6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Балыҡ тотоуҙың да үҙ көйө бар
06.07.05


       Ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында республиканың балыҡ запастары а йырыуса һаҡлауға мохтаж. Билдәле булыуынса, быйылғы
       йылдың май айында БР Хөкүмәтенең балыҡ тотоу кәсебен тыйыу тураһында ҡарары сыҡты. Был документҡа ярашлы, республиканың Эске эштәр министрлығы тарафынан 15 майҙан 13 июнгә тиклем оператив - профилактика саралары үткәрелде.
       Бөгөн уларға һығымта яһарға ла мөмкин.
       Башҡорт Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, республиканың территориаль эске эштәр органдарының барыһы ла тип әйтерлек ойоштороу - практик сараларҙа ҡатнашты - милли балыҡ запастары өсөн 1692 хеҙмәткәр көрәш алып барҙы. Уларҙың көсө менән 548 рейд
       үткәрелде. Бер һыу ятҡылығынан икесеһенә "сапҡан" оперативниктар алдына ниндәй маҡсат ҡуйылды һуң Браконьерлыҡ осраҡтарын иҫкәртеү, балыҡ тотоуҙың тыйылған ҡорамалдарын, законһыҙ һаҡланған ҡорал, шартлатҡыстарҙы тартып алыу һәм башҡалар.
       Әйтергә кәрәк, рейдтарҙан беҙҙең һаҡ органдары "табышһыҙ"
       ҡайтмаған. Ай дауамында улар 310 (!) килограмм ҡиммәтле
       тоҡомло балыҡ, 18 мең метрҙан ашыу балыҡ аулау селтәре, 11 резина кәмә, 64 берәмек тыйылған ау ҡорамалдары, 360 атыу
       ҡоралы, 207 боеприпас тартып алған. Балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 268 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
       Ҡорал әйләнеше ҡағиҙәләрен боҙған 37 ҡорал эйәһе лә тейешле
       язаһын алды.
       Республиканың Өфө районы Михайловка ауылында йәшәүсе
       был "балыҡсыны" ҙур проблемалар көтә. Ул тыйылған ҡорамалдар ярҙамында Ҡырмыҫҡалы районының Өҙән йылғаһында законһыҙ рәүештә балыҡ аулай. Ҡырмыҫҡалы районы эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан уға ҡарата енәйәт эше асылған һәм суд ҡарамағына йүнәлтелгән.
       Көйөргәҙе районының Юғары - Мотал быуаһына ла Ю. уңмаған көндө балыҡ ауларға төшә һәм Күмертау ҡалаһының эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгә. Браконьер өҫтәүенә "ҡыҙыу " холоҡло булып сыға, административ протокол төҙөгәндә конфликт тыуҙыра. Быға бәйле әлеге көндә Көйөргәҙе прокуратураһында хәсрәт - "балыҡсыны" власть вәкиленә ҡарата көс ҡулланыуҙа ғәйепләп, 318 - се статья буйынса енәйәт эше асыу тураһында һүҙ алып барыла.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал