6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт

Ҡартлығың хаҡында йәштән уйла
01.07.05


       Рәсәйҙә пенсия менән тәьмин итеү йәһәтенән тынысланырға ла
       ваҡыт кеүек. Алдағы өс йылда пенсионерҙарҙы нимә көтөүе хаҡында бары тик яҡшы хәбәрҙәр генә ишетелә - пенсия күләме сама менән инфляция күләменә тиклем артасаҡ, хаҡлы ялға сығыу йәше лә элекке кимәлдә ҡала. Әммә бындай йомшаҡ һөйләшеүҙәр 2008 йылда буласаҡ үҙгәрештәргә психологик әҙерлек алып барыу булһа кәрәк. Кәрәкле закондар буйынса хөкүмәт документтары һәм пакеттары ул ваҡытҡа тиклем моғайын
       әҙер булыр. Сираттағы сәйәси цикл тамамланғас, министрҙар кабинетының пенсия сәйәсәте бер ни тиклем ҡатыраҡҡа әйләнмәҫ тимә.
       Һуңғы йылда пенсия фондына һуғыш шарттарында эшләргә тура килде тип әйтергә була, льготаларҙы аҡсалаштырыуға бәйл е проблемалар үҙе ни тора. Фонд нормаль бюрократик структураға әйләнә бара. Бөгөн был эштәрҙә пенсионерҙың шәхси ҡатнашлығы кәрәкмәй тиерлек. Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Пенсия фонды бүлеге
       етәксеһе Фоат Хантимеров күҙаллауынса, ике - өс йылдан һуң
       бер ниндәй ҙә ғариза кәрәкмәйәсәк - техник прогресс ҡағыҙ эшенән азат итәсәк.
       Ә әлегә техник камиллыҡҡа алыҫ әле. Фоат Ғәләүетдин улы әйтеүенсә, ҡайһы бер процедура һорауҙары үткән йыл тәртибенә
       күнеккән Башҡортостан халҡын аптырашта ҡалдырыуы ихтимал. Р еспубликала йәшәүсе пенсионерҙар миллиондан күберәк иҫәпләнә, шул уҡ ваҡытта өс миллион ярымдан ашыу иҫәп
       ҡағыҙы (лицевой счет) асылған, сөнки улар 14 йәшкә еткән һә р кемде үҙ эсенә ала. Шәхси иҫәп торошо хаҡында хәбәр итеүсе 1646 миллион конверт ебәреләсәк - халыҡта уларҙы "бәхет хаттары" тип тә йөрөтәләр, әлегә адресаттарҙың яртыһы ғына был хаттарға эйә булды. Быйыл был хәбәр итеүҙәр 1 сентябргә тиклем дауам итәсәк, уның ҡарауы страховкаланған кешеләр пенсия тупланмаларын инвестициялау хоҡуғын 31 декабргә тиклем хәл итә ала.
       Бынан тыш, льготалы тәьмин ителештә лә үҙгәрештәр булып уҙҙы. Республиканың федераль регистрға индерелгән 397 мең
       льгота менән файҙаланыусылары хәҙер айлыҡ 450 һумлыҡ
       социаль пакетҡа ( дарыуҙар менән тәьмин итеү - 350 һум, шифахана - курорт дауалауы - 50 һум, льготалы йөрөү - 50 һум ) дәғүә итә ала. Әгәр льготаларҙың бер өлөшөн йәки тотош аҡсағ а әйләндереү теләге тыуа икән, пенсия идаралығына ғаризаны 1 октябргә тиклем тапшырырға кәрәк. Ғариза юҡ, тимәк "тере" аҡса ла юҡ. Һәм тағы ла: бөгөндән башлап пенсия ала башлауын а, хаҡлы ялға сығыуына йәки һуңғы тапҡыр ҡабатлап иҫәпләүгә (перерасчет) бер йыл тулған эшләүсе пенсионерҙарға туп - тур а пенмия идаралығына юл тоторға кәрәк. Үткән айҙарҙа эш менән
       тәьмин итеүселәр улар өсөн страховкалау взносы түләне ( быны страховкалаусыларҙың 70 проценты теүәл һәм тулыһынса үтәй) - уларға ҡабатлап иҫәпләү тейеш, артабан пенсия артыуы ла ихтимал.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал