6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Туризм һәм ял

Туристар өсөн ожмах
04.07.05


       Эштән бушай алмайһығыҙ һәм ялға ваҡыт бик аҙ ҡаламы Ул саҡта ял турҙары нәҡ һеҙҙең өсөн. Ул сит ил паспорты булыуын талап итмәй, Урал тәбиғәтенең гүзәллегенә ҡарап һоҡланыу теләге бар икән, шул етә. Һәм шау - шыулы ҡаланан һуң "Ковч ег" мәҙәниәт - спорт комплексына рәхим итегеҙ.
       "Ковчег" Ағиҙел яры буйында имәнлектә урынлашҡан. Алыҫ түгел үҙенең мөһабәтлеге менән әсир итерҙәй ҡаялар бар. Уны
       бөркөттәрҙең һирәй осрай торған төрө - сапсан үҙенә оя иткә н. Бейек ҡаялар аҫтында өс йылға - Ағиҙел, Сим һәм Инйәр ҡуш ыла. Иң юғары ҡая башында үҙенең уникаллеге менән билдәле археологик ҡомартҡы, Аҡ таш тип исемләнгән боронғо ҡаласыҡ
       һәм Охлебинино мәмерйәһе урынлашҡан.
       Ковчег комплексына үҙегеҙ теләгән көндө килеп йәнегеҙ теләгән хеҙмәтләндереү төрөн һайлай алаһығыҙ. Бар эш һәм мәшәҡәттәрегеҙҙе артҡа ташлап, ялан - ҡырҙар буйлайһығыҙмы, елдән етеҙ һыбай сабаһығыҙмы, йылғала һыу инәһегеҙме, балыҡ тотаһығыҙмы, ҡыҙыҡлы экскурсияла ҡатнашаһығыҙмы - уныһы инде үҙегеҙҙең ихтыярҙа. Катамарандарҙа Сим, Инйәр, Ағиҙел буйлап төшөү, мотодельтапландарҙа, гидропландарҙа һауа иңләү ҙә ҡаралған... Ә кистәрен тәьҫораттар менән уртаҡлаша -
       уртаҡлаша мунсала парланырға, йәйге кафела йыр тыңларға, күңелең булғансы бейергә йәки яҡшы кино ҡарап сығырға мөмкин. Ике ял көнөнә тәғәйенләнгән "Алтын ҡомдар" программаһы ла бар.
       "Ковчег" комплексының эшләй башлауына ни бары өс йыл, әммә был ваҡыт эсендә ул туристар өсөн иң яҡшы ял урындарының береһенә әүерелде. Улар бында айырым урынлашҡан коттедждарҙа, өс бүлмәле йорттарҙа ял итә ала. Теләгәндәр өсөн палатка ҡаласығы бар, палатканы үҙегеҙгә прокатҡа алырға ла була.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал