6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

"Беҙҙең уңыштар намыҫлы хеҙмәткә нигеҙләнгән..."
20.10.03


       Ауыл кешеһенең тәҡдире шулай инде ул : ҡара таңдан алы п, ал-ял белмәй эшләргә лә эшләргә... Яҙҙан ҡара көҙгә тикле м эш етәрлек шул - баҫыуҙарҙы һөрөргә, сәсергә, үҫтерелгән уңышты йыйып алыу... Етмәһә, барыһын ла ҡаралаған ваҡыттта үтәп өлгөрөр кәрәк.
       Уҙған аҙнала ауыл хеҙмәтсәндәре профессиональ байрамда рын билдәләп үтте. Әйткәндәй, республиканың ауыл хеҙмәтсән дәре үҙҙәренең байрамын һәйбәт кенә күрһәткестәр менән ҡаршы
       алды. Ә бит яҙын бәғзеләр, республика быйыл үҙен иген мен ән, тимәк, халыҡтың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итә алмаясаҡ , тип яу һалғайны. Төптө буш һүҙҙәр!
       Быйыл, йәйҙең ҡоро булыуына ҡарамаҫтан, республика иге нселәре дүрт миллиондан ашыу иген культуралары йыйып алды. Был һанды үҙенә күрә рекорд тиергә лә була. Сөнки һәр йән ба шына 1000 килограмм иген етештерелгән. Белгестәр фекеренсә, быйылғы уңыштың сифаты ла бик юғары.
       Бынан тыш ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәр эшк әртеү предприятиеларының тулыһынса шәкәр сөгөлдөрө һәм көнб ағыш менән тәьмин итәсәк. техник культураларҙың уңдырышлығы һәм тулайым йыйым да былтырғы йыл менән сағыштырғанда күпкә
       ҡайтышыраҡ.
       Шулай булғас, быйыл етештереүселәр ҙә, эшкәртеүселәр ҙ ә үҙҙәренең финанс хәлен яҡшыртасаҡ. Ә бындай уңайлы шарттар ҙа икмәк-булка изделиеларына хаҡтар күтәрелмәйәсәк тигән өмө т бар.
       Әйткәндәй, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы эшсә ндәре үҙ байрамдарына үҙҙәре бүләк әҙерләгән. Күптән түгел Мәскәү ҡалаһында үткән "Алтын көҙ" тип исемләнгән Бөтә Рәсә й агросәнәғәт күргәҙмәһендә улар 106 наградаға лайыҡ булды . Шул иҫәптән 100 миҙаллы дипломдың 51-е -алтын, 28-е көмөш
       һәм ҡалған 21-е - бронза. Күргәҙмәлә Рәсәйҙең 50 төбәгенә н ике меңгә яҡын предприятие ҡатнашты, шуға күрә уның абруй лығына шикләнеү урынһыҙ. Бынан тыш сит илдәр вәкилдәренең - доньяның 23 иленән 140 компанияның ҡатнашыуы ла был сараның
       бәҫен, мәртәбәһен арттырҙы ғына.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал