6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Республика йортонда Шәйхзада Бабич премияһына лайыҡ булыусыларҙы алҡышланылар
04.07.05


       Июль айының ҡояшлы иртәһе Республика йортонда үтк ән тантанаға килеүселәрҙе тәбрикләй. Рөстәм Шәйхетдинов, Сәл мән Ярмуллин һәм Мәсәлим Күлбаев бында үҙҙәренең ижади тормошондағы иң мөһим ваҡиғаларҙың береһенә йыйылды - улар Ш әйхзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына лайыҡ булды. Әйткәндәй, быйыл юбилей йылы: йәш та ланттарға Шәйхзада Бабич исемендәге премия тапшырыла
       башлауына ун йыл тулды. Был ваҡыт эсендә ижади юҫыҡта эшләүсе йәштәрҙең ҡырҡтан ашыу вәкиле абруйлы премияға эйә б улды. Улар араһында рәссамдар, музыканттар, актерҙар, эстрада йырсылары, шағир һәм шағирәләр, композиторҙар, ижади коллективтар, журналистар бар.
       Өҫтә әйтелгән геройҙар был премияға ысын мәғәнәһендә лайыҡ. Комиссия ағзаһы - Башҡортостандың республика академия рус драма театры актрисаһы, БР халыҡ артисткаһы
       Татьяна Макрушина әйтеүенсә, премияға лайыҡлыларҙы һайлау комиссия ағзалары араһында бер ниндәй ҙә бәхәс тыуҙыр маған.
       Рөстәм Шәйхетдинов 21 йәшендә Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын уңышлы тамамланы. Магнитогорск дәүләт консерваторияһы аспирантураһында уҡыу менән бергә ул Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында хеҙмәт эшмәкәрлеген башланы. Бөгөн ул - Өфө дәүләт сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы мөдире. Швейцария, Франция, ике тапҡыр Италияла үткән халыҡ - ара конкурстарҙа дүрт тапҡыр лауреат исеменә лайыҡлы булға н берҙән - бер яҡташыбыҙ Рәсәйҙең ҙур залдарында үткән концерттарында донъя классикаһы менән бер рәттән мотлаҡ
       башҡорт композиторҙары әҫәрҙәрен дә башҡара.
       Ҡәләмдәшебеҙ Сәлмән Ярмуллин, республика йәштәренең "Йәшлек" гәзите мөхәррире, БР Журналистар союзы ағзаһы. Уның "Ахыр заман - аяҡ аҫтында" тип исемләнгән һуңғы китабы республикала ислам дине үҫеше темаһына арнала. Китабының бер нисәүһен автор бөгөнгө тантана ҡунаҡтарына ла бүләк итте . Әйткәндәй, Шәйхзада Бабич исемендәге премия лауреаттарын наградлау тантанаһында БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе урынбаҫары Салауат Кусимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры у рынбаҫары, Башҡортостандың мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев, БР Президентының баш советнигы Фәүҡәт Ҡыҙрасов, БР мәғариф министры Зөһрә Рәхмәтуллина,
       БР физик культура, спорт һәм туризм министры Владимир Самородов ҡатнашты. Шулай уҡ байрамда министрлыҡ, ведомство етәкселәре, республика йәштәр премияһын билдәләү буйынса комиссия ағзалары, ҡунаҡтар һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре лә булды.
       Бөгөнгө байрам геройҙарының береһе Мәсәлим Күлбаевҡа,
       ҡалған ике лауреаттан айырмалы рәүештә, награда артынан ... Кавказдан ҡайтырға тура килде. Баҡһаң, республика Милли йәштәр театрының был мөләйем режиссеры тыумышы менән Ҡабардин - Балҡар Республикаһынан икән. Театрға булған мөхәббәте бала саҡтан килә. Кем булып ҡына эшләргә тура килмәгән уға: яҡтыртыусы, тауыш режиссеры, театрҙың музыка
       мөдире... Бер һүҙ менән әйткәндәндә, театрҙы Мөсәлим Георгиевич "арҡырыһынан буйына" белә. Милли йәштәр театрында 1999 йылдан башлап ул балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өсөн утыҙҙан ашыу спектакль ҡуйҙы. Әйткәндәй, "Беҙҙең
       өйҙөң йәме" спектакле Һамарҙа үткән алтынсы Халыҡ - ара теа тр сәнғәте фестивалендә юғары баһаға лайыҡ булды.
       Премияны лауреаттарға Илдус Илешев тапшырҙы. Байрам геройҙарын тәбрикләп, ул һәр лауреатты уртаҡ сифат,
       республиканың һәм Рәсәйҙең рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә өлөш индереү һыҙаты берләштерә, тип белдерҙе.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал