6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Наркотиктарға ҡаршы көрәш тураһында яҙыусы журналистар наградланды
04.07.05


       - Халыҡ - ара наркоманияға көрәш көнөн мин байрам тип атамаҫ инем. Дөрөҫөрәге, был ниндәйҙер символик мәл һәм башҡарылған эштәргә һөҙөмтә яһау һәм киләсәккә пландар билдәләү мөмкинселеге, - тине БР буйынса наркотиктарҙың әйләнешен күҙәтеү буйынса РФ Федераль хеҙмәт идаралығы начальнигы, полиция генерал - майоры Әмир Ниғмәтйәнов. - Беҙ
       шулай эшләнек тә. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, быйылғы йыл беҙҙең өсөн ошо билдә аҫтында үтә. Һәм беҙ наркоманияға ҡаршы көрәшкә бар көсөбөҙҙө бирергә булдыҡ, уны иҫкәртеүгә айырыуса баҫым яһаласаҡ, сөнки был иң һөҙөмтәле сара.
       Наркотиктарға бәйле енәйәттәр һаны артыуы борсой: һуңғы алт ы ай эсендә идаралыҡ тарафынан наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә бәйле 583 енәйәт асыҡланды. Үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда (367 енәйәт), 60 процентҡа артҡа н, был республикала наркотик ҡулланыусыларҙың күбәйеүе
       хаҡында һөйләй. Бөгөнгө көнгә БР буйынса наркомания кимәле 100 мең кешегә 127 ауырыу тәшкил итә. Республикала ВИЧ - инфекциялылар һаны 4,8 мең тирәһе, уларҙың 70 проценты - наркомандар, башлыса 30 йәшкә тиклемге йәш кешеләр.
       Әмир Ниғмәтйәнов һәм "Химреактивснаб" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Радик Йәмилов "Башинформ" агентлығында үт кән матбуғат конференцияһында белдереүенсә, наркополиция нар котиктарҙың легаль әйләнешен контролдә тотоуға ҙур иғтибар б үлә: үткән биш айҙа ғына идаралыҡ тарафынан наркотиктарҙың л егаль әйләнеше өлкәһендә 68 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Бынан тыш ошо уҡ ваҡыт эсендә республикала законһыҙ әйләнештән 20 килограмдан ашыу наркотик һәм психотроп матдәләр, шул иҫәптән өс килограмм героин, һигеҙәр килограмм мәк һәм марихуана һәм 100 килограмм терегөмөш тартып алынған.
       Матбуғат конференцияһы геройҙары хәбәр итеүенсә, 2005 йылдың апрель айына республиканың һаулыҡ һаҡлау органдарында иҫәптә 5234 наркоман (сағыштырыу өсөн, үткән йыл улар 5126 ине), 284 токсикоман ( 2004 йылда - 213) һәм 582 токсик матдәләр ҡулланыусы тора ине. "Башинформ" ҡунаҡта ры был һандарҙың шартлыса булыуы һәм ысынбарлыҡҡа тап килмәүен билдәләп үтте. Һәр наркоман түгел, тик етенән берәү һе генә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә, тип билдәләне Әмир Ниғмәтйәнов. Тимәк ысынбарлыҡтағы һандар хаҡында фарызларға ғына ҡала. Шулай уҡ ул журналистарҙы был бәлә тураһында онотмаҫҡа һәм үҙ яҙмаларында әйтелгән теманы үҫтерергә саҡырҙы.
       - Беҙҙең уртаҡ бурыс - йәштәрҙе ялған хыялдарҙан азат ите ү. Наркотиктарҙа бер ниндәй ҙә романтика юҡ, "иҫ китмәле кәйеф"
       бирмәй улар. Үҫеп килгән быуын яңы тойғо артынан ҡыуып энәг ә ултыра, ә был наркомандың ғына түгел, уның яҡындарының
       яфаланыуҙары, үҙ "минлегеңде" юғалтыу һәм ҡот осҡос үлемдән
       башҡа бер нимә лә алып килмәй, - тине Әмир Ниғмәтйәнов. - Ошоно үҙ уҡыусыларығыҙға еткерегеҙ, наркотиктарҙан килгән хәүефте тойһон улар.
       Ҡыуаныслы яңылыҡты Әмир Ниғмәтйәнов менән Радик Йәмилев аҙаҡҡа ҡалдырған булып сыҡты. Һөйләшеү аҙағында улар йәштәр араһында наркотик ҡулланыуҙы иҫкәртеү темаһына ү ткәрелгән конкурста еңгән журналистарҙың исемен атаны. "Химреактивснаб" ябыҡ акционер йәмғиәте директоры Радик Йәмилев әйтеүенсә, конкурсҡа утыҙға яҡын эш тәҡдим ителгән. Унда журналистарҙан тыш врачтар, ғалимдарҙың да ҡатнашыуы ҡыуаныслы. Башҡортостанда был конкурстың февраль айынан
       июнгә тиклем барыуын хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ.
       Тантаналы наградлау матбуғат конференцияһы сиктәрендә үтт е, унда еңеүселәргә диплом һәм аҡсалата премиялар тапшырылды .
       Конкурста ҡатнашыусылар араһында лайыҡлы эштәр байтаҡ булды, шуға күрә һайлауҙы бер автор файҙаһына ғына эшләү дөрөҫ булмаҫ ине, тип белдерә жюри ағзалары. Шуға күрә беренсе урын һәм приз фонды - мең доллар - дүрт автор - Татьяна Барабаш ("Вечерняя Уфа"), Миләүшә Абдуллина ("Өмөт") , Руслан Йосопов ("Восход" гәзите, Ишембай), һәм Елега Гунти к ( Межгорье) араһында бүленде. Икенсе урынды Өфө журналисы Ангелина Любинецкая, өсөнсө урынды "Серп и молот" гәзитенең мөхәрририәт коллективы (Учалы) алды.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал