6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

"Салауат Юлаев": боҙ өҫтөндә тәүге күнекмәләр
05.07.05


       "Салауат Юлаев" боҙ өҫтөндә тәүге күнекмәләрен башланы . Әлеге ваҡытта командала уйынсылар бик күп, шуға күрә уны ваҡытлыса ике төркөмгә бүлделәр. Бер төркөм залда шөғөлләнгән арала икенсеһе боҙ өҫтөнә сыҡты. Беренсе төркөмдә ҡан төҫөндәге свитерҙарҙы йола буйынса лидерҙар Волков, Заварухин, Сидякин, Цулыгин һәм Озолин кейҙе. Состав
       ике төркөмгә "көслөләр - көсһөҙҙәр" йәки "йәштәр - тәжрибәлеләр" системаһы буйынса түгел, ә аралаштырып бүленде. Һөҙөмтәлә көстәре буйынса тигеҙ коллективтар
       барлыҡҡа килде. Күнекмәләрҙә яңы уйынсы - Омск мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, үткән йыл "Амур" (Хабаровск) командаһы өсөн
       сығыш яһаған Вадим Краснослободцев та ҡатнашты.
       Рафаил Ишмәтов вәғәҙә итеүенсә, тест мәсьәләләренең береһе шайбаны күк һыҙыҡтан ташлау булды. Беренсе булып шайбаны ҡапҡаға Владимир Логинов индереүгә өлгәште. Ҡапҡа алдында урынды Мезин һәм Николаев биләне. Был ике һаҡсы үҙҙәрен шунда уҡ бик яҡшы яҡтан күрһәтте. Сергей Николаев шайбаларҙы көнбағыш ярған кеүек кенә кире ҡаҡты. Андрей Мезин да бик ышаныслы уйнаны.
       Хоккейсыларҙың шайба ырғытыуы һәр ваҡыт уңышлы булды тип әйтеүе ҡыйын. Егеттәрҙең тулҡынланыуы һиҙелә һәм аҡрынлап улар яҡын аранан тороп һөжүм итеүгә күсте. Әммә ҡапҡасылар уйынсыларҙың асыуын килтереп, тыныс рәүештә үҙ эштәрен башҡарыуын дауам итте. Голдар ҙа индерелде, әлбиттә, бына Цулыгин Николаевты алдап тупты ҡапҡаға ырғытты һәм еңеүсе
       ауазы сығарҙы, бына Щитов шайбаны ҡапҡаның мөйөшөнә бәреп индерҙе, Андрей Кутейкин үҙен перспективалы уйынсы итеп күрһәтә алды.
       Тәүге күнекмә ваҡытында боҙ өҫтөндә шыуыуға ла иғтибар бирелде. Йә бер уйынсыға, йә икенсеһенә шелтә һүҙҙәре әйтелде, әммә ҡайһы берәүҙәре отпуск ваҡыты бөтөнләй булмағандай, оҫта итеп шыуыуын дауам итте. Беҙгә айырыуса
       һөмһөрө ҡойолған Игорь Волков һәм шаян Андрей Кутейкин һәм Дмитрий Зюзиндың шыуыуы оҡшаны. Ҡара свитер кейгән, битен се тка менән ҡапланған мөһабәт егет тә оҫта шыуа, ул "Салауат Юлаев" мәктәбенең яңы тәрбиәләнеүсеһе Павел Доронин булып сы ҡты.
       Күнекмәләр тамамланыуын иғлан иткәндән һуң, йәштәр
       шайбаларҙы йыйып алды.
       Андрей Мезин икенсе төркөм менән дә боҙ өҫтөнә сыҡты.
       Күнекмәләр тамамланғандан һуң беҙ Белоруссияның иң оҫта хоккейсыһына һорау менән мөрәжәғәт иттек.
       - Андрей, донъя чемпионатында яҡшы сығыш яһағандан һуң ниңә һеҙ башҡа билдәлерәк клубты түгел, ә нәҡ "Салауат Юлаевты" һайланығыҙ
       - Ә һеҙҙең клубығыҙ насармы ни Юҡ! Мин "Салауат Юлаев" яҡшы команда тип иҫәпләйем. Мине Европаға ла саҡырҙылар - һәр илдә бер нисә билдәле клуб ҡыҙыҡһынды. Әммә мин Өфөнө һа йланым.
       - Беҙҙең клуб һеҙгә лайыҡлы тәҡдим яһанымы
       - Эйе, әлбиттә.
       - Беҙҙең уйынсыларҙың ҡайһыһын яҡшы яҡтан айырып билдәләр инегеҙ
       - Беренсе күнекмәләрҙән һуң ғына билдәләүе ауыр, әммә шайбаны яҡшы ташлайҙар.
       - Һеҙҙе "Салауат Юлаевтың" "берҙән - бер биш йондоҙло" табышы тиҙәр. Был турала нимә әйтерһегеҙ
       - Юҡ, һеҙ нимә, бында беҙ барыбыҙ ҙа тигеҙ.
       Команданың баш менеджеры Александр Меркулов та уйынсыларҙың һәр ҡайһыһы тигеҙ булыуын һәм хәҙер барыһы ла у ларҙың үҙенән тороуын раҫланы. Ә Рафаил Ишмәтов былай тине:
       - Әлегә, тәүге аҙнала, улар уйын тәжрибәһен яңырта. Ә бын а һуңынан кемдең ҡулынан нимә килеүен күрәбеҙ инде.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал