6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Сибай прокурорын үлтереүселәргә хөкөм сығарылды
05.07.05


       Өфөлә һуңғы арала иң ҙур шау - шыу тыуҙырыус ы суд процестарының береһе тамамланды. 29 июнь көнө, Башҡортостан Республикаһының Юғары суды Сибай ҡалаһы прокуроры Хәниф Ҡарасуриндың үлемендә ғәйепле булыусыларға хөкөм сығарҙы. 2003 йылдың декабрь айында 52 йәшлек прокурор үҙ фатирында үлтерелгәйне. Шунда уҡ
       ҡорбандың хеҙмәт эшмәкәрлегенә бәйле заказ буйынса үлтереү версияһы тикшерелә башланы. Тиҙҙән был күҙаллауҙар раҫланды.
       ... Ғәйеплеләр эскәмйәһендә - дүрт кеше: Сибай ҡалаһының
       элеке ЮХХДИ начальнигы 48 йәшлек Нуриәхмәт Шаһиев, 25 йәшлек Евгений Левченко, 20 йәшлек Руслан Ҡәйепҡолов һәм 50 йәшлек Юрий Грачев - заказсы һәм башҡарыусылар.
       "БАШвестЪ" гәзитенә республиканың Юғары судында әйтеүҙәренсә, Сибайҙың төп "гаишнигы" прокурорға күптән үс һаҡлаған була. Шаһиев вазифаһын оятһыҙ рәүештә үҙ мәнфәғәттәрендә файҙалана. Прокурор был турала белә һәм бер нисә тапҡыр уны яуаплылыҡҡа тарттыра. ЮХХДИ начальнигы Ҡарасуринға янай, ике тапҡыр уның йортона ут төртә, һуңынан инде үлтереүсе яллап, законға принципиаль хеҙмәт итеүсегә бәйле проблеманы хәл итергә була.
       Шаһиевтың эш уңышлы килеп сыҡҡан осраҡта вәғәҙә иткән ун
       мең долларына алданып, Евгений Левченко үлтереүҙе үҙ өҫтөн ә алырға ризалаша. 2003 йылдың 23 декабрендә сәғәт иртәнге етелә ул прокурорҙың ишек ҡыңғырауына баҫа. Ишекте хужаның һ еңлеһе - студентка ҡыҙ аса һәм ағаһын саҡыра. Ҡарасурин ишек
       янына килгәс, үлтереүсе уға тоҫҡап ике тапҡыр ата - күкрәге нә һәм башына. Үлемесле яраланған прокурор йығыла, ә үлтереүсе ҡаса.
       Руслан Ҡәйепҡоловҡа үҙенең кеше үлтерергә ялланыуы хаҡында Евгений һөйләп бирә һәм әҙерләнергә ярҙам иткән хәлдә иптәшенә аҡсаның яртыһын - биш мең доллар вәғәҙә итә. Руслан ризалаша. Эш буйынса ул енәйәт эшләргә булышыусы булараҡ үтә.
       Киллер пистолетты ағаһы Юрий Грачевтан һорап тора. Һуңғыһ ы ҡустыһына ҡорал ни өсөн кәрәк булғанлығын белмәй, әммә үҙенең "Байкалын" - хәрби патрондар менән атыуға яраҡлаштырылған газ пистолетын биреп торорға риза була.
       Ғәйепләнеүселәрҙең береһе лә үҙенең ғәйебен танымай. Әммә , шуға ҡарамаҫтан, суд Шаһиев һәм компанияның ғәйебен раҫлаусы дәлилдәр етерлек тип тапты. Һөҙөмтәлә үлтереүгә ҡотортоу өсөн элекке гаишник ҡаты режимда 14, 5 йылға иркенә н мәхрүм ителде - дәүләт ғәйепләүсеһе заказ биреп үлтергән ө сөн 20 йыл һорағайны. Левченко рәшәткә артында 16 йыл, уның
       ярҙамсыһы Ҡәйепҡолов 14 йыл үткәрәсәк. Улар икеһе лә ҡаты режимдағы колонияға ебәрелә. Прокурорҙың ғаиләһенә килтерелгән әхлаҡи зыянды ҡаплар өсөн был өсәүгә 125 меңдән 150 мең һумға тиклем аҡса түләү йөкмәтелде. Грачев, уның
       үлтереү әҙерләнеүе тураһында белмәүе сәбәпле, законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлауҙа ғына ғәйепләнде. Ул йыл ярымға хөкөм
       ителде һәм тикшереү ваҡытында был ваҡытты рәшәткә артында ү ткәреү сәбәпле, зал судынан уҡ иреккә сығарылды.
       Ғәйеплеләр хөкөм менән риза түгел һәм ошо сәбәпле РФ Юғары судына мөрәжәғәт итергә йыйына.
       Заказ биреп үлтереү айырыуса ауыр енәйәттәргә ҡарай. Ҡыуанысҡа ҡаршы, улар беҙҙә һирәк осрай. БР Юғары судының енәйәт эштәре буйынса коллегия рәйесе Илдар Ҡанбәков әйтеүенсә, һуңғы ике йылда ошо юҫыҡтағы биш эш ҡаралған. Ғәҙәттә йә ҡатыны ирен, йә ире ҡатынын "заказға бирә". Һуңғы осраҡтарҙың береһендә, мәҫәлән, ғаилә башлығы ҡатынынан ошондай осраҡ менән ҡотолорға булған. Үлтереү алымын заказсы
       башҡарыусының үҙенә һайларға тәҡдим иткән. Шарт итеп бары тик ҡатынының үлем алдынан яфаланмауын һәм йөҙөнә теймәүҙе һ ораған...

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал