа имтихан биреүе ҡыйын булмай. Бер нисә
       йылдан һуң ҡаланың диетик ашханаһы ресторанға тиңләшә, "Лангела төшкө аш ашап сығыу" өсөн сират тора.
       Эшләү дәүерендә ул коллегалары, ҡала халҡының ихтирамын яулай, уға коммуналь фатирҙа һигеҙ квадрат метрлыҡ бүлмә бирәләр. Һуңғы юлға ла ошонан оҙаталар.
       Эрна Матиусовна - рәсми документтарҙа уны шулай тип атайҙар - күп йылдар буйына ирен һәм улын эҙләй. Унлаған рәсми яуап ала "... яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ". Әммә ул һуңғы көндәренә тиклем улы булһа ла иҫәндер тип өмөтләнә.
       Һәм гәзит биттәрендә таныш фамилияны осратҡан бер мәҡәләне
       ентекләп уҡый.
       Күпселек белореттар Эрна Лангены үҙ күрҙе - уға шатлыҡ һә м бәләләре менән, "эш хаҡы алғанға тиклем" һорап йәки һөйләшеп
       ултырыр өсөн киләләр ине. Бик күптәр өсөн ул бер туғаны бул ды.

Александр Урцев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал