6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Ҡотло булһын туйҙар!
05.07.05


       Мендельсондың туй маршы һәр кемдең хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡала. Был ысын мәғәнәһендә матур һәм күптән көтөлгән ваҡиға. Туй - кәрәкмәгәнгә аҡса түгеү һәм иғтибарҙан арыған кәләш менән кейәү тип әйтеүселәргә ышанмағыҙ. Бер минутҡа ғына тантаналы көй яңғыраған һәм һеҙҙе ир менән ҡатын тип
       иғлан иткәндән һуң тәүге үбешеүегеҙҙе хәтергә төшөрөгөҙ. Бы л шул тиклем тулҡынландырғыс мәл, хатта күпте күргән фотогра ф Олег Егоров та сираттағы кадрҙы мәңгеләштергәндә һәр ваҡыт тулҡынланыуын йәшермәй. Тантана мөхите шул тиклем тәьҫир итә, ти ул. Тантананың төп ҡатнашыусылары хаҡында нимә әйтергә ҡала инде!
       Олег Егоров - "Венец" салонында асылған "Никахға инеүселәрҙең 200 үбешеүе" фотокүргәҙмәһе авторы -туйҙа
       үбешеүҙе "тетрәнеү кадры" тип атай.
       - Был секундтарҙа ниндәй генә хәлдәр булмай. Кейәү кәләшт е ирененән үбер урынына уның ҡулын ҡыҫа, маңлайынан үбә. Кәләш, әсәһенең күҙ йәштәрен күреп, үҙе лә илай башлай... Ул ар шул тиклем тулҡынлана, хатта уларҙың хәле һиңә күсә. Әммә был ваҡытта минең бурыс - йәштәрҙе тынысландырыу һәм уларҙың матур итеп үбешеүҙәрҙен мәңгеләштереү. Һәм фотолар туй геройҙары, уларҙың ҡунаҡтары, хәҙер инде беҙ - тамашасылар өсөн дә иҫтәлеккә әйләнә. Үбешеүселәрҙе фотонан ҡарап шунда уҡ таныуы ҡыйын, әммә ентекләберәк ҡарағанда, билдәле кейәү - кәләштәрҙе лә күрергә була. "Салауат Юлаев" көйәрмәндәре өсөн үҙ кумирҙарының тантана фотоларын күреү ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Бында Николай Заварухин, Владислав К орнеев, Вадим Шәрифйәновтарҙың туй фотолары һаҡлана.
       Фотокүргәҙмә авторы 11 йыл эсендә үҙенең тоғро дуҫы - фотоаппараты менән 600 (!) туйҙа булған. Шуға күрә мин уға
       нимә ул туй һәм улар бер - береһенән нимә менән айырыла тигән һорау менән мөрәжәғәт итеүҙе кәрәк тип таптым. Олегтың
       һүҙҙәре буйынса, туй ул - уйын, юҡҡа ғына электән "туй уйна йбыҙ" тип әйтмәгәндәр бит.
       - Кемдеңдер яҡшыраҡ килеп сыға, кемдеңдер - насарыраҡ.
       Әммә минең күп йыллыҡ практикам күрһәтеүенсә, күңелһеҙ туй булғаны юҡ. Профессиональ ойоштороусы (тамада) булһа бигерәк шәп. Ҡайһы ваҡыт туған - тыумаса үҙе лә туй тантанаһ ын бына тигән итеп ойоштора.
       - Загсҡа һуңлауҙар йыш буламы
       - Мин бындай хәлгә аҙна һайын тип әйтерлек осрайым. Һәм һ әр ваҡыт барыһын да загс кискә тиклем, ресторан - төнгә ҡәҙә р эшләй тип тынысландырырға тырышам. Мин үҙ туйымдың банкетына сәғәт ярымға һуңлаған кеше. Ата - әсәйемдең миңә ниндәй шелтә менән ҡарағанын әле лә хәтерләйем. Нимә эшләйһең, юлда тығын булды. Бындай көндө төрлө хәл булыуы мөмкин, шуға күрә юҡтан шау - шыу тыуҙырырға кәрәкмәй.
       - Ҡыҙыҡлы ваҡиғалар булғаны бармы
       - Бына, мәҫәлән, үткән шәмбе генә "текә" "лимузин" урынын а кейәү кәләш артынан һары "копейкала" килеп туҡтаны. Кәләштең
       ата - әсәһе һүҙ ҙә әйтә алмай ҡатып ҡалды, әлбиттә. Һуңынан килеп туҡтаған джиптар ғына уларҙың кәйефен бер аҙ күтәрә төштө.
       - Милли туйҙарға ла шаһит булғанығыҙ барҙыр, моғайын. Уларҙың үҙенсәлеге нимәлә
       - Әлбиттә, һәр халыҡтың үҙ ғөрөф - ғәҙәттәре. Беҙҙә туйҙ ы бәләкәй спектаклгә әйләндерергә яраталар. Европа халҡы туйҙы
       бай итеп эшләй, әммә хис - тойғоһон күрһәтеп бармай. Татар туйында бар ауыл байрам итә, туй өс көндән бер аҙнаға тиклем дауам итеүе ихтимал. Бында миңә иртә менән йәштәргә мунса яғып индереү йолаһы оҡшай. Татар туйында барыһы ла асыҡ. Татарҙар күп һөйләргә, йырларға ярата, Кавказ халыҡтары
       күберәк бейей.
       Әрмәндәрҙең туйҙа алтын бүләк итеүҙәре оҡшаны. Кәләш биҙәүестәрҙе таға ла бейей башлай. Бик матур!
       Курд туйында өҫтәлдең урта тирәһен ҡарттар биләй, улар конверттарҙа бүләк ителгән аҡсаны һанай. Беренсеһе кем бүләк
       итеүен әйтә, икенсеһе шунда уҡ һанай һәм күпме булыуын
       белдерә, өсөнсөһө яҙып бара һәм аҙаҡтан күпме аҡса йыйылыуын иғлан итә. Кәләш менән кейәү бергә ултырмай: кейәү
       - өҫтәл ситендә генә урынлаша, кәләш бөтөнләй күренмәй, аш - һыу бүлмәһендә ултыра һәм бары тик тортты телер һәм бейер өсөн генә сыға. Грек туйының үҙенсәлеге - байрам торт телеү һәм тамаданың һәр ҡунаҡ менән таныштырыуынан башлана. Сегәндәр - ирекле халыҡ, улар загсҡа бармай, шуға күрә ҡасан теләй, шунда байрам итә.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал