6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Эфир тулҡындары нимә вәғәҙә итә
05.07.05


       Телевидение һәм телеэфир тәбиғи тынлыҡ кисерә. Йәй сәйәсәт
       өсөн дә йәй булып ҡала. Тиҙҙән үтәсәк яҙғы сессияның һуңғы ултырышынан һуң барлыҡ парламенттар каникулға китә һәм сәйәси миҙгел йоҡоға таласаҡ. Әммә был тыштан ғына шулай күренә. Телевидение һәм радио етәкселәре өсөн был уйҙарҙы тәртипкә һалыу, яңы костюмдар тектереү, яңы боеприпастар әҙерләү, ҡайһы бер урында хәрби позицияларҙы алмаштырыу ваҡыты.
       Сәйәси аналитика Рәсәйҙә ҙур уңыштарға өлгәште тип әйтеү е ҡыйын. Бының сәбәбе - ньюсмейкерҙар һәм сәйәси эксперттар һанының аҙ булыуына ла бәйле. Бындай шарттарҙа сәйәси аналитика өлкәһендә эшләүсе журналистарға теманы нисек яҡтыртыуға, унда ҡатнашыусылар составына яңыса ҡараш булдырырға тура килеүе аңлашыла. Федераль телеканалдар программалар һәм уларҙы алып барыусылар менән эксперимент үткәреүҙән бушамай. Тәнҡитселәр тик
       ысынбарлыҡты ғына сағылдырырға тейешле мәғлүмәт һәм ижтимағи - сәйәси форматтар бер - береһенән айырылмай
       тип билдәләй. Ә ижтимағи - сәйәси программалар төрлө шоу, талаш - тартыш, ялған тикшереүҙәр үткәреү һәм криминалға бәйле яңылыҡтар күрһәтеүгә күсте. Юҡҡа ғына "Беренсе каналдың" генераль директоры Константин Эрнст "Коммерсантҡа"
       биргән интервьюһында: "Киләһе миҙгелдә каналдар бер - береһенә оҡшашлыҡтан ситкә китергә тырышыр, тип ышанам" -
       тип белдермәне. Тимәк, берҙән - бер абруйлы сәйәси күҙәтеүс е Владимир Познер менән айырылышырға йыйынмайҙар.
       НТВ каналында яңы миҙгелдә лә Владимир Соловьев һәм Глеб Пьяныхтың Парфеновтың "Намедни" һәм Герасимовтың "Личный вкл ад" программаларының ҡушылмаһын хәтерләткән яңы "Программа максимумы" хөкөм һөрөр, моғайын. Сәйәсәт
       йәһәтенән прорамма артыҡ көслө түгел, әммә уның һөҙөмтәләре
       хаҡында һүҙ алып барыла. Яңы миҙгел башына республиканың телеканал һәм радиостанциялары нимә әҙерләй һуң Радио киңлектәрендә ижтимағи - сәйәси тапшырыуҙарҙы әүҙем алып барыусы "Эхо Москвы" станцияһы Өфөгә килгәндән һуң, "Башҡортостан радиоһы" ла тапшырыуҙар селтәрен яңыртыуға иғтибар бирҙе.
       Тәнзилә Үлмәҫбаева, "Башҡортостан радиоһының" баш мөхәррире:
       - Йәйге осорға иртәнге эфирҙан "Точка зрения" тапшырыуын
       алабыҙ. Ул әлегә дүшәмбе көндәре генә сығасаҡ. Сентябрь айынан башлап "Башҡортостан радиоһында" ижтимағи - сәйәси темаға йүнәлтелгән тапшырыуҙар ваҡытын арттырасаҡбыҙ - шул ваҡытта "Точка зрения" ла үҙ урынына ҡайтасаҡ. Был ваҡыт эсендә беҙ яңы йәш журналистарҙы эшкә алырға уйлайбыҙ, сөнки кадрҙар етешмәүе үҙен ныҡ һиҙҙерә. Шул уҡ ваҡытта эфир  тулҡындарында "Даирә" мәғлүмәт - аналитика каналы ваҡыты ла
       артасаҡ, әлегә ул аҙнаһына бер тапҡыр, әммә тура эфирҙа сығ а. Тыңлаусылар менән аралашыу артасаҡ. Тик шулай ҙа проблема ҡала - радиоға, хәйер, һәр урындағы кеүек үк, ижтимағи - сәй әси тематика буйынса әҙер журналистар етешмәй. Сер итеп кенә әйтәм, тағы бер нисә проект бар, улар тураһында бер - ике аҙнанан һуң һөйләргә мөмкин буласаҡ.
       Сәйәси аналитика йәһәтенән телевизион каналдар ҙа ошондай
       уҡ проблемаларға тап була, әммә улар ҙа үҙ тактикаһын яңына н ҡарарға әҙерләнә.
       Гөлнара Абдрахманова, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһының ижтимағи - сәйәси тапшырыуҙар мөхәрририәте етәксеһе:
       - Принципиаль яңылыҡтар булмаҫ, моғайын. Беҙ барыбыҙ ҙа ток - шоу хаҡында хыялланабыҙ, әммә бында техник пландағы ҡаршылыҡтар ҡамасаулай - студия, декорация һ. б. әҙер булмау ы, һәм был проблемалар әлегә хәл ителмәй. Сәйәси ток - шоу а ҙна һайын рус һәм башҡорт телдәрендә сығасаҡ, әммә уның премьераһы миҙгел башына тап килмәй. Бынан тыш "Наш мир" телеканалы ла ҡайһы бер үҙгәрештәр кисерәсәк. Нәйлә Әшированың "Эксперт" программаһы сығыуын дауам итәсәк, ул
       үҙенең форматын бер аҙ үҙгәртте һәм хәҙер бары тик иҡтисади
       проблематиканы үҙ эсенә ала. Сәйәси аналитикаға ҡағылышлы тағы бер нисә проект бар, әммә улар өҫтөндә беҙ яңыраҡ ҡына эшләй башланыҡ.
       Ирина Моторина, "Вся Уфа" телекомпанияһы мөхәррире:
       - Тамашасылар яңылыҡтарҙың тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ булыуына иҫәп тота ала. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең телеканалда аналитик программа функцияһын үтәүсе "Точка зрения" тапшырыуы киске э фирҙа үҙ урынында ҡаласаҡ. Дөйөм алғанда, сәйәси публицистика өлөшө элеккесә ҡала. Дөрөҫ, беҙ бөгөн үк йылдың
       иң мөһим ваҡиғаһы - "Вся Уфа" телекомпанияһының "Беҙҙең заман геройы" тип исемләнгән премияһын тапшырыуға
       әҙерләнәбеҙ. Лауреаттар телекомпания журналистары әҙерләгән
       материал геройҙары араһынан һайланасаҡ. Бына улар араһында һис шикһеҙ ҡаланың ижтимағи - сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар бар. Тик яңы телемиҙгелдә көткән иң ҡыҙыҡлы яңылыҡ әлегә сер булып ҡалһын - тамашасы барыһын да үҙе күрәсәк.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал