6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Тарихтан бер көн

Генерал Ласкин "эше"
04.07.05


       Немец фашистарының генерал - фельдмаршалы Фридрих Паулюсты, "Барбаросса" планын төҙөүселәрҙең береһен, сығышы Башҡортостандан булған генерал Ласкин Иван
       Андреевич үҙ ҡулдары менән әсиргә ала. Ә 1943 йылдың 18 декабрендә уны фронттан Мәскәүгә саҡыртып алалар һәм лайыҡлы наградлау урынына шымсы тип иғлан итәләр, дошмандың разведка органдары менән бәйләнештә тороуҙа ғәйепләп, ун йылға төрмәгә ултыртып ҡуялар...
       Ысынында иһә Иван Ласкиндың биографияһында бер ҡара тап т а булмай.
       Ул 1901 йылдың 1 ноябрендә Бәләбәй өйәҙенең Васильевка ауылында донъяға килә. Һыу ташыусы, ташсы, ҡала идаралығында күсереп яҙыусы була, революциянан һуң Бәләбәй ө йәҙ ревкомының финанс бүлегендә эшләй. Үҫмер сағында
       комсомолға инә, граждандар һуғышына китә һәм башҡа Ҡыҙыл Армиянан айырылмай. 1920 йылдан алып коммунист. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан хәрби академия тамамлай. Һуғыштың тәүге көндәренән фронтҡа китә. Севастополь янында дивизияға
       етәкселек итә. Паулюстың әсиргә төшкән ваҡытта уның янына килеп уң ҡулын юғары күтәреүе һәм рус телендә вата - емерә:
       - Германия армияһы фельдмаршал Паулюс Ҡыҙыл Армияға әсир төшә..., - тип әйтеүе Ласкиндың хәтерендә мәңгелеккә ҡа ла. Фельдмаршалды Ласкин үҙенең "эмкаһында" 64 - армия штабына оҙата һәм командование ҡушыуын үтәүе тураһында белдерә. Командир М. С. Шумиловтың Бекетовка ауылында Паулюстан һорау алыуы тураһында фото һаҡланған. Унда генерал
       Ласкин да бар.
       1943 йылдың майында, Сталинград һуғышынан һуң, Башҡортостан егете, һуңынан Бәләбәйҙең почетлы гражданины Төнъяҡ - Кавказ фронты штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә. Ошо вазифала Иван Андреевич Кубань, Тамань ерҙәрен фашист ил баҫарҙарынан азат итеү планын тормошҡа ашыра, Керчень
       боғаҙын, Ҡырым ярымутрауында ҙур плацдармды баҫып алыуҙа ҡа тнаша.
       Бына ошо саҡта Иван Ласкинды Мәскәүгә саҡырталар ҙа инде.
       Үҙенең "Һынылышҡа юлда", "Волга һәм Кубань янында" тигән китаптарында Ласкин үҙе тураһында, Паулюсты әсиргә алыуы хаҡында яҙа, әммә үҙенең тормошондағы фажиғәне, бер нисә йыл буйынса шымсы һәм халыҡ дошманы исеме аҫтында төрмәлә ул тырыуын телгә лә алмай.
       1988 йылдың 1 июлендә отставкалағы генерал - майор Иван Андреевич Ласкин вафат була.
       Күптән түгел мин 1989 йылдың ноябрь айында сыҡҡан "Известия ЦК КПСС" белешмәләр баҫмаһын ҡарап сыҡтым. Һәм унда хатта бәләбәйҙәр ҙә белмәгән ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булдым. Баҡһаң, генерал Ласкин ғына түгел, башҡа хәрби етәкселәр ҙә "шпионаж", " советтарға ҡаршы эшмәкәрлек" һәм башҡа "яуызлыҡтарҙа" ғәйепләнгән икән. Ҡулға алынған бик күптәр бер ниндәй тикшереүһеҙ һаҡ аҫтында тотола.
       Партия контроле комитеты хәрби етәкселәрҙең ғаризаларын ҡарағандан һуң уларҙы ғәйепһеҙ тип таба.
       "Известия ЦК КПСС" белешмәһендә Ласкин тураһындағы документты тулыһынса бирәбеҙ, тик уның үҙенең был юлдарҙы уҡып өлгөрә алмауы йәл.
       "Генерал - лейтенант т. Ласкин И. А., 1920 йылдан КПСС ағ заһы, 1941 йылдың август айында Умань ҡалаһы эргәһендә үҙ
       һалдаттары менән ҡамалышта ҡала, фронт һыҙығына табан барғанда немецтар ҡулына эләгә, әммә ҡаса. Һуңынан 172 - се атышсылар дивизияһына етәкселек итә, Севастополь өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша, йәрәхәтләнә, 1942 йылдың август айынан Сталинград фронтында штаб начальнигы вазифаһын башҡара.
       Сталинград янында немец төркөмдәрен юҡ иткәндә... генерал
       - фельдмаршал Паулюсҡа ультиматум белдерә һәм үҙе уны 64 - армия командующийына алып килә. 1943 йылдың 18 декабрендә, Л аскин Төнъяҡ - Кавказ фронты штабы начальнигы булғанда, уны Мәскәүгә саҡыртып алалар һәм "дошмандың разведка органдары менән бәйләнештә" ғәйепләп ҡулға алалар. 8 йыл дауамында Ласкин төрмәлә ултыра. 1952 йылдың июнендә хәрби к оллегия уны ғәйепләүҙең нигеҙһеҙ булыуы сәбәпле, эште артабан тикшереүгә ебәрә. Үҙҙәренең законһыҙ эш итеүен йәшереү өсөн тикшереүселәр Ласкинға яңы ғәйепләү уйлап таба,
       йәнәһе, немец ғәскәрҙәре ҡамауында булғанда ул "һалдат анты н боҙған" ( партбилетын юҡ итеү, ҡоралын ташлау һәм гражданд ар кейемен кейеү) һәм ошо ғәйепләүҙәр нигеҙендә уны ун йылға
       иркенән мәхрүм итәләр".
       Был документ Башҡортостанда тәүгә баҫыла. Шулай итеп, генерал И. А. Ласкиндың исеме аҡланды.
       Иреккә сыҡҡандан һуң ул Көньяҡ - Урал хәрби округы штабында хеҙмәт итә, Генераль штаб академияһында өлкән уҡытыусы булып эшләй. "Йәшәлгән һәм күрелгән тураһында фекерҙәр" китабын яҙа. Унда ул үҙ тормошоноң фажиғәле бите тураһында ла яҙа алыр ине. Тик өлгөрмәне.

Юрий Узиков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал