6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Спорт

Еңелгән команда тренерҙары судьяға дәғүә белдерә
01.07.05


       Икенсе дивизиондағы башҡорт клубтары үҙ яландарында бик мөһим матчтар үткәреп еңеүгә өлгәште - беренселек лидеры "Содовик" (Стәрлетамаҡ) үҙен эҙәрлекләүсе "Ладаны" (Тольятти ) артта ҡалдырҙы, ә "нефтселәр" турнир таблицаһы буйынса күршеләш "Лада -СОК" (Димитровград) командаһының кәрәген бирҙе. Еңелгән командаларҙың тренерҙары матчтарҙан һуң судьяларға берәр етди дәғүә белдерҙе.
       Юрий Суренскийға нимә булған
       Өфө матчында "Нефтяник" спорт директоры Виктор Хәйҙәров
       етәкселеге аҫтында сығыш яһаны. Журналистарға команданың
       баш тренеры Юрий Суренский үткән уйындан һуң ял итә, "Ладаға" ҡаршы уйында ла булмаясаҡ тип иғлан ителде.
       Ял итә - сәйер аңлатма. Миҙгелдең иң ҡыҙыу мәлендә, алда етди командалар менән осрашыуҙар көткәндә нисек итеп тренерға ял итергә мөмкин Ауырып китеп дауаханаға ятһа бер хәл. Шылтыратыуҙарға Суренский яуап бирмәй. Һәр хәлдә беҙ
       уның менән телефон аша бәйләнешкә инә алманыҡ. Команда үҙенең етәксеһен юғалтыу алдындамы Бәлки клуб етәкселеге баш тренерҙы алмаштырырға ҡарар иткәндер Тик сәбәптәр
       аңлашылмай - Өфө клубы әлегә тиклем яҡшы уйын күрһәтеп килә .
       Пенальти ҡайҙа
       Баш тренерҙы алмаштырыусы Виктор Хәйҙәров клубҡа "ялға
       киткән" остаз стилендә етәкселек итте. Уйын йолалары үҙгәрмәне. Беренсе таймға форвардтар Алексей Әбделхалиҡов - Денис Милушкин сыҡты, икенсе яртыһында уларҙы Чуравцев менән Завьялов алмаштырҙы. Осрашыу аҙағында һәр ваҡыттағыса йылдам Руслан Әҙершинды йүгерттеләр.
       Матч үткән көндө һауа торошо футболға ҡаршы булды. Уйын алдынан үткән көслө ямғыр уйын яланында бәләкәй бассейндар эшләне. Ҡыҙыҡ, әммә был быуалар ҙа йыш ҡына хужалар файҙаһына уйнаны. Ҡунаҡтарҙың һөжүм итеүселәре йә һыуға йығылды, йә тайып тупты ысҡындырҙы.
       Тәүге тупты ҡунаҡтар осрашыу башында, дүртенсе минутта уҡ
       үткәрҙе. Уны Алексей Әбделхалиҡов индерҙе - 1 : 0.
       Артабан да өҫтөнлөк өфөлөләр яғында булды. Улар байтаҡ ҡына отошло мәлде ҡулдан ысҡындырҙы, димитровградтар ҙа бер - ике туп индерә ала ине. Икенсе таймда, 56 - сы минутта
       ҡунаҡтарҙың туп ҡабул итергә тейеш уйынсыһын "нефтселәрҙең"
       береһе ҡулынан тартып йыҡты. Арбитр Ковальков уйынды дауам итергә мөмкин булыуын күрһәтеп, пенальти бирмәне. Ҡунаҡтарҙың төп тренеры Сергей Седышев судья адресына бер ни сә әсе һүҙ ысҡындырҙы, ә матчтан һуң түбәндәгеләрҙе әйтте:
       - Хужаларҙы еңеү менән ҡотлайым. Улар лайыҡлы - көслө коллектив. Әммә беҙгә туп индерергә бирмәнеләр. Судья тейешле пенальти тәғәйенләмәне. Беҙгә кешенеке кәрәкмәй - тик арбитрҙар тейешен һыҙғыртһын! Судьялар беҙҙе күп яфаланы  ­ һәм бөгөнгө осрашыуға беҙ протест бирәсәкбеҙ. Мин бөгөн
       арбитр беҙҙе махсус рәүештә быуҙы тип әйтергә теләмәйем, әм мә уның әйтелгән эпизодтағы ҡарарына мин ҡырҡа ҡаршы.
       Тәғәйенләнмәгән пенальтинан һуң уйын тағы ла әүҙемләнде. Бер нисә тапҡыр "Лада - СОК" командаһының ҡапҡа һаҡсыһы үҙенең командаһын ҡотҡарҙы, әммә уйын аҙағында алмашҡа сыҡҡан "нефтсе" Завьялов тупты ҡаршы ҡапҡаға үткәреүгә өлгәште.
       Матчтан һуң "Нефтяниктың" спорт директоры Виктор Хәйҙәров
       түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтте:
       - Милушкин менән Әбделхалиҡовтың бурысы беренсе таймда ҡунаҡтарҙы мөмкин тиклем нығыраҡ хәлдән тайҙырыу ине. Улар
       был бурысты башҡарып сыға алды. Икенсе таймда Завьялов ҡапҡаға икенсе туп индерҙе. Беҙ уны махсус рәүештә, туп менә н яҡшы мөнәсәбәттә булған һәм сифатлы итеп тибә белгән уйынс ы булараҡ сығарҙыҡ. Шул уҡ күнекмәләрҙе алайыҡ: Завьялов ун туптан туғыҙын индерә, Милушкин ундан берәүһен индерһә бик шәп.
       Офсайд булманы!
       Стәрлетамаҡта зона лидерҙары "Урал - Поволжье" - урындағы "Содовик" һәм уны эҙәрлекләүсе " Лада" (Тольятти)
       осрашты. Осрашыу алдынан командаларҙы бары өс мәрәй генә айыра ине, йәғни клубтың һәр ҡайһыһына еңеү әжәл дарыуындай кәрәк ваҡыт.
       Һис һүҙһеҙ, Игнатенконың тәрбиәләнеүселәре ул кистә көслөрәк булды. "Лада" вәкилдәренең арбитрҙарға төп дәғүәһе - тәүге таймда, 0 : 0 иҫәбендә билдәләнгән офсайд. "Ладаның" тренеры матчтан һуң үткәрелгән матбуғат конференцияһында судьяларҙы былай ғына ҡалдырмаясағын белдерҙе.
       Беренсе тайм аҙағында, 42 - се минутта, "Сода" уйынсыһы Зацепин бик матур гол индерҙе. Тағы өс минуттан Зернов иҫәпт е 2 : 0 яһаны.
       Икенсе таймда "Лада" асыулыраҡ һәм әүҙемерәк уйнай башланы. Һөҙөмтәлә иҫәп ҡыҫҡарҙы, 52 -се минутта Буда ҡаршы
       яҡҡа туп индерҙе - 2 : 1.
       "Содовиктар" оборонала ултырып ҡына ҡотолоп булмаясағын
       аңланы һәм һөжүмгә күсте. 66 - сы минутта Басков ҡапҡаның буш мөйөшөнә "атты", тик голды ниңәлер Зернов исеменә яҙҙылар. "Лада" башҡа туп индерә алманы. Хәҙер инде был команда тупаҫ уйнауға күсте. Тольяттиның ике уйынсыһы
       уйындан сығарылды һәм хәҙер Өфөлә "Нефтяник" менән дә осрашыуҙа ҡатнаша алмаясаҡтар.
       Стәрлетамаҡ командаһы тренеры Александр Игнатенко уйын тамамланғандан былай тине:
       - Судьяларға ниндәй дәғүә булыуы мөмкин - беҙ ғәҙел, ике тупҡа өҫтөнлөк менән еңдек.

Александр Медведев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал